Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылының тарихи урыны булған Апай тауы башына "Баяс" йырының авторы, ҡурайсы, йырсы, сәсән, башҡорт батыры Баясҡа (Баязетдин) арнап стела асылды. Башҡорт халҡы өсөн йәнен аямаған Баяс батыр иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында стела асыу мәсьәләһен тәүгеләрҙән булып ауылдың аҡһаҡалы, ҡурайсы Рәмил Хәсәнов күтәреп сыға һәм уны тормошҡа ашырыуҙа ҙур тырышлыҡ һала.
Рәмил Сәфәрғәле улы белдереүенсә, йәш быуын үҙенең тыуған яғының тарихи ер-һыу атамаларын, үҙ батырҙарын, ошо төбәктән сыҡҡан йыр-моңдарын белеп үҫергә тейеш. "Күптән был уй минең күңелемдә йөрөй ине. Ул үҙенең апайы менән тыуған еребеҙҙе һаҡлап, биленә һөңгөһөн тағып, ҡулына уҡ-һаҙаҡтарын тотоп иң шәп уҡсыларҙы бергә туплап, еребеҙҙе талаусыларға ҡаршы сыға. Колонизаторҙар тарафынан яу еңелә, әммә батыр, мәргән Баясты ҡулға ала алмайҙар. Ул үҙенең бер туған апайы менән ошо тауҙа йәшеренеп осраша, ошо шишмәнең һыуын эсә. Аҙаҡ был урындар Апай тауы, Апай шишмәһе тип йөрөтөлә. Ҡасандыр Баяс (Баязетдин) батырҙың эҙҙәрен һаҡлаған ергә уның исемен мәңгеләштереү өсөн стела ҡуйыу - йәш быуын өсөн бер иҫтәлек, аманат".
Ҡурай моңо аҫтында Түбәнге Яйыҡбай ауылының данлы улдарының береһенә стела асыла, мәшһүр халыҡ йырын "Баяс"ты Рәил Хәсәнов башҡара. Ҡурай тажы һәм уҡ-һаҙаҡ һынландырылған ерҙә ҙур таш (плитә) ҡуйылған. Унда шундай һүҙҙәр яҙылған: "Баяс" йырының авторы, ҡурайсы, йырсы, сәсән, башҡорт батыры Баяс апаһы менән тыуған ере, иле өсөн көрәшкән.
Ат ҡушаҡлап йөрөп бында килдем,
Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе.
Уғыры ла тиеп хурламағыҙ,
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе. ("Баяс", башҡорт халыҡ йыры)
Әйткәндәй, Түбәнге Яйыҡбай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша һәм ошо маҡсаттан ауылда төрлө эштәр башҡарыла, өмәләр үтә.