Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Октябрь 2020, 15:22

Шәжәрә байрамы гөрләне

Асҡын районында “Шәжәрә байрамы” XV республика халыҡ байрамы үтте. Быйылғы сара Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылына, шулай уҡ республикабыҙҙағы Башҡорт теле йылына ярашлы ойошторолдо. Өҫтәүенә уның Асҡын районының 90 йыллығына тура килеүе лә байрамға мәртәбә өҫтәне.

Асҡын районында “Шәжәрә байрамы” XV республика халыҡ байрамы үтте. Быйылғы сара Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылына, шулай уҡ республикабыҙҙағы Башҡорт теле йылына ярашлы ойошторолдо. Өҫтәүенә уның Асҡын районының 90 йыллығына тура килеүе лә байрамға мәртәбә өҫтәне.


Сара барышында Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Баш­ҡортостандың төньяҡ-көнба­йыш райондары вәкил­дәре ҡатнашлығында онлайн тәртиптә “Төньяҡ башҡорт­тары: генеалогия һәм тыуған яҡты өйрәнеү” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция ла үтте.


Театрлаштырылған тамаша мәлендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙары парады ойошторолдо, балалар араһында шәжәрәгә, ғаилә династияларына арналған һүрәт төшөрөү конкурстары уҙҙы.


Республика кимәлендәге Шәжәрә байрамына алдан уҡ ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Мәҫәлән, быйыл мартта Асҡын районында ошоға арналған семинар-практикум булды. Уның эшендә шәжәрә төҙөүселәр, биҙәү-ҡулланма һәм һынлы сәнғәт оҫталары, ауыл биләмәләре башлыҡ­тары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты. 30 апрелдән 30 майға тиклем Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында “Ырыу ағасы” республика форумына ярашлы “Шәжәрә” балалар конкурсы барҙы. Был бәйгегә 470 эш ҡабул ителгән. “Ғаиләм – минең ҡәлғәм” видеоконкурсы ла бик ойош­ҡан үтте.


Асҡында уҙған ҙур сара барышында ошо конкурстарға йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. Шәжәрә төҙөүсе­ләр конкурсында Гран-приҙы Октябрьский ҡалаһынан Рә­шиҙә Диннур ҡыҙы Ғилфанова яуланы. “Ғаиләм – минең ҡәлғәм” бәйгеһендә Туймазы районынан Хәсәншиндар ғаиләһе төп бүләккә лайыҡ булды. Балалар һүрәттәре конкурсында Аделина Рәсү­лева (8 йәш, Сибай) һәм Илһам Утарбаев (13 йәш, Баймаҡ) еңеүселәр булып танылды.


Асҡын районы хакимиәте әҙерләгән махсус бүләк – “Танып” шифаханаһына юллама үҙ шәжәрәһен төҙөгән Бөрйән ҡыҙы Инзирә Баязитова менән Асҡын районының йәш ғаилә­һе Суфийәновтар ғаиләһенә тапшырылды.



Асҡын районы.
Читайте нас в