Учалы районының “Йәйғор” фольклор ансамбле милләтебеҙҙең онотола барған йолаларын тергеҙеүгә, йәш быуында ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уятыуға ҙур өлөш индерә.
Башҡорт фольклоры быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килеп, быуындан быуынға тапшырыла бара. Республикабыҙҙа фольклор төркөмө ойошмаған бер генә ҡала һәм ауыл да юҡтыр.
Бихисап жанрҙы тәшкил иткән халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә, пропагандалауға дәүләт кимәлендә лә ҙур иғтибар бүленә. Төрлө саралар, конкурс, фестивалдәр йыш ойошторола. Юҡҡамы ни Башҡортостанға VI Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итеү хоҡуғы бирелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа бик күп күләмле саралар кеүек үк, пандемия арҡаһында Фольклориаданы уҙғарыу 2021 йылға күсерелһә лә, мөһим сараға әҙерлек ҡыҙыу бара. Республикала мәҙәни саралар онлайн-форматта ла уҙғарыла.
Ошо көндәрҙә оло йәштәгеләр өсөн йыл һайын ойошторолған “Мин яратам һине, тормош!” республика фестиваленә йомғаҡ яһалды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында һайлап алыу турҙары онлайн-форматта уҙғарылды. Баһалама комиссияһына 43 райондан 300 видеояҙма тәҡдим ителде. Учалы районының Уральск ҡасабаһы “Йәйғор” фольклор ансамбле “Ансамбль” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды һәм бейеү жанрында иң яҡшы тип танылды.
Районда ғына түгел, республикала ла киң билдәлелек яулап өлгөргән ансамблдең ойошторолоуына ун биш йыл ваҡыт уҙып та киткән. Уның етәксеһе Сәрүәрә Ғарипова, төп һөнәре буйынса фельдшер булһа ла, мәҙәниәткә, сәнғәткә, фольклорға битараф түгел. Тап ошо сифаттары төркөмдө ойоштороп, етәкләүгә этәргес була ла инде. Әлбиттә, уның идеяларын хуплап, күтәреп алып, ваҡытын да, дәрт-дарманын да йәлләмәгән әхирәттәре булмаһа, был эш килеп тә сыҡмаҫ ине.
– Бөгөн 16 фекерҙәшем бар, уларҙың 11-е – данлыҡлы “Ләйсән” ансамбле ветерандары. Төркөмгә, ҡыуанысҡа күрә, йәшерәк ағзалар ҙа өҫтәлә, ғөмүмән, беҙгә теләге булған һәр кем йөрөй ала, ә ҡасабабыҙҙа йырлай, бейей белмәгән кеше бик һирәк. Милләтебеҙҙең онотола барған йолаларын тергеҙеү, уларға яңы һулыш өрөү, йәш быуында ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уятыу – бына ошо инде төп маҡсатыбыҙ, – ти Сәрүәрә Хәлиҙәр ҡыҙы.
Ойошторолоуының тәүге йылдарында төркөм ҡасабала “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Теләккә сығыу” кеүек йола байрамдарын ойоштора, һуңғараҡ яҡын-тирәләге ауылдарҙа сығыш яһай башлай, ә бөгөн район кимәлендә уҙғарылған бер генә мәҙәни сара ла унһыҙ уҙмай.
Тырыштар, берҙәмдәр генә танылыу яулай
2017 йылда “Йәйғор” ансамбле, “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, фольклор төркөмдәре араһында Гран-приға лайыҡ була. “Ләйсән”дең ветераны, төркөм солисы Финзирә Солтанова тәҡдиме менән яҡташтары, билдәле балетмейстер Рәйес Низаметдинов һалған “Кейеҙ баҫтым кейемгә” тигән бейеү менән беренсе турға сығалар. Ә икенсе турға Рәйес Жәүҙәт улы “Өмә сәйе” тигән бейеү ҡуя.
Беҙгә, залда ултырып ҡына ҡул сапҡан йәки зәңгәр экрандан ҡараған тамашасыларға, барыһы ла еңел кеүек тойола. Ә уйлап ҡараһаң, бер бейеүҙе сәхнәгә сығарыу өсөн күпме ваҡыт, тырышлыҡ, илһам, дәрт, фантазия кәрәк. Ә “Йәйғор”ҙоң ағзаларында был сифаттарҙың барыһы ла бар.
– Беренсе бейеү өсөн кейеҙҙән камзулдар, баш кейемдәре баҫырға кәрәк ине. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары һәм студенттары, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, был шөғөлдөң серҙәренә өйрәтте. Ә икенсе бейеүҙе конкурсҡа сығарыу өсөн бөтә район менән әҙерләндек, тиһәм дә, алдашыу булмаҫ, сөнки сценарийға ярашлы биҙәкләп кейеҙ баҫыу шарт ине. Һарыҡ йөнөн табыуы ҡыйын, халыҡ, кәрәге юҡ тип, көҙгө йөндө ташлай икән. Төркөм ағзалары ғына түгел, эштәге коллегаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, таныштарыбыҙ ҙа эҙләште материалды.
Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр бит. Таптыҡ. Барыһы ла тиерлек йөндө бушлай бирҙе. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә һәр эштә – йөн тетеүме, һыу ташыумы, ҡайнатыумы – бөтәһе лә берҙәм ярҙам итте. Ғөмүмән, шарттар булһа, кейеҙ баҫыу күңелле, мауыҡтырғыс шөғөл икән, әммә бер кешенең генә эше түгел. Боронғолар уны белмәй өмә яһап баҫмаған шул, – ти Сәрүәрә Хәлиҙәр ҡыҙы.
Кейеҙ баҫыу – бәхет баҫыу, кейеҙ баҫыу – үҙе бер сәнғәт, тиҙәр. Һарыҡ йөнөнән яһалған әйберҙең һаулыҡҡа файҙалы икәнлеге күптән билдәле. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә Учалы ерендә был кәсептең популяр шөғөлгә әйләнә барыуында “Йәйғор”ҙоң да өлөшө ҙур.
2017 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге ойошторған “Ашҡаҙар таңдары” башҡорт фольклоры фестивалендә 46 коллектив араһынан “Йәйғор” фольклор ансамбле “Иң яҡшы инструменталь башҡарыусы” номинацияһында махсус призға лайыҡ була.
– “Сиккәндәрем – бирнәгә” тип аталған “Кис ултырыу” йолаһы күренешен әҙерләнек. Йәш быуындың, башҡорт булыуынан оялған ҡайһы берәүҙәрҙең күңелдәрендә милләтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, туған телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уятыу өсөн халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, изге йолаларын, һөнәр үҙенсәлектәрен, әҙәп ҡағиҙәләрен, туғанлыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек бәйләнешен, килен-ҡәйнә мөнәсәбәтен Тиләү ырыуына хас милли кейемдә, диалект телмәрендәге диалог аша милли музыка ҡоралдары, мөнәжәт, бейеү ярҙамында халҡыбыҙҙың күркәм ысын булмышын ҡылыҡһырлау ине маҡсатыбыҙ. Әйткәндәй, баҫҡан кейеҙҙәребеҙҙең бында ла кәрәге тейҙе, беҙ уларҙан сәхнә түренә башҡорт тирмәһен эшләп ҡуйҙыҡ. Шөкөр, 10 минутҡа һуҙылған сығышыбыҙҙы тамашасы ла, баһалама ағзалары ла бик йылы ҡабул итте, – ти төркөм етәксеһе.
2018 йылда төркөм Зәйнулла ишандың 185 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә Троицк ҡалаһында үткән төбәк-ара мөнәжәтселәр бәйгеһендә икенсе урын яулап, Учалы районының данын күтәрә.
– Был еңеүебеҙ, йыл буйы оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, төбәгебеҙгә генә хас милли кейемдәрҙе дөрөҫлөккә яҡын итеп тергеҙеү һөҙөмтәһендә яуланды, тип әйтергә була, сөнки баһалама төркөмө, әйткән мөнәжәтебеҙ менән бергә кейемебеҙҙең матурлығын да билдәләп, бүтән ҡатнашыусыларға тәтемәгән өҫтәмә алҡыштарҙы бүләк итте, – тип ғорурлығын йәшермәй Сәрүәрә Ғарипова.
Әйткәндәй, 2018 йыл “Йәйғор” өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы була – ансамблгә “халыҡ” исеме бирелә. Былтыр “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында төрлө йылдарҙа Гран-при яулаған конкурсанттар ҡатнаша.
– Икенсе турға өр-яңы “Илем-көнөм биҙәге” тигән бейеү һалдыртып, репертуарыбыҙҙы байыттыҡ, милли кейемдәрҙе тергеҙеүҙе дауам иттек. Башҡорт кейемен пропагандалауға күп көс һалған белгес Азат Ғарипов ойошторған сарыҡ бороу буйынса оҫталыҡ дәрестәренә ҙур теләк, дәрт менән йөрөп, матур ғына ҡаталар тегеп алдыҡ, сөнки бейегәндә үксәле сарыҡ-ҡата уңайлыраҡ, – ти ансамбль етәксеһе.
Был юлы ла төркөм ағзаларының тырышлығы бушҡа булмай, конкурс дипломанты тип танылалар.
Бар донъяны хәүефкә һалып, коронавирус пандемияһы килеп сыҡҡас та, юғалып ҡалмай улар. Милли кейемде халыҡ иғтибарына таҡмаҡтар менән бейеү арҡылы тәҡдим итеү ниәтендә үҙҙәре һалған “Беҙ тиләүҙәр бит әле!” тигән бейеүҙе трио составында “Таҡмаҡ-Баттл” онлайн-конкурсына ебәреп, “Иң үҙенсәлекле башҡарыусылар” номинацияһында еңеү яулайҙар.
Ә июль айында коллективты йыйып, Рәйес Низаметдинов һалған “Ҡумыҙҙар менән бейеү”ҙе видеоға төшөрөп, оло йәштәгеләр араһында үткәрелгән “Мин яратам һине, тормош!” онлайн-конкурсында ҡатнашалар.
Киләсәккә уй-ниәттәре менән дә ҡыҙыҡһындым ансамбль етәксеһенән.
– Артабан да сценарий, костюмдарҙы еренә еткереп тегеү, камиллаштырыу өҫтөндә көс түгәсәкбеҙ. Алла бойорһа, донъяла хәлдәр рәтләнер һәм киләһе йыл республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итер, тип ышанабыҙ. Тимәк, милли тамырҙарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә, үҫтереүгә иғтибар тағы ла артыр. Ошо изге эшкә аҙ ғына булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерһәк, үҙебеҙҙе сикһеҙ бәхетле тойор инек, – тине Сәрүәрә Ғарипова.