Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Октябрь 2020, 10:02

Аҙаштырған болан балаһы (Дауамы)

Нәфисә инәй йәшләнгән күҙҙәрен сәскә һырылған алһыу ҡулъяулығы менән бер нисә тапҡыр һөртөп алды. Апаһының да ныҡ тулҡынланғаны һиҙелеп тора: ашъяулыҡҡа төшкән икмәк валсыҡтарын бөртөкләп йыйҙы ла, усына һалып, башын аҫҡа эйҙе…

Нәфисә инәй йәшләнгән күҙҙәрен сәскә һырылған алһыу ҡулъяулығы менән бер нисә тапҡыр һөртөп алды. Апаһының да ныҡ тулҡынланғаны һиҙелеп тора: ашъяулыҡҡа төшкән икмәк валсыҡтарын бөртөкләп йыйҙы ла, усына һалып, башын аҫҡа эйҙе…
– Иртә таң менән һалдаттар килеп тулған ауылға… – Нәфисә инәй шыбырлауға күсте, әйтерһең, уның ауыҙынан сыҡҡан һүҙ бөртөгө бүтән бер ҡайҙа ла, бер кемгә лә ишетелмәһен, башҡалар белә күрмәһен. – Барыһын да өйҙән ҡыуып сығарғандар, сисендереп, тиҙ генә һалдат кейеме кейҙереп, машинаға тейәгәндәр… Ә ауылдағы бөтә малды бер ергә йыйып, тәрән силос соҡорона табан ҡыуғандар ҙа, шунда кәрәсин һибеп, ут төртөп, тере көйө үкертеп яндырғандар… Халыҡҡа өйҙән бер нәмә лә алырға ҡушмағандар, тыуған ауылдарына күҙ алдында үрт һалғандар. Ә үҙҙәрен әллә ҡайҙарға, билдәһеҙ яҡҡа алып киткәндәр. Балалар туҡтауһыҙ илаған, ололар ауыҙ баҫып иңрәгән. Бына шулай бисара ҡатынҡайҙың хәле… Берәү ҙә ҡотҡара алмаған был афәттән яралған ауырыуҙарҙы. Һөҙөмтәлә ғәрип балалар һаман да тыуа. Әллә үҙебеҙ ғәйепле быға, әллә Хоҙай язаһы…
– Балаһы ҙурая төшкәс, ни эшләр икән әсә генәһе?.. – Нәсимә апай һаман башын күтәрә алманы, йөрәк әрнеүен һыпырғандай, өҫтәл япмаһын аҫҡа ҡарай һыйпаны. – Дөрөҫ әйтәһең, Нәфисә, иблис утынан ни дауа? Тере көйө ҡара гүргә инер инде Зәйтүнә лә, йөрәккәйе аҫтынан сыҡҡан йән киҫәгенең ғазабын көн дә үҙе кисереп… Яңғыҙына шул тиклем ауырҙыр инде. Шифаханаға йөрөймө? Моғайын, табипта иҫәптә тораларҙыр?
– Эйе, яңғыҙ шул, ире күптән ташлап киткән. Ә былай үҙҙәре ауырыуҙар исем­легендә тора. Дауахананан да, шифахананан да ҡалмайҙар. Тик һуңғы ваҡытта был нәмәләре һирәгәйә башланы. Аҡсаһы күп кәрәк икән хәҙер. Заманаһы ла килде шул… Былай улар хөкүмәт ҡарамағында.
Марфа улын иҙәнгә төшөрҙө. Үҙе тураһында һөйләүҙе артыҡ күрҙе ул. Инәйҙәр менән йылы хушлашып, Гөлнара ҡайтһа, килеп сығыуын үтенеп, Артурына тәмле йыуаса, тәмлекәстәр алып, ауыр уйҙарына өр-яңыһын өҫтәп, ҡапҡанан сыҡты. Инәйҙәр уларҙы урам юлына төшкәнсе оҙата килде. Тоҡос ҡойроғон бер туҡтауһыҙ иркә болғап барған Тузик та арттан ҡалышманы. Артур көсөктән айырылырға теләмәне, ҡулдарын алға һоноп, ныҡышып уға ынтылды. Тегеһе икенсе урамға еткәнсе эйәрҙе лә кире өйгә табан, ҡапҡа алдында һаман һөйләшеп торған инәйҙәргә ҡарай сапты.
Гөлнаралар йортонан ауыр хәсрәт йөкмәп сыҡҡан Марфа өйөнә яҡынлашҡан һайын йөрәгенең тынысһыҙланып йыш тибеүен һиҙҙе. Юҡҡа булмаған икән шул: эске ҡапҡа шар-асыҡ, ҡоҙоҡтоң йомро ағас күтәргесе ҡыйшайған, асыҡ мунса ҡыйығының төпкө нәҙек һайғауына эленгән миндектәр ергә ырғытылған… Өй йоҙағының күтәрмәлә ятыуы ҡатындың ҡурҡыуын тағы ла арттырҙы, тәне яна башланы.
– Атом бомбаһы шартлағанмы ни… Улым, тик һин ҡурҡма, йәме…
Малайын ҡул арбаһынан ҡарһаланып алды ла ашығып, ҡалтырана-ҡалтырана өй эсенә үтте. Бүлмәләге күренештән ҡолар хәлгә етте, ныҡ ҡаушауҙан ҡойолоп төштө. Бындайҙы ул бер ваҡытта ла күргәне юҡ ине: һауыт-һаба ярылып, ҡайҙа етте шунда быраҡтырылған, бысраҡ аяҡ эҙҙәре ҡалған китап биттәре, ике диван йолҡҡоланған, мендәр мамыҡтары туҙып ята, төптә – көҙгө ярсыҡтары, һыуытҡыс һүндерелгән…
– Балаҡайым, ниндәй фашист йөрөгән бында? Нимә эҙләгәндәр?..
Марфа диван ситенә ултырҙы ла, Артурын ҡыҫып ҡосаҡлаған килеш, улына һиҙҙермәҫкә тырышып, сеңләп илап ебәрҙе.
– Бәләкәсем, ҡайҙа ҡасайыҡ икән был мөйөштән? Яңғыҙ бит беҙ был донъяла. Яныбыҙҙа, исмаһам, ҡарт ҡына булһа ла туған инәйебеҙ ҙә юҡ. Ана теге бисара ҡатын да туғандарын эҙләп килгән… Бәлки, тағы ла ҡайҙалыр барҙыр уныҡы. Тик балаһы ғына ғәрип…
Марфа илауынан ҡапыл туҡтаны. Ҡарашын түңкәрелеп ятҡан өй эсенән алып, улына төбәне.
– Балаҡайым… Ниңә шыңшып ултырам әле мин? Көҙгө ярылғанғамы? Ярылһын! Ике яҫтыҡ туҙған – туҙһын! Был нәмәләрҙе хәҙер үк магазинға барам да елтерәтеп алып ҡайтам! Ә һине, бәләкәсем, бер ҡайҙан да һатып ала алмайым, шулаймы? Бер ни менән дә сағыштырып булмай үҙеңде. Ер йөҙөндә иң-иң ҡиммәтлеһе – һин! Үҙеңдән Хоҙай бер ваҡытта ла айырмаһын! Иҫән-һау ғына бул! – Марфа бәпесен үбә башланы. – Һин! Һин! Һин генә!..
Улы ҡысҡырып көлә башланы, уға әсәһе лә ҡушылды.
– Ә хәҙер мин өйҙө йыйыштырайым. Матур булырбыҙ.
Артур тегендә-бында тупылдап юрғалай башланы. Туҙып ятҡан нәмәләргә аптырап текләп ҡарап торҙо.
– Иң алда көҙгө, сынаяҡ ярсыҡтарын йыяйым, улым. Унан кейемдәребеҙҙе тәртипкә килтерермен. Ә һин койкаңда уйнап ултырып тор. Аҙаҡ Ҡыҙбикә инәйеңдәргә барып килербеҙ. Үҙебеҙҙең хәл тураһында түкмәй-сәсмәй һөйләп бирербеҙ. Эйе бит, аҡыллым? Кәңәш тә, ярҙам да һорарбыҙ. Бәлки, бармаҫбыҙ. Бында кемдең йөрөгәнен былай ҙа беләбеҙ – өн сыҡмаһын…
Эшен бөтөргәс, Марфа малайын иҙәнгә төшөрҙө. Уның үҙенеке кеүек ҙур шоморт күҙҙәренә ҡараны ла, ҡапыл теге ауырыу баланы хәтерләп, үҙҙәрендәге ығы-зығының сүп кенә икәненә йәнә бер ҡат төшөндө.
– Эйе, шыңшып ултырырға ярамай. Беҙ икәү-ү-ү!
Марфа, шаяртып, улының танауына ипләп кенә баҫып алды.
– Пи-пи-пи! Хәҙер мин һиңә китап бирәм. Пи-пи-пи!..
Артур һүрәт ҡарарға ярата ине. Башта йыртҡылап ауыҙына ҡапһа ла, үҫә төшкәс, әсәһенең әйткәнен аңлай башланы – улай ҡыланманы. Әле лә ҙур итеп төшөрөлгөн бесәй, эт, сысҡан һүрәттәренә төртөп, әсәһен туҡтауһыҙ саҡырып, урынынан ҡуҙғалмай оҙаҡ ултырҙы. Марфа уны ашатҡас, баҡсаға алып сыҡты. Элеккесә ергә түшәк йәйҙе лә алдына был юлы күп итеп уйынсыҡтарын өйҙө. Үҙе мунсаны таҙартырға булды.
– Эй, бында ла ер һөргәндәр!..
Әлбиттә, был эштең кемдеке икәнен Марфа ҡапҡаны асҡас уҡ һиҙгәйне. Әйтерһең, Нюра апай аманатҡа ҡалған алтынын йәшереп ҡуйған… “Нисек картуф ояларының һәр береһен ҡаҙып, соҡоп ҡарамағандар икән? Эй, ҡана тиҙ генә эште бөтөрәйем дә…”
Марфа быраҡтырылған нәмәләрҙе тиҙ генә урынына ҡуйҙы, ҡаҙан төбөндә ҡалған йылы һыу менән ләүкә-иҙәндәрҙе йыуа башланы. Солан ишегенә етеп өлгөрмәне, йөрәге жыу итеп ҡалды.
– Әллә һуҙылам инде? Ҡана йәһәт кенә бөтөрәйем дә…
Юҡ, барыбер тупһанан аша сыға алманы. Тертләгән йөрәге тынысһыҙланып тибә башланы. Үҙенең бындай һиҙемләү көсөн электән яҡшы белә ине.
– Эй, эш бөтәме ни? Аҙаҡ… Артур! Мин киләм!
Йыуғысын биҙрәгә ташланы ла, ҡулын үтеп барышлай һыу мискәһендә йыуып, алъяпҡысына һөртөп, улы ултырған алмағас төбөнә ашыҡты. “Исмаһам, эргәһендә үҙебеҙҙең сәүек тә юҡ, Трофим ағай берҙе туҡмағайны, Ҡыҙбикә апайҙарға китте лә барҙы, ҡайтманы…”
– Артур, һин ҡайҙа?
Уйынсыҡҡа күмелеп уйнап ултырып ҡалған улы урынында юҡ ине.
– Артур… Ҡайҙа йәшендең, улым?
Үҙе менән нимә булғанын аңламаны ҡатын, аҡылдан яҙыр сиккә етте. Өй эсе баяғы хәленә ҡайтты: бөтә нәмә яңынан туҙҙы, аҡтарылды… Бесәй әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡасты, аҙаҡ ҡурҡышынан мунса янында үҫкән тирәк ботағына менеп китте.
– Балаҡайым… Һин энә түгел бит. Артур!.. Бәпесем… Ҡайҙа һин?
Ҡатын туҡтауһыҙ тышҡа атылып сыҡты, аптырағас, кире өйөнә инде, ҡарамаған урыны ҡалманы. Ашығып килгән Ҡыҙбикә күренгәндә, уның хәле бөтөнләй бөткәйне. Апаһын ҡосаҡланы ла ишетелер-ишетелмәҫ:
– Юғалды… – тип кенә әйтә алды.
– Марфуша!.. Ҡыҙым… Нимә булды һиңә?
Иҫенә килгән Марфа сәсенең еүешләнгәнен, йөҙө буйлап тир аҡҡанын тойҙо, туҡтауһыҙ ҡалтыранды.
– Ҡыҙбикә апай…
– Тыныслан… Тыныслан, хәҙер барырбыҙ… Алып килербеҙ. Тик ҡурҡма.
– Ҡайҙа ул? Берәйһе алып киткәнме? Әйҙә, Ҡыҙбикә апай!..
Марфа ҡапыл ырғып торҙо, ләкин башы әйләнеүҙән кире ултырҙы.
– Хәҙер… Хәҙер, Марфуша. Тик башта тыныслан, яраймы?
– Эйе. Тынысландым. Һин килгәс… тыныс…
Ҡыҙбикә үҙенең дә борсолғанын Марфаға күрһәтмәҫкә тырышып, диван яҫтыҡтарын урынына һалды, иҙән балаҫын төҙәтеп ҡуйҙы.
– Бая картуфлыҡта йөрөгәндә ағайың баҡсаңда Иринаны яҙа-йоҙа күреп ҡалған. Һағайған. Теге ҡапҡаңдан сығып, үҙ яғына шыпырт ҡына шылған.
– Улмы?! – Марфа тоҡанып китте. – Әйҙә, Ҡыҙбикә апай, киттек тиҙерәк!
– Тик тыныслан, ярһыма. Бындай шашыу беҙгә юлдаш түгел… Әйҙә.
Эйе, Тимербай Иринаның башын ғына күреп ҡалған, бәлки, йомош менән йөрөйҙөр, тип уйлаған. Ә инде Марфуша ҡысҡырып, ғауғалы йүгереп йөрөй башлағас, тигенгә түгелдер тип, хәлде асыҡларға ҡатынын ебәргән. Берәй насар нәмә була ҡалһа, үҙенә әйтергә ҡушҡан.
Марфа баш өҫтөнә сөйөп бәйләгән яулығын өҫтәлгә ырғытты ла ҡысҡырып ебәрҙе. Уның әсе тауышын тәүгә ишетте Ҡыҙбикә.
– Етте был Трофимға! Ҡомһоҙ, жулик! Аҡсаға туймаҫ бәндә! Буфетта ятҡан ҡағыҙ аҡсамды һыпырғас, буш сәй һауытында ятҡан көмөшөн дә ниңә алмаған?! Намыҫы етмәгәнме?! Әллә ояты бармы? Ҡараҡ, бур!
Марфа аҡса һаҡлаған ҡалай сәй һауытын ишеккә ҡарай атып бәрҙе. Уның күҙ алдына тағы ғәрип малайын ҡурсалаған йәш ҡатын килеп баҫты. Ҡатылыҡ ҡунды икенсе әсәнең күңеленә лә...
– Киттек, Ҡыҙбикә апай! Кисә минән Трофим Нюра апайҙан ҡалған аҡсаны таптырҙы. Үтемде һытып алып бара ине! Хәҙер балаға йәбешкән! Берәй хәл булһын – үлтерәм мин уны! Икеһен дә!
Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй барып ингән Марфа өй ишегенә тибеп ебәрҙе. Йөҙөндә хәҙер бер ниндәй ҡурҡыу ғәләмәте юҡ ине. Был хәлде беренсе тапҡыр күргән Ҡыҙбикә апай уның ярһыуын баҫырға ашыҡты.
– Сеү, Марфа… Артурыңды ҡурҡы­тырһың. Илар. Ҡысҡырма…
Әсә кеше бер нәмә лә ишетмәне, алҡымына килеп тығылған төйөрҙө ярып, тағы әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе.
– Ҡайҙа Артур?! Инде балаға тотондоңмо?! Уның ниндәй ғәйебе бар?
Аш өйөнә бүленгән яҡта шоколадҡа буялып ултырған малай әсәһенең тауышын ишетеп илай башланы, ҡулдарын болғаны. Алға ынтылған Марфаның юлын ҡыҙмаса йөрөгән Трофим бүлде.
– Ҡайҙа юл алдың, Нюрка көсөгө?! Ҡайҙа йәшерҙең ҡарсыҡтың аҡсаһын? Ете ер аҫтына тыҡтыңмы? Әллә эскесе ир табып типтерәһеңме?
Улының имен-һаулығы Марфаға йән өрҙө. Уны ҡурҡытып ҡуймайым тип, ҡысҡырыуҙан туҡтаны. Шулай ҙа Трофимдың һорауын яуапһыҙ ҡалдырманы.
– Ниндәй аҡса ул? Ул минең өйгә, мунсаға йәшерелгән тип уйлайһыңмы? Бар, картуф баҡсаһын да ҡаҙып сыҡ! Урынына виноград сәсермен, файҙаһы булыр.
Трофим ҡулын күтәрҙе, шул саҡ залдан килеп сыҡҡан йылғыр Ирина Артурҙы күлдәк һыртынан эләктереп алды ла шарылдата-шарылдата икенсе бүлмәгә инеп юғалды. Уларҙың артынан, ҡармаҡҡа эләккән балыҡ кеүек, әле бер, әле икенсе яҡҡа тайпылған әсәне Трофимдың ишеккә арҡыры ҡуйған резина таяғы тотто – цирк кәмитсеһенеке кеүек уңға-һулға дәртләнеп “бейене”. Ҡотороуҙан ирҙең күҙе тондо.
– Ҡайҙа инеп бараһың, аҡса моҡсайы?! Әллә ҡыштырлатып ас ҡорһағыңа йоттоңмо?! Дөрөҫөн әйтмәйенсә, был өйҙән үҙең дә, балаң да сыҡмаясаҡ! Ишетһен ҡолағың! Кем белһен һинең даулашып йөрөгәнеңде? Бая өйөңдә эҙ ҡалдырҙым: береһе килдеме, күрҙеме? Кемгә кәрәк һин, етемәк тана?!
Ҡыҙбикә апайҙың һөрлөгә яҙып, ҡарһаланып инеп килгәнен күргәс, ир сығырынан-сығып ҡысҡыра башланы:
– Шайтан алғыры бисә! Сит кешенең өйөнә рөхсәтһеҙ инергә нисек баҙнат иттең? Хәҙер Марфуша һинең көсөгөңмө? Нюрка, сәскәле итәк бүләк итеп, үҙеңә ҡалдырып киттеме әллә? Өйөңдәгеләр әҙме ни, хәйер­селәр үрсеткән нәмәкәй?! Итәк тулы бала!
Трофим хахылдап мыҫҡыллы көлдө. Иринаһы ҡатындарҙы залға индермәҫ өсөн ишекте шартылдатып япты, илаған баланы тыйырға тырышты.
Читайте нас