Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы Санкт-Петербурга иң сибәр башҡорт ҡыҙы кем? Быны кисә үткән Бөтә Рәсәй “Һылыуҡай” һайлап алыу турында билдәләнеләр.
Әйткәндәй, был ҡалала башҡорт сибәркәйҙәрен йыл һайын асыҡлап торалар. 2014 йылда “Һомай” театр-дефиле студияһы һәм Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһы менән берлектә беренсе тапҡыр “Санкт-Петербург һылыуҡайы” бәйгеһе ойошторғайны. Шул саҡтан алып бәйге төньяҡ баш ҡалала йыл һайын үтеп тора.
Ҡыҙҙар үҙҙәрен бер нисә этапта күрһәтте. Ул – сәләмләү, дефиле, жюри һорауҙарына яуап биреү, ижади номерҙар. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, ҡыҙҙар әҙерлектең бөтә этаптарын да үткән: бейеү, дефиле дәрестәре, сәхнә оҫталығы, биҙәүестәр эшләү, уҡ атыу турниры, кулинар конкурс һәм башҡалар.
Тамашасылар өсөн был сара матур байрамға әйләнде. Улар алдында, һылыуҡайҙарҙан тыш, "Петербургский Weekend” шоу-балеты, скрипкасы Айһылыу Сәйфуллина, Башҡортостан ҡунаҡтары Зилиә Бәхтиева, Илнур Рамазанов һәм ТНТ каналында “Бейеүҙәр” тапшырыуы ҡатнашыусыһы Нәркәс Юлдашева сығыш яһаны.
Ҡыҙҙарҙың һәләтен абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Республика халыҡ ижади үҙәге директоры, “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй конкурсы директоры Артур Әлибәков жюри рәйесе булды, шулай уҡ "MTVmix” телеканалы директоры, бәйгенең башҡарма директоры Евгения Машко, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Эльза Таныбаева, бизнесмен Наил Хәмиҙов, Башҡортостан вәкиллегенең әйҙәүсе белгесе Элина Лопаткина, “Юлдаш" радиоһы алып барыусыһы Илнур Рамаҙанов эшләне.
Конкурста туғыҙ ҡыҙ ҡатнашты. Еңеүсе һәм бәйгенең етенсе финалсыһы булып Диана Байназарова танылды. Ул сығышы менән Күгәрсен районынан. Беренсе урында - Санкт-Петербургтан Элина Ибраһимова, икенселә - Баймаҡ районынан Айгизә Халиҡова һәм өсөнсөлә Баймаҡ ҡалаһынан Альбина Әхмәтова.
11 октябрҙә бәйгегә һайлап алыу туры Мәскәү ҡалаһында үтәсәк.
Фотолар: Республика халыҡ ижады үҙәге.