Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октябрь 2020, 10:00

М.Кәрим исемендәге Фондтың грант эйәләре билдәләнде

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулды.

Ошо уңайҙан М.Кәрим исемендәге фонд исемле грантҡа эйә булған йәш ғалимдарҙы атаны. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Грантҡа өс йәш ғалим: Башҡорт дәүләт университеты магистранттары Гөлйемеш Ҡылысова, Рузалина Таһирова һәм аспирант Ғаяз Бикбулатов лайыҡ булды. Улар бөйөк шағир, яҙыусы һәм драматургтың әҙәби мираҫын өйрәнә.
Исемле гранттар шағирҙың ижадын өйрәнеүсе йәш ғалимдарҙы дәртләндереү һәм үҫтереү маҡсатында булдырылғайны.
Мостай Кәрим исемендәге дәүләт стипендиялары ла бар. 2006 йылдан алып ул Башҡорт дәүләт университетының уҡыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән, әҙәбиәт өлкәһендә һәләттәрен күрһәткән, фәнни-тикшеренеү һәм йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнгән 3–5-се курс студенттарына бирелә.
Матур йолаға әүерелгән бүләкләү тантанаһы БДУ-ла, пандемияға бәйле хәл яҡшырғас үткәрелер, тип ниәтләнә.
Бөгөн шулай уҡ Фонд грантына эйә булған Өфөнөң М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларының исемдәре лә асыҡланды. 8-се–11-се класта уҡыған 11 бала мәртәбәле грантҡа лайыҡ булды. Улар барыһы ла уҡыу алдынғылары, ҡала һәм республика кимәлендәге конкурс, олимпиадаларҙа еңгән, призлы урындар алған.
Уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы ла санитар-эпидемиологик хәлдәр яҡшырғас үткәрелеүе көтөлә.
Фото: М.Кәрим исемендәге фонд сайтынан.
Читайте нас