Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Минең тыуған яғым. Ауылым. Тарихым" тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Сараға республиканың көньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүселәр, уның менән ҡыҙыҡһыныусылар йыйылды. Конференция Башҡортостандың Милли музейы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Стәрлетамаҡтың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан ойошторолдо.
Унда күренекле тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, музей, архив, китапхана хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, дәүләт, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Сараның модераторы булып Башҡортостан Милли музейы генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев сығыш яһаны. Ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин сәләмләне.
Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Ауырғазы, Әлшәй, Бишбүләк райондарынан сығыштар әҙерләнгәйне.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, барлыҡ һаҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәне. Бындай сара шулай уҡ Октябрьский, Дүртөйлө ҡалаларында, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында ойоштороласаҡ.
Фото: Башҡортостан Милли музейы сайты.