Клубта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты буйынса грант аҡсаһына капиталь ремонт яһалды, матди-техник база яңыртылды. Грант күләме – 13 миллион һум. Был аҡсаға мәҙәниәт йорто ҡыйығы, канализация, электр, һыу һәм йылылыҡ селтәрҙәре, тәҙрәләр, төп сәхнәләге иҙән, шаршау алмаштырылған, стеналар буялған, түшәм яңыртылған. Тамашасылар залында өр-яңы 150 ултырғыс ҡуйылған.
Хәҙер ижади коллективтар яңы залдарҙа шөғөлләнә. Балалар өсөн уйын, ғәмәли ижад бүлмәләре, тренажер һәм бейеү залдары, китапхана тулыһынса төҙөкләндерелгән, йыһазландырылған. Китапханала ҙур булмаған музей асылған, ә мәҙәниәт йорто холында үҙешмәкәр рәссам Константин Федорович Трегубовтың күргәҙмәһе ойошторолған.