Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Октябрь 2020, 09:23

“Йәшәлгән йылдар, башҡарған эштәр үкенерлек түгел”

Харис Шәрипов юбилей концертына әҙерләнә.

Республика һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурстары еңеүсеһе, танылған йырсы Харис Шәриповты халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ беләләр. Уның репертуарында һирәк яңғыраған, бығаса билдәле булмаған халыҡ ижады ынйылары ла бихисап. Мәләүез төбәгенең талантлы йырсыһы бына инде бер йыл дауамында йырҙарын социаль селтәрҙәге сәхифәһенә даими ҡуйып, тамашасыһын яңынан-яңы ижад емештәре менән таныштырып бара. Әйткәндәй, уның йырҙарына матур баһа биреүселәр, йырсының ижадын үҙ итеүселәр күп. Һеҙҙең иғтибарға Харис ШӘРИПОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Харис Мөбәрәк улы, әңгә­мәне һеҙ тыуып үҫкән төбәккә, бала саҡҡа сәйәхәттән башла­йыҡ. Ҡайһы төбәктең һыуын һыуланығыҙ? Ниндәй ғаиләлә тәрбиәләндегеҙ?

– Мәләүез районының 30 йортлы бәләкәй генә Апас тигән ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем Дамира менән атайым Мөбәрәк Шәриповтарҙың тәүге балаһымын. Миңә ике йәш тигәндә улар ауылда тәүгеләрҙән булып телевизор һатып алған. Радио ла һөйләп торҙо. Мин шул телевизорҙан йыр­сыларҙың сығышын йотлоғоп ҡа­райым, радионан ағылған йыр­ҙарҙы тыңлайым. Саҡ ҡына ҙурая килә ул йырҙарҙың һүҙҙәрен ятлап алып, үҙ алдыма көйләп йөрөй башланым.
Тыуған ауылымда башланғыс мәктәпте тамамлағас, күрше Аптраҡ мәктәбенә йөрөп уҡыным. Унда үҙебеҙҙең башҡорт артистары йыш килә ине. Клубтағы бер концертты ла, спектаклде лә ҡал­дыр­маҫҡа тырыша торғайным. Бала саҡта хәтер яҡшы була бит, хатта бөгөн дә шул тамашалар мәлендә ҡайһы йырсының ниндәй йыр баш­ҡарыуын яҡшы иҫләйем. Әйткә­немсә, улар башҡарғанды һуңынан радио аша тыңлап, отоп алып йырлай, үҙемде киләсәктә ҙур сәхнәлә сығыш яһайым тип күҙ алдына килтереп, хыяллана торғайным.


– Ә йыр-моңға һәләт кемдән күскән? Ғаиләгеҙҙә һеҙҙән башҡа йырлаусылар булдымы?

– Әсәйемә Хоҙай Тәғәлә бик киң диапазонлы матур тауыш биргән. Уның тауышы Ғәлиә Солтанова­ны­ҡына тартым ине, халыҡсанлыҡ менән академик тауыштың бергә яңғырашы тип әйтер инем быны. Әсәйем “Ашҡаҙар”, “Таштуғай” ке­үек халыҡ йырҙарын шул тиклем матур итеп, урын-еренә еткереп башҡарыр ине. Әммә бер ваҡытта ла сәхнәгә сыҡманы, халыҡ алдын­да сығыш яһаманы. Шулай ҙа моң, халыҡ йырҙарына һөйөү тап әсә­йемдән бирелгәндер, тип уйлайым.


– Ҙур сәхнәгә юлығыҙ нисек башланды?

– Әсәйем кеүек, мин дә бала саҡта бер ҙә кеше алдында йырламаным. Ояла инем. Әммә сығыш яһарға теләгем көслө булды. IX класта уҡығанда мәктәптә үткә­релгән смотрҙа Назар Нәжми һүҙҙәренә Нур Дауытов яҙған “Ҡара муйыл сәскәһендәй” тигән йырҙы башҡарырға батырсылыҡ иттем. Әлбиттә, бығаса бер ҙә йырламаған кешенең сәхнәгә сығыуына тиңдәштәрем дә, уҡытыусылар ҙа, ауыл халҡы ла аптыраны. Йырымды бик йылы ҡабул иттеләр, оҙаҡ итеп алҡышлауҙарын иҫләйем. Тик район смотрында, мөхәббәт тураһында йыр башҡара тип, финалға үткәрмәнеләр. Киләһе йылына тағы ла нығыраҡ әҙерләнеп, башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарҙым һәм район кимәлендә еңеүсе булып танылдым.

Шулай бер мәл мәктәп директоры кабинетына саҡыртты. “Һин йырлайһың бит, әйҙә әле, бына ошо ханым тыңлап ҡараһын”, – ти. Ул апай бик күп йырсылар әҙерләгән билдәле педагог Рәйсә Рәхим ҡыҙы Әхмәҙиева булып сыҡты. Тыңлап ҡараны ла Өфө сәнғәт училищеһына килергә тәҡдим итте. Унда уҡырға инеү үҙемдең дә күптәнге хыялым ине! Шулай итеп, ҙур ғына конкурс аша үтеп, ошо училищеның студенты булып киттем. Вәхит Хызыров, Йәмил Әбделмәнов, Хима Йәнбир­ҙина, Зөлфиә Арыҫланова (хәҙер Шакирова) менән бергә уҡыныҡ.
Студент йылдары күңелле, дәрт­ле саҡ булып иҫтә ҡалған. Агитбригадалар, агитпароходтар, агитпоездар менән сығып китәбеҙ, концерттар ҡуябыҙ. Студент саҡта уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ме­нән хеҙмәттәшлек иттем, баш мө­хәррир Гөлфиә Юнысова етәк­селегендә мәҙәниәт һарайҙарында, башҡа урындарҙа баҫманың уҡыу­сылары менән ойошторолған осра­шыуҙарға йыш алып йөрөнөләр.
Училищены тамамлағас, эстрадала эшләргә хыялландым. Тик миңә районға йүнәлтмә бирҙеләр. Холҡомда ныҡышмалылыҡ та, бер аҙ тиҫкәрелек тә бар, “Ҡуҙы” бит мин (көлә – Авт.). Районға бармаҫ өсөн йүнәлтмәне хор капеллаһына тип үҙгәрттереп алдым. Әлбиттә, хор күңелемә ятмай, эстрадала яңғыҙ йырлау хаҡында хыялланам. Студент саҡта уҡ Мәғфирә Ғәлиева, Нәзифә Ҡадирова менән сығыш яһарға тура килгәне бар ине, улар тауышыма яҡшы баһа биргәйне.
Хорҙа күпмелер йөрөгәс, саҡыртып алып, Илфаҡ Смаҡовҡа ашығыс рәүештә алып барыусы кәрәк, ул ниндәйҙер районда гастролдә, булдыра алһаң, хәҙер үк барып ҡушыл, тинеләр. Ун көн эсендә 17 концерт биреп ҡайттыҡ. Шулай минең эстрадалағы хеҙмәт юлым алып барыусы ла, йырсы ла булараҡ башланып китте.
Артабан Нәзифә Ҡадированың бригадаһына, “Илһам” ансамбленә күстем. Был коллектив менән бөтә Рәсәй, Башҡортостан буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Эш оҡшай, яратып, йөҙөп йөрөп эшләнем. “Яҙғы моңдар”, “Рәсәй тауыштары” кеүек республика һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурстары еңеүсеһе булып танылдым.


– Һеҙҙе халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та белә­ләр. Репертуарығыҙҙа һирәк яңғыраған оҙон көйҙәр бихисап...

– Һирәк осраған йырҙарҙы өйрәнеү менән йәш саҡтан уҡ ҡыҙыҡһындым. Тәү башлап “Һылыу ҡыҙ Хәтирә”, “Үткән ғүмер”, “Беҙҙең ил” тигән йырҙарҙы өйрәнеп, радиола, телевидениела яҙҙырҙым.
Бер мәл “Совет Башҡортостаны” гәзитендә күрше ауылдан халыҡ таланты Миңнулла Дәүләтбаев тураһында мәҡәлә менән бергә “Был донъяның ҡәҙерен беләйек” тигән йырҙың һүҙҙәре баҫылып сыҡты. Уҡыным да шунда уҡ “Был бит минең йыр!” тип өйрәнеп алдым. Хәҙер ул да бик популяр булып китте, кем генә йырламай!
Был йәһәттән Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Рамаҙан ағай Йәнбәковҡа рәхмәт. Ул, халыҡ йырҙарын башҡарыуымды ишет­кәндән һуң, минең менән шәхсән шөғөлләнде, оҙон көйҙө башҡарыу нескәлектәрен, ҡатмарлы бөгөл­дәрҙе яулау серҙәрен төшөндөрҙө. Хатта ял көндәрендә лә филармонияла осраша торғайныҡ.


– Көтмәгәндә, ҡапыл ғына хаҡлы ялға китеп барҙығыҙ. Тормошоғоҙҙа шулай ҡырҡа боролош яһау ауыр булманымы?

– Тормош арыу ғына ҡаҡҡылап-һуҡҡыланы инде мине, сыныҡ­тыр­ҙы. Филармониянан китеп, Өфөнөң Октябрь районының мәҙәниәт бүлегендә методист булып эшләп тә алдым. Юлдар һәр ваҡыт асылып торҙо, яҙмыштың иркә балаһы булдым, тип әйтә алмайым, әлбит­тә, әммә бирешмәнем. Холҡомда сәмселлек тә, ғәрселлек тә етерлек. Ялағайлана белмәнем, бәлки, шуғалыр ҙа юғары исемдәр ҙә алманым. Филармонияға кире ҡайтыу мөмкинлеге тыуғас, хаҡлы ялғаса эшләргә ҡарар иттем һәм стажым тулыу менән пенсияға киттем.


– Әле һеҙ бөтөнләй икенсе йүнәлештә эшләп йөрөйһөгөҙ. Нимә сәбәпсе булды вахта ысулы менән Мәскәүгә эшкә сығып китергә?

– Ир кеше ғаиләһен бағырға, балаларын аяҡҡа баҫтырырға бурыслы. Был эшемдән зарланмайым, ғөмүмән, бер эштән дә ҡурҡмайым, һәр бурысты ихлас күңел менән башҡарам.


– Мәскәүҙә лә башҡорт мәҙә­ниәтенә һәм сәнғәтенә хеҙмәт итеүегеҙҙе ишетеп беләбеҙ. Ошо хаҡта ла аҙыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине...

– Мәскәүҙә башҡорттар күп, берҙәм. “Аҡ тирмә” башҡорт клубы­ның, “Илһам” театрының бик әүҙем эшләүен күптәр ишетеп беләлер. Бергәләп төрлө байрамдарҙа сығыш яһайҙар. Беҙҙекеләрҙе Мәскәүҙә беләләр, ҙур сараларға саҡырып торалар. Ваҡытым бул­ған­да мин дә ҡушылам, ихлас кү­ңелдән ярҙам итәм. Милләттәш­тәремдең ситтә лә шулай дуҫ-татыу булып, халҡыбыҙҙы лайыҡлы танытыуына шатланам.
– Һеҙҙе йырсы тип кенә түгел, журналист булараҡ та беләбеҙ. Журналистика һеҙҙең өсөн нимә ул? Хобби тип әйтеп буламы?

– Мәктәп йылдарынан артистар тураһындағы яҙмаларҙы, айырыуса очерктарҙы йыйып барҙым, шуларҙы йотлоғоп уҡый торғайным. Концерттарҙы алып барыусы булараҡ, ҡыҫҡа ғына көлкөлө хәлдәр, юмористик яҙмалар ҙа һөйләй инем. Бер мәл үҙемдең дә яҙып ҡарау теләге уянды.
Иң тәүге мәҡәләм көлкө оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллина тураһында булды. Уны Тамара Ғәниеваға күрһәттем. Журналистика буйынса төп дәресте Тамара апай бирҙе тип ышаныс менән әйтә алам. Мәҡәләм “Йәшлек” гәзитендә баҫылып сыҡҡас, дәртләнеп яҙыша башланым. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында бер аҙ уҡып алдым, артабан сәнғәт институтын тамамланым. Яҡташым, фән докторы Фәнил Күзбәков яҙмаларыма юғары баһа биргәс, тағы ла дәрт өҫтәлде. Шулай итеп мине Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзына алдылар.


– Быйыл 55 йәшлек күркәм ғүмер байрамығыҙҙы билдәлә­не­геҙ. Үткән йылдарҙы, башҡа­рыл­ған эштәрҙе баһалап, үҙегеҙ­гә ошо ике “бишле”не ҡуя алаһығыҙмы?

– Әңгәмә барышында аҙыраҡ әйтә биреп ҡуйҙым бит: холҡом ғәрсел, түрәләргә ярай белмәнем, бәлки, шуғалыр ҙа юғары исемдәрем дә юҡ, тип. Яңыраҡ шул турала уйландым да үҙемә үҙем: “Харис, ниңә улай тиһең әле? Йәшәлгән ғүмерең, башҡарған эштәрең үкенерлек түгел”, – тип әйтеп ҡуйҙым. Тормошта дан-шөһрәттең, маҡтаулы исемдәрҙең артыҡ мөһим булмауын аңлар йәшкә еттем, буғай. Шөкөр, һаулығым, һағынып ҡайтыр ғаиләм, балаларым, эшем, өйөм бар. Ижадым да дауам итә. Өфөлә лә төрлө сараларҙа сығыш яһайым. Йырҙарымды интернет селтәренә ҡуйып барам. Тыңлаусыларҙың матур фекерҙәре, хуплауҙары дәрт өҫтәй. Был эштә ҡыҙым ҙур ярҙам күрһәтә, уға рәхмәт. Туған телен белгән, башҡорт моңон үҙ иткән, йырҙарымды тыңлаған балалар үҫтереүем менән дә бәхетлемен.


– Ноябрь айына ҙур концерт планлаштырғанһығыҙ. Ул ниндә­йерәк йөкмәткеле була­саҡ? Кемдәр ҡатнашасаҡ?

– Эйе, эш араһында ҙур ниәтемде тормошҡа ашырыу – концертымды әҙерләү менән мәшғүл­мен. Ижадташ дуҫтарым, мәҡәлә­ләремдең геройҙары ҡатнашыуы көтөлә. Кемдәр икәне әлегә сер булып ҡалһын. Барығыҙҙы ла көтөп ҡалам! Репертуар бик ҙур, концерт уңышлы килеп сығыр, тип уйлайым, тик вирус ҡына ҡамасауламаһын инде...


– Уңыштар һеҙгә! Уй-ниәт­тәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Читайте нас