Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октября 2020, 13:06

Бәхәсләшкән, ти, берәү... (Хикәйә)

Ижадташ дуҫым Жолтай Жумат-Алмашулы – күренекле ҡаҙаҡ яҙыусыһы, драматург, филология фәндәре кандидаты, ике тиҫтәнән ашыу проза китабы һәм утыҙға яҡын драма әҫәре авторы. Ул Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе Яңыҡорған районының Ҡыраш ауылында тыуған.

Ижадташ дуҫым Жолтай Жумат-Алмашулы – күренекле ҡаҙаҡ яҙыусыһы, драматург, филология фәндәре кандидаты, ике тиҫтәнән ашыу проза китабы һәм утыҙға яҡын драма әҫәре авторы. Ул Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе Яңыҡорған районының Ҡыраш ауылында тыуған.


Яҙыусының “Киң һәм тар донъя” (“Кең де тар дүние”) тип аталған трилогияһы киң танылыу яуланы. Ҡаҙаҡ халҡының аяныслы фажиғәһен: колхозлаштырыу арҡаһында килеп сыҡҡан аслыҡ йылдарын (ике миллион кеше астан үлә), репрессиялар осорон һүрәтләгән был әҫәр – ХХ быуаттың киң панорамаһы. Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт эшмәкәре Жолтай Жумат-Алмашулы “Мәңгелек элегия” тигән китабы өсөн “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” премияһына лайыҡ булған.


Яңыраҡ ҡына данлыҡлы ҡаҙаҡ яҙыусыһының Мәскәү ҡалаһының атаҡлы “Художественная литература” нәшриәтендә “Жизнь горькая и сладкая” тип аталған китабы донъя күрҙе. Ошо китап шулай уҡ Төркиәлә донъя күргән. Был йыйынтыҡҡа ингән “Интерадам” тигән романы октябрь һанынан “Ватандаш” журналында баҫыла башланы.


“2019 йылдың иң яҡшы драматургы” тип билдәләнгән Жолтай Жумат-Алмашулының тиҫтәнән артыҡ пьесаһы дәүләт драма театрҙарында сәхнәләштерелгән. Күренекле драматургтың “Мәңгелек элегия”, “Солтанбәк һәм Сталин”, “Отрар йәшене” (Абу Насирҙың йәш сағы), “Ғалим тормошо”(Абу Насирҙың хыялы), “Тотороҡһоҙ һауа торошо”, “Тере йән” һәм башҡа драмалары Ҡаҙағстан театрҙарында уңыш менән бара.


Яҙыусының даһи ғалим, философ Абу Насир аль Фарабиға бағышланған “Отрар әреме” һәм бөйөк суфый шағиры Әхмәт Йәсәүи тураһында яҙылған “Күңел байлығы” тип аталған әҫәрҙәре төрлө әҙәби премияларға лайыҡ булды.

Күренекле ҡаҙаҡ яҙыусыһы Жолтай Жумат-Алмашулының әҫәрҙәре инглиз, ҡытай, рус, азербайжан, үзбәк, ҡарағалпаҡ һәм башҡорт телдәренә тәржемә ителгән. Ҡәләмдәш дуҫымдың башҡорт теленә ауҙарыл­ған хикәйәһен “Башҡортос­тан” гәзи­тен уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.


Флүр ҒӘЛИМОВ,

яҙыусы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты.


Донъяларҙың иң яманы булмаған фанилыҡта ҡайһы бер бәндәләрҙең йәшәү маҡсаты – башҡаларға зыян килтереү, аҫтыртын рәүештә арттан бысаҡ ҡаҙау һәм ошо ҡәбәхәтлек­тәренән ләззәт тойғоһо кисереү. Башҡаларҙан үҙен өҫтөн һанаған кешеләрҙең төрлө сүрәттәге был тоҡо­мо бүтәндәрҙе нисек тә булһа кәмһе­тергә һәм йәрәхәтләргә, яһилдарса йөрәгенең түренә ҡаҙалырға тырыша. Был маһайыусан һәм һауалы оятһыҙҙар аңлы рәүештә үҙҙәрен шулай тота, сөнки улар тарафынан рәнйетелгән кешеләрҙең әрнеүенән оло ҡәнәғәтлек ала.


Дөрөҫөн әйткәндә, был битһеҙҙәр ошо рәүешле үҙҙәрен раҫларға маташа, сөнки кемде мыҫҡыл итергә, арттарынан яманларға һәм ғәйбәт һөйләргә тырышалар, шулар менән сағыштырғанда, үҙҙәренең эстәре буш һәм ҡәбәхәт йән булыуҙарын аңлап торалар.


Ярай, һүҙ бында кешеләрҙең йөрәктәрен ярған һәм яҙмыштарын һындырған бысаҡһыҙ үлтереүселәр тураһында түгел...

Был гонаһлы ерҙә Ҡоласип кеүек бәндәләр ҙә бар. Тәү ҡарашҡа, үрҙә һанаған яуыздар менән сағыштырғанда, Ҡоласип ул тиклем үк зыянлы һымаҡ та түгел. Уның иң йомшаҡ яғы – ул маҡтаныу һәм донъяла булмаған лаҡаптар сығарыу...


Бына ошо Ҡоласип ... шиғырҙар менән мауыҡты. Яҙыу ғына түгел, ул үҙен талантлы шағир тип иҫәпләй башланы... Сәхнәгә сығыу мөмкинлеге тыуһа, ул: “Беҙ бына ошолайыраҡ ижад итәбеҙ!” – тип ғорур рәүештә әйтергә яратты. Ә шиғыр артынан шиғыр уҡый башлаһа, уны туҡтатырмын тимә, алып барыусыға Ҡоласипты ҡыуып тигәндәй сәхнәнән төшөрөргә тура килә.

Һүҙ был хаҡта ла түгел. Эш шунда, Ҡоласиптың һуңғы йылдарҙа бик үҙенсәлекле ҡылыҡтары күренә башланы. Ҡоласип маҡтаныуынса, ул бик оҫта рәүештә һәм отҡорлоҡ менән юғары дәрәжәле кешеләрҙең ышанысын яулаған, уларҙың тәкәббер йөрәгенә асҡыстар таба алған икән... Эйе, йыш ҡына уның ярамһаҡлы йылмайып, был донъяның көслөләре тирәһендә уралыуын күргән бар ине: ул һәр саҡ етәкселәргә ярарға һәм уларға яҡын булырға тырышты.


Ә аҙаҡ, тәмәке тартҡан ерҙә тыңлаусыларҙы аптыратырлыҡ хәлдәр тураһында һөйләп, һандуғас булып һайрай:

– Кисә мин Үҙе менән аралаштым (өҫкә бармағы менән күрһәтеп)... Ике сәғәттән ашыу бильярд уйнаныҡ. Ул мине төрлөсә маҡтаны, миңә лә уға яҡшы һүҙҙәр әйтергә тура килде инде, – тип ул еңеүсе ҡиәфәтендә коллегалары алдында тел сарланы.


Киләһеһендә ул мөһабәт ҡиәфәт менән бындай хәбәр һөйләне:

– Элгәре көн министр менән һөй­ләштем (фамилияһын атай). Башта мин уға былай ғына шылтыратҡайным, бер-ике һүҙ әйтәм тип кенә, ә ул шунда уҡ эләктереп алды: “Әй, ҡәҙерлем, һин миңә бик кәрәк инең, тиҙ арала килеп ет, һөйләшәһе һүҙем бар”. Әлбиттә, миңә уның янына барырға тура килде...


Ҡоласипты тәүге тапҡыр ишеткәндәр иҫтәре китеп тыңлай. Нисек аптыра­майһың ти: “Бына һиңә мөнәсәбәт, бына һиңә абруй!”


Ҡоласип райондарға, өлкә буйлап сыҡҡанда, үҙен бигерәк тә бәйҙән ысҡынған кеүек тота ине. Унда ул үҙен шундай итеп ҡуя, хатта теләһә ҡайһы хакимиәт башлығы, теләһә ҡайһы етәксе уны ауыҙын асып тыңлай.


Ғәҙәттә, ул һөйләшеүҙе былайыраҡ башлай:

– Быйыл яҙын... мин тура телефондан “Аҡ йорт”ҡа шылтыраттым. Трубканы Үҙе алды: “Нимә булды?” – тип һораны. “Һеҙҙең менән тиҙ арала күрешергә кәрәк ине”, – тип яуапланым мин. “Уй, Аллам, ваҡыт юҡ бит әле, – тине ул, уңайһыҙланып. – Сит илгә команди­ровкаға йыйынам. Ярай инде, һинең өсөн ҡәҙерле ваҡытымдың 15 минутын бүләм. Тик ҡабалан килеп ет”.


Мин уға ашығып барып индем, ә ул сығып китергә йыйына. Ваҡытын алмаҫ­ҡа тырышып, бөтә проблеманы һөйләп бирҙем. Иғтибар менән тыңлап, арҡам­дан ҡаҡты: “Борсолма, үҙемдең шәхси контролемә алам. Шулай булғас, илһам­ланып талантлы шиғырҙарыңды яҙы­уың­ды дауам ит, беҙҙең илебеҙҙе данла!” Һәм ул көтөп торған машинаға ашыҡты...


Тыңлаусыларҙың ғәжәпләнеүенең сиге юҡ: “Бына һиңә мә! Бына ниндәй кеше менән беҙ сәй эсеп ултырабыҙ икән!.. Әгәр Үҙе ҡабул итә һәм ҡеүәтләй икән, тимәк, Ҡоласип ысынлап та, үҙе әйткәнсә, бөйөк шағир...”


Ана шулай мөғжизәле рәүештә Ҡо­ласип алдында район-өлкә масшта­бындағы дастархандар йәйелә, һый-ниғмәт өйөлә һәм уға иң юғары хөрмәт күрһәтелә, иғтибар бүленә...


Бына ошо рәүешле ул, ябай кеше­ләргә үҙенең мауыҡтырғыс хәбәрҙәрен һөйләп, тормош юлдары буйлап еңел һәм киң аҙымдар менән атланы. Әгәр Ҡоласип “тере классик”тарға тотоноп, сетерекле хәл килеп сыҡмаһа, барыһы ла ошо рәүешле дауам итер ҙә ине.


Бер мәл ул башлап яҙыусылар араһында үҙенең “яратҡан ат”ына атланып, былай тип һүҙ башланы:

– Һеҙ барығыҙ ҙа беҙҙең аҡһаҡал-классик тураһында ишеткәнегеҙ бар бит инде. Абруйлы Абеке тураһында әйтәм. Бер мәл миңә уның менән әҙәби бәхәскә инергә тура килде, хатта ҡаты бәхәскә, тип әйтергә мөмкин...


Шул саҡ ауыҙ асып тыңлаусыларҙың береһе шик белдерҙе:

– О, Ҡоласип, Абеке-аға ябай кешеләр менән ундай асыҡ әңгәмәләр ҡормай...


– Бына һиңә, мә! – тип тупаҫ рәүештә бүлдерҙе Ҡоласип. – Мин Абекеның ижадын тулыһынса өйрәнгән кеше бит! Уның бөтә романдарын уҡығанмын... Ҡайһы берҙәре тураһында мәҡәлә яҙғанмын, тәнҡит һүҙҙәре әйткәнмен...


– Кит әй!.. – тип аптыраған булды йәш әҙәбиәтсе... – Ҡоласип, һеҙ бер ни тиклем арттырып ебәрәһегеҙ шикелле. Беҙҙең Абеке бит һикһәндән үтте. Ә һеҙ телгә алған романдар бынан өс тиҫтә йыл элек яҙылған. Ул ваҡытта бик йәш булғанһығыҙ. Һеҙ ни хәл ул ваҡытта романдарға тәнҡит мәҡәләләре яҙа алдығыҙ?..


– Ә ниңә тәнҡитләмәҫкә ти? – тип ҡыҙып китте Ҡоласип. – Йә, Аллаһ, ул классиктың романдарын әленән-әле ҡабатлап баҫтырып тороуы барыһына ла билдәле лә баһа! Мин бит уның яңынан сыҡҡан китаптарына тәнҡит мәҡәләләре яҙҙым!

Илаһи тынлыҡ урынлашыуҙан ҡанатланып, Ҡоласип ҡәнәғәт рәүештә уйлап ҡуйҙы: “Бөтәһенең дә ауыҙын яптым шикелле...” Һәм тағы ла дәртлерәк рәүештә дауам итте:


– Шулай итеп, Абеке менән беҙ тауҙарҙа, уның дачаһында, ул-был турала, уныһын-быныһын, ул миңә, мин уға төбәлеп китеп һөйләшкәндә, оҙаҡ фекер алыштыҡ, әҙәбиәт тураһында бәхәсләштек. Аҙаҡтан Абеке ҡул һелтәне, йәнәһе лә, мине уйымдан кире ҡайтарып булмай һәм бындай үтенес белдерҙе: “Һин бына – талантлы шағир. Ни өсөн быға тиклем миңә бер шиғыр ҙа бағышламаның? Иҫләйһеңме, Муҡағәли Абдилдегә ниндәй һоҡланғыс ода яҙған?..” – Ҡоласип еңеүсе ҡиә­фәтендә тирә-яғындағыларға күҙ һалды һәм дауам итте. – Дөрөҫөн әйткәндә, мин бындай туранан-тура баҫымдан юғалып ҡалдым. Мин берәүгә лә тотош ода арнағаным юҡ. Был хаҡта әйтһәм, классиктың хәтере ҡалыуы ихтимал бит инде...


– Бик тә ҡыҙыҡлы хәл! – тип түҙмәгән йәш шағирҙарҙың береһе. – Танылған классикка һеҙ нимә тип яуап бирҙегеҙ һуң?

– Артҡа сигенергә урын юҡ! Мотлаҡ яҙасаҡмын, тип әйттем. Тик ваҡыт һора­ным. Әммә аҡһаҡал-классик ғәйеп­ләгәндәй әйтеп ҡуйҙы: “Мин һине ялҡынлы талантлы шағир тиһәм. Ә һин оҙон-оҙаҡлап яҙырға йыйынаһың: утыҙ көн уйларға, һуңынан ҡырҡ көн илһам­ланырға. Бындай шарттарҙа теләһә ниндәй шағир нимә лә булһа яҙа аласаҡ...”


– Шунан-шунан? – тип түҙмәйенсә һораған тағы ла бер шағир.


– Ҡомарланып китеп, мин классикка былай тип әйтеп һалдым: “Улай булғас, мин хәҙер үк яҙам! Бына күрерһегеҙ, ундай шиғырҙы әлегә тиклем бер кем дә бер ҡасан да яҙмаған!” Шулай тип әйтеп ҡулыма ҡәләм алыуым булды, аҡһаҡал мине туҡтатты: “Ярай-ярай, ҡыҙма! Ысынлап та, бер нисә көн уйла – миңә шиғыр бағышлауың – минең өсөн бик мөһим һәм оло мәртәбә!”


Ошо мәл ныҡлы илһамланған Ҡола­сип тертләп китте лә, ярты һүҙендә туҡ­тап ҡалып, йәһәт кенә артына әйлә­неп ҡараны. Бына һиңә мә! Баҡтиһәң, уның арҡаһынан... йәш әҙәбиәтселәр төркөмө янына һиҙҙермәй генә килеп баҫҡан баяғы аҡһаҡал-классик ҡағып тора икән.


– Йөҙөңдө күрһәт әле, кемгә “ода бағышлауын үтенгәнмен” икән, битеңде күргем килә. Тик бына... бер нисек тә таный алмайым бит әле, һин кем булаһың ул?..


– Мин билдәле шағир Ҡоласип Йылғырбашев булам, хөрмәтле Абеке-аға... – тип яуап ҡайтарҙы төҫө ҡасҡан Ҡоласип ҡалтыранған тауыш менән.


– Билдәле шағир Ҡоласип Йылғыр­башев, тиһеңме?.. – тип күҙҙәрен хәй­ләкәр рәүештә ҡыҫып баҡты уға классик. – Мин ундай шағирҙы белмәйем... Тағы алдашып тораһың бит... Әгәр ялғанһыҙ йәшәй алмайһың икән, исмаһам, әҙәп сиктәрендә алдашырға өйрән...


Ҡабат бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, классик Яҙыусылар союзы бинаһы яғына атланы. Ҡоласип ҡатып ҡалды, ҡыҙарын­ды, бүртенде, ә аҙаҡ ағарынып китте. Әле генә уны ауыҙҙарын асып тыңлаған йәш коллегалары Ҡоласипҡа ерәнеп баҡты:

– Һин – оятһыҙ һәм әрһеҙ алдаҡсы икәнһең!


– Талантлы шағир табылған, имеш...


– Ниндәй шағир булһын ул! Буш­ҡыуыҡ...


– Меҫкен, алдаҡсы...


Эйе, үҙенең таҡмаҡтары менән Ҡоласип ҡайҙа ғына барып тығылып ҡараһа ла, унан шағир сыҡманы...


Баҡтиһәң, Шағирҙың юғары исеме һәм мөҡәддәс бурысы уның иңе күтәрер­лек йөк түгел... Уның ҡарауы, гәзит эше буйынса йыш ҡына район­дарға сыға һәм, урындағы етәкселәрҙең һалпы яғы­на һалам ҡыҫтырып, үҙенең тамағын туйҙыра, өйөнә биштәрләп күстәнәс ташый.


Һеҙҙең, моғайын, Ҡоласиптың юғары даирәләрҙең ишеген тибеп асыуы, ә ун­да уны ҙур кешеләр ихлас ҡаршылап ултырыуы тураһындағы лаҡаптар сыға­рыуҙан туҡтанымы, әллә юҡмы икәнен белгегеҙ киләлер. Туҡтаманы, әлбиттә, юҡҡа ғына халыҡта “алтылағы алтмышта” тимәйҙәр, күрәһең.


Ана тора бит, йәнә эргәһенә йәш әҙә­биәтселәрҙе йыйған да тағы уларға нимәлер һөйләй:

– Бына, шулай итеп, мин бер мәл ша­ғир-классик Кабекеға ҡунаҡҡа барғайным...


Шул саҡ уны кемдер бүлдерҙе:

– Абеке тиһегеҙме?


Ҡоласип ҡапыл ҡыҙарынып китте лә бурҙарса ян-яғына ҡаранып алғандан һуң ғына дауам итте:

– Әйтәм бит, Абеке түгел, Кабеке! Ул минең менән мөһим мәсьәлә буйынса кәңәшләшеп алырға теләгәйне – сират­тағы поэмаһының аҙаҡҡы өлөшөнә ҡай­һы сиселеш уңышлы булыр икән, ти...


Был мәлдә Ҡоласип ғәжәйеп рәүештә уғры һайыҫҡанды хәтерләтә ине...


Лариса АБДУЛЛИНА тәржемәһе



Читайте нас