Оҙаҡ йылдар уйлап йөрөгән уй-маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырып, Ырымбур өлкәһенә ҡараған Октябрь районының Иманғол ауылына барып ҡайтҡандан һуң тыуған уй-кисерештәр тураһында яҙмау мөмкин түгел.
Һүҙем – йылдар аша быуындар осрашыуы хаҡында…
Ҡартатайым Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы кешеһе –Әхмәтшәрәф Ҡотләхмәт улы Мотаев. Заманына күрә бик белемле, һүҙ оҫтаһы булған, ауылдаштарының терәгенә әйләнгән. Ауылда уны указлы мулла итеп һайлап ҡуялар. Табип булараҡ, бик күп балаларға сәсәккә ҡаршы прививка һалып, үлемдән ҡотҡара, үлән төнәтмәләре менән дауалай. Халыҡ һөйөүе ҡартатайыма ҡарата бик көслө була.
Ләкин уны күрә алмаған мәкерлеләр ҙә табыла. 1930 йылдар башында “халыҡ дошманы” тип һөргөнгә ебәрәләр. Әсәйем Рәйсә Әхмәтшәрәф ҡыҙының хәтерләүҙәренән: “Мулла булғаны өсөн атайымды “халыҡ дошманы” тигән келәймә тағып, һөргөнгә ебәрҙеләр. Әнием дүрт балаһы менән урамда тороп ҡалды. Ҡарағас өйөбөҙҙө, ике һыйырыбыҙҙы, өй йыһазын тартып алдылар. Әнием ҙур байлыҡ менән килен булып төшкән: “Зингер” машинаһы, ике сепарат, сымылдыҡтар, ике кеше күтәрмәле ике балаҫ…
Буш торған иҫке генә землянка-өйгә ингәнбеҙ. Ҡыш уртаһында яғырға ла, ябынып ятырға ла, кейенергә лә, ашап-эсергә лә бер нәмә юҡ. Апай-ағайҙарымды, мулла балаһы тип, уҡыуҙан ҡыуғандар. Әниемдең сеңләп илауҙары, атайымдың һигеҙ ай ултырып, аҡланып ҡайтып килгәндә юлда үлеп ҡалыуы – барыһы ла төш кеүек кенә хәтерҙә.
Өләсәйебеҙ Мәрйәм Әғзәм ҡыҙы Шәфиева сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Иманғол ауылынан, революционер Бәхтигәрәй Шәфиевтең бер туған апаһы була.
Йәп-йәш көйө дүрт бала менән урамда тороп ҡалыу, уҡыуҙан ҡыуылған балалары өсөн янып-көйөү, тормош иптәшенең аҡланып та ҡайтып етмәй юлда үлеүе, ҡустыһы Бәхтигәрәйҙе атып үлтереүҙәре – барыһы ла өләсәйебеҙ Мәрйәм Әғзәм ҡыҙының йөрәге аша үтә. Тыуған яғына ҡайтып килеү, туғандарын күреү форсаты ла теймәй уға.
Хәҙерге заман өсөн бик ҡәҙерле булған ҡағыҙҙарҙы төн уртаһында мейескә яғып һөйләнә-һөйләнә, сеңләп илай-илай утҡа ташлауы өлкән улдары Ғәфүр менән Фәтих Мотаевтарҙың ғүмерлеккә хәтерҙәрендә ҡала. 1943 йылда 58 генә йәшендә өләсәйебеҙ йөрәк ауырыуынан үлеп ҡала.
Күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар аша балаларын кеше итә ул. Өлкән улы Ғәфүр, ҡыҙы Файза, уҡыуҙан ҡыуылыуына ҡарамаҫтан, атайҙары Әхмәтшәрәф белем алған Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайҙа урынлашҡан педагогия училищеһына инеп уҡытыусы һөнәре ала. Кесе ҡыҙы, минең әсәйем Рәйсә лә, ғүмере буйы Ниғәмәт урта мәктәбендә абруйлы уҡытыусы булды.
Һүҙ ыңғайы шуны ла әйткем килә: Мотаевтар нәҫеленең педагогия стажы – 800 йылдан ашыу! Ҡартатайым Әхмәтшәрәфтең, өләсәйем Мәрйәмдең ышаныстарын аҡлап, балалары лайыҡлы тормош юлы үтте. Үҙҙәре лә балаларын илебеҙ өсөн кәрәкле һөнәр кешеләре итеп тәрбиәләне. Барыбыҙ ҙа ҡартатайым менән өләсәйемдең рухы ҡыуанырлыҡ ғүмер юлын һүтәбеҙ…
Өләсәйемдең тыуған яҡтарына, Иманғолға барып, әсәйемдең ике туғаны Мөнирә Шәңгәрәй ҡыҙы Шәфиева-Иҫәнсурина менән осрашып ҡайттыҡ. Ул йыйып барған архив мәғлүмәттәре менән таныштыҡ, яҡын туғандарҙы рәсем аша ғына булһа ла күрҙек, өләсәйемдең, Бәхтигәрәй Шәфиев олатайыбыҙҙың тыуған, үҫкән йорттарының бөгөнгәсә һаҡланыуына ғәжәпләндек. Улар йөрөгән урамдан үткәндә берсә ғорурлыҡ, берсә һағыш тойғоһо йөрәкте телде. Шул замандан ҡалған мәсет бүрәнәһенән төҙөлгән яңы мәсеткә инеп, барлыҡ әруахтарыбыҙға аят уҡыттыҡ.
Форсаттан файҙаланып, беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм ҡаршы алып, оҙатып ҡалған ауылдың “Иман” мәсете имам-хатибы Фәрит Мәжит улы Әбүзәровҡа, Мөнирә апайыбыҙ башлаған эште дауам итеп, үҙ көсө менән музейҙы хәстәрләп торған Марат Вәли улы Абушаһминға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ауылдың йәнле тарихы – 92 йәшлек Мөнирә апайыбыҙҙың беҙҙе ихлас ҡабул итеүе, күп дәлилдәрҙе асыҡлап һөйләүе йылдар аша быуындар осрашыуын хәтерләтте.
Заманында “Совет Башҡортостаны” гәзитендә филология фәндәре кандидаты Илдус Ҡасим улы Бүләковтың “Юлдар йылдар аша осраша” тигән мәҡәләһе баҫылғайны. Унда яҙылған бер ғаилә тарихы ла – өләсәйем Мәрйәмдең нәҫел ебе. Уның әсәһе Хәҙисәнең ағаһы Ғәбделхалиҡ Тимеров менән ҡыҙҙары Мәфтуха, Ғәзизә, Ғәйшә тураһында һүҙ бара. Уларҙың һәүәҫкәр артист булып гастролдә йөрөүе талантлы булыуҙарын раҫлай. Ә бит Ғәфүр, Фәтих олатайҙарым, улдары Фәрит ағайым халыҡ йырҙарын урын-еренә еткереп, өҙҙөрөп йырланы. Апайым Баныу Фәтих ҡыҙы ла ғүмере буйы сәнғәт өлкәһендә янып эшләне, ейәндәре Фәтих Мулләхмәтов ошо өлкәлә тир түгә. Ошо түгелме икән быуындан-быуынға күсә килгән талант сылбыры?
Хәҙер инде өсөнсө быуын – үҙебеҙ ҙә олатай-өләсәй булдыҡ. Тарихыбыҙ юғалып барған аңлайышһыҙ заманда балаларыбыҙҙы ырыуыбыҙ тарихы өлгөһөндә тәрбиәләү, нәҫел тамырыбыҙҙың Иманғолға тоташыуын аңлатыу маҡсатында яҙылды был мәҡәлә.