Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Октябрь 2020, 10:30

Китапханала сит телде өйрәнәләр

Киләсәктә бында башҡорт телен дә өйрәнеү күҙаллана.

Благовар районының Языков ауылындағы модель китапхананы яңыртыу барышында электрон уҡыу залында сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн лингафон кабинеты асылды. Программа тәьминәте булған ҡорамалдар һатып алынды.
Программалы лингафон кабинеты – ул тауыш техникаһы һәм проекциялау аппаратураһы менән йыһазландырылған махсус аудитория. Унда уҡыусыларға сит телде, шулай уҡ туған телде өйрәнеү өсөн ҡулай шарттар тыуҙырыла.
Әле бындағы дәрестәргә Языков ауылындағы урта мәктәптең өлкән класс уҡыусылары йөрөй. Киләсәктә башҡорт телен өйрәнеү өсөн дә программа тәьминәтен һатып алыу күҙаллана.
Модель китапхана нигеҙендә тағы ла “Мультстудия” эшләй. Унда балалар йәнһүрәт төшөрә. Музыка яратҡандарға музыка уйын ҡоралдары һатып алынған. Уҡыусыларға уларҙа уйнарға өйрәтеү өсөн Өфө сәнғәт училищеһы студенттарын саҡырырға ниәтләйҙәр. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, музыкаль майҙансыҡҡа берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тейешле ҡорамалдар ҙа һатып алынған.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас