Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Октябрь 2020, 16:00

Радик Юлъяҡшин "Йондоҙҙар фабрикаһы" телепроектын аса

Был хаҡта йырсы Республика көнөнә арналған концерт алдынан биргән интервьюһында белдерҙе.

Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) яңы проекты республика Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе сифатындағы тәүге проекты буласаҡ. Проекттың исеме һәм уны ойоштороу нескәлектәре әлегә өйрәнелә.
"Беҙҙең республиканан бик талантлы артистар үҫеп сыға. Улар үҙҙәренең сығыштары менән Башҡортостанды ғына түгел, ә Рәсәйҙе лә танытырға тейеш", - ти үҙенең интервьюһында Элвин Грей.
Интервьюның тулы вариантын артабанғы яңылыҡтарҙың береһендә уҡырһығыҙ.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас: