Хоҙай Тәғәлә һәр бәндәһенә йомарт өлөш таратҡан. Һәр кеше ошо йомарт өлөшөн үҙенең төйәге, тыуған ере менән уртаҡлашҡан. Ырыҫлы, йомарт Учалы ере шундай оло шәхесте донъяға биргән икән, һис шикһеҙ, Аһылай ауылы донъяла бик һирәк осрай торған уникаль күренеш тыуҙырған. Мәүлит ағайҙың ғүмер башы, бөтә сығанаҡтарының сығанағы – ғәзиз тыуған Аһылайы, үләндәренең йәшеллеген, һауаһының, һыуының сафлығын, баллы сәскәләренең тәмен – үҙенең бөтә матурлығын йомарт итеп улына биргән һәм ошо ябай ғына бала, урман-ҡырҙарынан моң йыйған ҡурайҙай, дәрт-дарманы ташып торған ир-уҙаман, моңло тауышлы, иманлы диндар, талантлы әҙип, сәсән шағир булып үҫеп сыҡҡан.
Даръяларға ғына тиңләп...
Шуға ла Мәүлит ағай: ”Тәүге һүҙем көн яҡтыһына тәүләп күҙем асҡан кескәй Ватаным – тыуған ауылым хаҡында булырға тейеш”, – ти. Эйе, ҡобайырҙа әйтелгәнсә, шағирҙың ”тәмле һыуын эскән ере, кендеген киҫкән ере” – Аһылайы ул.
Үҙенең иҫтәлектәрендә Мәүлит Байгилде улы бала сағында мыҡты, ауыр кәүҙәле булыуы тураһында әйтеп китә. Хатта таш шикелле ауыр булғанмын, ти ул. Быға бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел, сөнки бала сағынан уҡ йомарт ере улының күңеленә тәбиғәтенең бөтә моңон, матурлығын, сафлығын тултыра. Мин был сабый күңелен берсә ҡымыҙ менән тулы турһыҡҡа, берсә ап-аҡ кәрәҙле, хуш еҫле, тос, үтә күренмәле, саҡ ҡына һарғылтыраҡ бал менән ҡыналап тултырылған тәпәнгә, берсә тыуған еренең бар моңон, һағышын, урман шауын, тау-таш һағышын, шишмәләр, ҡоштар тауышын үҙенә һеңдергән моңло ҡурайға тиңләр инем.
Был донъяға килеү менән бәләкәй Мәүлитте Хоҙай, төрлө һынауҙар менән һынап, уны эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәҫлек итеп сыныҡтырып үҫтерә. Нисә тапҡыр йыландан аралай, ат тояғының ҡатылығын да һынаттырып ҡарай. Мәүлит ағай, үҙенең шул тиклем һерелегенә аптырап, ошолай тип яҙа: “Ер йөҙөндә әҙәм балаһынан да нығыраҡ, бешерәк йән эйәһе юҡтыр ул!”
Шулай шул, ә был һынау-ауырлыҡтарҙы үтер өсөн бигерәк тә яныңда һинең өсөн йәнен фиҙа ҡылырлыҡ һәм бөтә ауырлыҡтарҙан ҡурсалап ҡалыр ата-әсәйең булыуы – үҙе бәхет!
Ә бит тормош беҙ уйлағандан да ҡатмарлыраҡ. Шул ҡатмарлы тормошта иң ҡәҙерле кешеләребеҙ – атай-әсәйҙәребеҙ беҙгә терәк тә, таяныс та. Ата-әсәһенең балалары өсөн өҙөлөп тороуы тураһында бына нисек яҙа шағир: “Эй, инәй күңелдәре! Балаһының өйгә ҡайтып инеүе менән өлтөрәп йөрөп, аш-һыу хәстәрләй. Ни алып, ни бирергә белмәй, бигерәк тә оҙағыраҡ ҡайтмай йөрөп, барып төшһәң, атай менән инәйҙең ҡыуаныстан ни эшләргә белмәй йөрөгәндәрен күреп, күңел тулып китә. Ҡарттарҙың күңеле үҫә, улар өсөн һин – иң оло ҡунаҡ...”
Үҙенең ижадында Мәүлит ағай ата-әсәһенә бик ҙур урын бирә.
Тормош ауырлығы Мәүлит ағайҙың әсәһен, биш-алты айлыҡ ҡына сабыйын ҡалдырып, колхоз эшенә сығырға мәжбүр итә. Ата-әсәйҙең йылы ҡосағында үҫкән ағай-апай, эне-һеңлеләре менән бәләкәй Мәүлит тә ҡул аҫтына кереп, ата-инәһенә ярҙамлашып үҫә.
Ҡанаттары нығынып-үҫеп, ояларынан осоп сыҡҡан ҡош балалары кеүек, төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышһалар ҙа, тыуған йортто онотмай ҡайтып торалар. Ошо турала Мәүлит Байгилде улы бына нимә ти:
“Атай-әсәй иҫән саҡта яндарына йыш ҡайтып, хәлдәрен белешеп, күңелдәрен күреп, ярҙам итеп тороуҙан да олораҡ сауап юҡтыр”, – ти шағир. Ысындан да, ғүмер биргән иң изге кешеләренең – ата-әсәһенең сауабын алып ҡалыуы менән дә бәхетле һанай үҙен шағир.
Нисек кенә ата-инәһе ҡурсалаһа ла, бала сағында бәләкәй Мәүлитте күп сир-сырхау, бәлә-ҡаза гел генә һағалап ҡына торған, бик ҡаты сирҙәргә дусар булған. Күп ауырыуҙарҙан улар ҡурсып алып ҡала алған. Тик уны аттан төңөлдөрә алмаған. Атаһының уны күтәреп, эйәр ҡашағаһына ултыртыуы уны күктәргә күтәргәндәй итә.
Бала саҡта ауыр хәлдәргә төшөүен Мәүлит ағай үҙенең тынғыһыҙ, күп нәмәне белергә тырышыуынан да, алабарманлығынан да күрә.
Йәнә шуныһы мине таң ҡалдырҙы: Мәүлит ағай бала сағында булған хәл-ваҡиғаларҙы шул тиклем ныҡ хәтерендә ҡалдырған. Үҙенең атай-әсәһенең, инәй-бабайҙарының, ауылының, хатта күрше ауыл кешеләренең әйткән һүҙҙәрен, улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе бөгөнгөләй иҫләп яҙа. Ә бына мөғжизәле ҡурай моңо бәләкәй Мәүлиттең күңелен күктәргә күтәрә. Зәйнулла бабаһы уйнаған ҡурай, уның бала ғына күңелен аңлатып бөтә алмаҫлыҡ уйҙарға сорнап, сихри моңға күмә. Шул ваҡыттарҙы хәтерләп, бына нимә тип яҙа яҙыусы: “Минең күңел талпынып, ҡурай моңо аша асмандарға аша. Йөрәк үҙе татлы, үҙе ғазаплы тойғоларҙан әллә ни эшләй – берсә илағы килә. Зәйнулла бабайҙың күкрәгенән урғылған сихри моң ябай ғына көпшә аша тирбәлеп сығып, булмышымды арбай, үҙ артынан бөтөнләй икенсе мөғжизәле донъяға әйҙәй. Ул ғәжәйеп донъяла үткәндең аһ-зары менән тантаналары ниндәйҙер зиһен етмәҫлек ҡөҙрәт менән бергә үрелгән. Даръяларға ғына тиңләп булырлыҡ был илаһи моңдар шулай уҡ минең киләсәктәге ҡыуаныстарым менән ҡайғыларымды, бәхетле минуттарым менән көйөктәремде, күккә үрләүҙәрем менән ҡолауҙарымды, бер һүҙ менән әйткәндә, яҙмышымды үҙенсә юрағандай. Ул яҙмыштың асылы – йыр-моң донъяһы, ижад ҡомары, тетрәнгән күңелемдең гүзәллеккә, икһеҙ-сикһеҙ камиллыҡҡа мәңгелек ынтылышы...”
Ғәжәйеп илаһи моң донъяһына ынтылышы тураһында нисек илһамланып яҙа Мәүлит Байгилде улы: “Ғүмеремдең бала саҡтан үҫмерлеккә ауышҡан бер мәлендә мин бар донъяны онотоп, йәнем-тәнем менән халыҡ йырҙарына ғашиҡ булдым”, – ти ул. Шул тиклем йырлағыһы килеүен үҙе лә аңлата алмаҫ хәлдә була ул. Эйе, халыҡ моңо кешенең йәнен милли рух менән һуғарған шишмә менән бер. Ошо шишмә Мәүлит ағайҙы йыр-моң юлына саҡыра ла инде.
Өфө музыка-педагогия училищеһында белем алыуы, үҙе әйтмешләй, “һелкәүестән һелкенеп, ҡаҡма иләктән ҡағылып”, музыканы йәне-тәне менән яратыуы, ҡара эштә сынығыуы, ауырлыҡтарға бирешмәүе, тырышлығы, еңмешлеге арҡаһында була.
Өфөлә уҡып йөрөгәнендә ауылын, туғандарын өҙөлөп һағыныуы тураһында: “Ҡайтҡым килде. Сәскәле туғайҙа йөҙтүбән ҡапланып, еремдең танһыҡ еҫтәрен һулап ятҡым, салҡан әйләнеп, зифа ҡайындарҙың бер-береһе менән серләшеүен тыңлап ятҡым, зәңгәр күктә көслө ҡанаттарын онотҡанда бер елпеп осҡан бөркөттәрҙең һауалауын күҙләп онотолғом килде...” Бик ныҡ һағынған саҡтарында Мәүлит ағай ғәзиз еренең ҡәҙерле ҡомартҡыһы булған әлеге ҡурайын ала, уның моңло, наҙлы тауышы менән йыуана. Һағыныуҙарын баҫыу өсөн ул музыканың тылсым тулы даръяһына йәне-тәне менән сума.
Тыуған яғын, туғандарын һағыныуын, икенсе төрлө әйткәндә, һағынышлы яҙмышында әҙ генә булһа ла тынысландырыусы күренештәрҙең тағы ла береһе Мәүлит Ямалетдинов тигән студент өсөн шағирҙар менән осрашыу була. Тәүге шиғырҙары тупланған дәфтәрен Әсхәл Әхмәтҡужинға күрһәтеп, һоҡланыулы баһа алыуы артабан да ижадына этәргес көс бирә. Ошо һәйбәт баһанан Мәүлит Байгилде улының күңеле ҡанатланып, рухы күтәрелә, һәм ул ижадҡа ихлас тотоноп китә.
Талантлы шағир Мәүлит ағайҙың ижады тураһында күп яҙырға була. Уның берсә уйсан да, берсә ғәжәйеп матур, гүзәл эске донъяһына бик күп шағир-яҙыусылар һоҡланып яҙа. Уның тәүге йыйынтығын ҡулға алғас, Рауил Бикбаев: “Был донъя уйсан да, йәшәүҙең аҫыллығына һоҡланыусан һәм тормош ҡаршылыҡтары тураһында уйланыусан да, матурлыҡты күреп кинәнеүсән һәм ваҡыттың ҡотолғоһоҙ, аяуһыҙ ағышын тойоп һыҙланыусан да булып, төрлө образдарҙа хәтерҙә ҡала”, – тип яҙғайны.
Һоҡланғыс туған тәбиғәтенең матурлығын данлаған лирик шиғырҙары күңел ҡылдарын сиртеп кенә ҡалмай, нескәлеге менән дә арбай. Шиғырҙарына күскән тау-йылғаларының матурлығы төрлө төҫтә емелдәү ҡөҙрәтенә эйә.
Бөгөн Мәүлит Ямалетдинов – “Шиғриәт”, “Проза”, “Драматургия” тигән икһеҙ-сикһеҙ ижад даръяларында ҡолас ташлап йөҙгән, тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. Ул Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Төрлө жанрҙағы 25 китап авторы. Мәүлит Байгилде улы 1991 йылда Өфөлә уҙғарылған республика сәсәндәр бәйгеһендә беренсе урынды яулай, И. Мырҙаҡаев призына үткәрелгән сәсәндәр конкурсы лауреаты, Алматы ҡалаһында Төрки поэзияһының II халыҡ-ара фестивале лауреаты була, 2016 йылда Өфөлә уҙғарылған Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсында Гран-при яулай һәм шул уҡ йылда уға Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаты исеме бирелә.
2015 йылда талантлы шағир, билдәле прозаик Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тигән уникаль баҫмаһы донъя күрҙе. Был башланғысҡа әҙерлекле килде Мәүлит Байгилде улы. Биш намаҙын ҡалдырмаған әҙип бөгөн Ҡөрьән сүрәләрен артабан тәржемәләү һәм шәреҡләү менән шөғөлләнә...
“Мәүлит ағайҙың шиғри аңлатмаһында аяттар башҡорт телендә аңлайышлы ла, эске моңо яңғырайышлы. Был шағирҙың талантына, һүҙ байлығына бәйләнгән”, – тип яҙа Фәнил Күзбәков. “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабы халыҡ араһында бик ҙур популярлыҡ ҡаҙанып, “эпохаль ваҡиға” булараҡ нарыҡланды.
Ә инде 2019 йылда Мәүлит Байгилде улының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыуы уның ижадын яратыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур ҡыуаныс ине.
Һәр халыҡтың иң ҙур хазинаһы – һүҙ. Һүҙҙең кешелек тормошондағы әһәмиәтен, фекерҙе ойоштороусы ҙур көскә эйә булыуын художестволы әҙәбиәттән күрәбеҙ. Художестволы әҙәбиәт һәр халыҡтың быуаттарҙан-быуаттарға күсеп һаҡланып килгән тарихи иҫтәлеге лә, милли ғорурлығы ла ул. Был йүнәлештә тарихи романдарҙың роле баһалап бөткөһөҙ.
Күренекле рус яҙыусыһы, тарихи романдар оҫтаһы А.Н. Толстой туған халҡының тарихын өйрәнеү өсөн тарихи романдарҙың ни тиклем кәрәклеген билдәләп былай тип яҙған: ”Халыҡтың серенә, бөйөклөгөнә төшөнөү өсөн уның үткәнен, үҙ тарихыбыҙҙы, ул тарихтың төп һыҙаттарын, ундағы ижади һәм трагик эпохаларҙы яҡшы һәм тәрән белеү кәрәк”.
Мәүлит Ямалетдиновтың 2007 йылда баҫылып сыҡҡан ҙур күләмле “Ҡуласа” тарихи романы тураһындағы һүҙемде әҫәрҙәге ошо һүҙҙәр менән башлайым. “Яҡты донъя – өҙлөкһөҙ үҙгәрешкә ҡоролған бер ҡуласа. Ул һис бер зат туҡтата алмаҫлыҡ ҡанундарға буйһондоролған. Ҡөрьән сүрәләренең бер аятында тап ана шул күҙ уңында тотола:
Күктә ҡояш мәңгелек бер сәйәхәттә,
Үҙ юлында һис туҡтауһыҙ хәрәкәттә.
Үҙенә күрә был да ғибрәт билдәһелер,
Ғалим булған Аллаһының ғилләһелер...”
Романды уҡып сыҡҡас, ысынлап та, был романдағы хәл-ваҡиғалар туҡтауһыҙ хәрәкәткә ҡоролғанлығын, ошо ҡуласа эсендә, хәл-ваҡиғалар бәйләнешендә кеше яҙмыштарының әйләнеп тә, тулғанып та, сеймәлеп тә бөткәнен аңлайбыҙ.
Яҙыусы халҡыбыҙҙың тарихын, ирек, хоҡуҡ, ғәҙеллек яулау юлындағы ҡатмарлы, аяныслы оло дәүерен “Ҡуласа” тигән тәрән йөкмәткеле әҫәре аша ышандырырлыҡ итеп күрһәтә алған. Әҫәрҙә Ҡазан ханлығының ҡолатылыуы, Мәскәү дәүләтенең көсәйеүе, көнсығыш биләмәләренең киңәйеүе, шул уҡ ваҡытта ошо ваҡиғалар әйләнәһендә Ҡобағош бейҙең оло шәхес, оҫта сәсән генә түгел, ә ҡурҡыу белмәгән, батыр йөрәкле ир-уҙаман икәнен ышандырырлыҡ күркәм итеп һүрәтләнеүен күрәбеҙ.
Авторға ул осорҙо уҡыусыға ышандырырлыҡ, художестволы йәһәттән оҫта итеп, шул замандың тормош-көнкүреш үҙенсәнлектәрен дөрөҫ күҙ алдына баҫтырыу өсөн тарихты, архив материалдарын яҡшы белеү генә, һис шикһеҙ, аҙ. Беренсенән, ул замандың тел үҙенсәлектәрен дә яҡшы белеү, уны дөрөҫ тойоу булһа, икенсе яҡтан, һәр һүҙҙе, фразаны әҫәр туҡымаһына тап килерҙәй итеп биреү ҙә авторҙан күп көс, ныҡышмалы хеҙмәт талап итә.
Мәүлит Байгилде улы әҫәр теле өҫтөндә бик ентекле эшләгән, боронғолоҡ колоритын һүрәтләүҙә төрлө тел сараларын ҡулланып, был мәсьәләне бик үҙенсәлекле башҡарып сыҡҡан. Башҡорт теленең бөтә мөмкинлеге файҙаланылған, иҫәпһеҙ-һанһыҙ һүҙҙәр әҫәр теленең ынйы туҡымаһына ереккән.
Телдең лексик байлығын файҙаланып, шул замандың тормош-көнкүреш үҙенсәлектәрен геройҙарҙың, персонаждарҙың телендә, уларҙың характерында, хәл-ваҡиғалар барышында асып бирә.
Ул замандың батыры һәм сәсәне булған Ҡобағош сәсәндең эшмәкәрлеге Алтын Урҙаның тарҡала башлауы һәм Рус дәүләтенең нығыныу осорона тап килә.
Халыҡ сәсәндәре, хәҙерге тел менән әйткәндә, үҙ осоронда халыҡ тормошон сағылдырған, халыҡ дошмандарын фашлаған шағир ҙа, йырсы ла, ҡурайсы ла, йыраусы ла булған. Улар йәмәғәт эштәрендә ҙур роль уйнаған.
Ҡобағош сәсән, башҡорт халыҡ риүәйәттәрендәге мәғлүмәттәр буйынса, XV быуаттың аҙаҡтарынан алып XVI быуаттың урталарынаса йәшәгән сәсән бей. Ул халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған һүҙ оҫтаһы, оло шәхес, оҫта сәсән була. Ҡобағош сәсәнгә ҡағылышлы фольклор материалдарында өс быуатҡа ҡараған шәхестәр телгә алына.
Ҡобағош бейҙең олатаһы Наурҙа бей Дим буйҙарына бынан етмеш-һикһән йылдар самаһы элек килеп туплана. Үҙенең күп һанлы зат-зәүере менән Наурҙа тигән ырыу ойоштормаҡсы була. Әммә ер-һыу өсөн барған көрәштә Килембәт мырҙа менән уның уландарынан еңелгәс, был уйынан баш тарта.
Ҡобағоштоң атаһы Мостафа ла Килембәт мырҙаға ҡаршы һуғышта һәләк була. Әсәһе, Ҡобағошто ташлап, икенсе кейәүгә сығып киткәс, ул олатаһы тәрбиәһендә үҫә. Кескәй Ҡобағоштоң йөрәгендә йәшләй үлтерелгән атаһы, тартып алынған ерҙәре өсөн Килембәт мырҙа һәм уның уландарына ҡарата үс тоҡана.
Олатаһы Наурҙа бей биләп торған Дим буйҙарының үрге ағымын Муса идараһы заманында Йософ мырҙа Килембәттәргә бүләк итә.
“Арала ер өсөн шунан-талаш тартыш башланып китте. Көслөнөкө замана инде, ҡалайтаһың”, – тип аңлата олатаһы Наурҙа бей бәләкәй Ҡобағошҡа.
Тора-бара Килембәттәр уларҙы Димдең түбәнге ағымынан да ҡыуып сығара. Шул тиңһеҙ алыштарҙың береһендә Наурҙа бей Килембәттәр ҡулынан һәләк була. Күп тә тормай, Дим буйҙарын биләп торған ағалы-ҡустылы Килембәт мырҙалар араһында ыҙғыш ҡуба, үлемесле һуғыштар башлана.
“Туғанына туған ҡорал күтәргән ил ҡот менән ырыҫҡа мантырмы? Килембәттәр – бер туғандар, бер-береһен ашарҙай булып һуғыша... Әлбиттә, уларҙа мал да, дан да бар, тәхет етмәй уларға?!.” – ти һәм
“Тау билгеһе таш булыр, бай билгеһе аш булыр, аҙған илдең билгеһе бер-береһенә хас (дошман) булыр”, – тип һамаҡлай Ҡобағош сәсән.
Был ваҡиғалар Мәскәү дәүләтенең көнсығыш сәйәсәтендә Ҡазан ханлығын яулап алыу өсөн барған һуғыштар мәленә тура килә.
Аҡ Урҙа дәүләтенең дә ҡеүәте иң юғары нөктәгә күтәрелгән мәле, уны ҡулында тотҡан олуғ кенәз Йософ ине. Ҡеүәт яғынан Йософ мырҙа үҙ туғандарынан айырылып торҙо. Хатта уның менән Мәскәү батшаһы үҙе иҫәпләшергә мәжбүр. Уның ҡалҡаны ныҡ: Болғар яғында ҡыҙы Сөйөмбикә Ҡазан хакимы Йәнғәлиҙең ҡатыны ине, ул үлтерелгәс, Сафагәрәйҙең ханбикәһе булды, ләкин Йософ мырҙаның уң ҡанаты булған Ҡазан хакимлығы өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйырҙы. Сафагәрәй тәхеткә ултырыу менән, ҡазандарға ҡаршы аяуһыҙ һуғыш аса...
Ҡобағош бейҙең оло шәхес, сәсән телле һүҙ оҫтаһы булыуы тураһында хәбәр башҡорт ырыуҙарында ғына түгел, башҡа халыҡтар араһында ла тиҙ тарала. Бына бер генә миҫал. Шәймөхәмәт сәсән Ҡобағош бейгә, Себер иләймәненең муйындамаһы буйынса, Ҡаҙаҡ ханлығына илселекте етәкләү бурысын йөкмәтә.
“Илсенең ҡоралы – тел, ә тел – сәсәндә. Ил өсөн тел йәл түгел.
– Барам, – тине Ҡобағош бей.
“Димсе килһә – өй тыныс, илсе килһә – ил тыныс”, тигәндәр. Әгәр ике яҡтың да мәнфәғәте өсөн ҡулай була икән – беҙ һөйләшергә әҙер. Боронғонан ҡалған йола буйынса, бындай йыйындарҙы һүҙ оҫталары асып ебәрә. Ҡаҙаҡта ул ғәҙәт әлегәсә һаҡлана. Әйҙәгеҙ, беҙҙең иң оҫта аҡыныбыҙ Бисәнбайға ҡолаҡ һалайыҡ”, – тип һүҙ башлай Ҡаҙаҡ ханы.
Ҡобағоштоң күңелендә бығаса тойомланмаған әйтеш ҡомары уянды. Был ваҡытта уның зиһене ике яғы ла үткер хәнйәр кеүек ине...
Ҡырҡ йәштәр самаһындағы Бисәнбай аҡын Ҡобағоштоң һүҙ оҫталығы менән зиһен үткерлегенән баҙап ҡалды. Был мәлдә ул кикереге шиңгән көҙгө әтәскә оҡшап тора ине.
– Мең йәшә, Ҡобағош сәсән!
– Бисәнбайҙы үлтерҙе ғуй!
– Иң ҡысытҡан ергә генә тейҙереп, ярҙың да!
– Бындай тел барҙа – уғың ары торһон!
Ҡаҙаҡ аҡыны Бисәнбай, бер аҙ телһеҙ торғандан һуң, телгә килеп:
– Мин үҙемде Һабрай йырауға яҡынлаштым, тип йөрөй инем. Һине тыңлағандан һуң, уның теҙенән генә икәнлегемде төшөндөм.
Эсе үлемесле яраланған Ҡобағош бөйлән хәлендә ине, шулай ҙа ул улын таныны, саҡ ҡына ишетерлек итеп:
– Улым... Илгә ҡайт... Миндәк һыуы ул, Яйыҡҡа...
Ул башҡаса бер һүҙ ҙә әйтә алманы...
Һуңғы һулышын алыр алдынан Ҡобағоштоң ҡолағына ҡош батшаһының “Саңҡ! Саңҡ!” тигәне салынды. Йыһанды яңғыратҡан был сая һәм ғорур тауышта тормоштоң мәңгелеген һәм үлемдән өҫтөнлөгөн данлаған тантана ауаздары ишетелә ине”.
Шулай итеп, оло шәхес, замана батыры, оҫта сәсән яҙмышы үкенесле тамамлана. Мин “Ҡуласа” романында барған осорҙоң үҙенсәлеген асыуҙа телдең ролен күрһәтмәксемен, сөнки роман эсендәге ваҡиғаларҙың уҡыусыны үҙенә ылыҡтырыуы әҫәрҙең тел-стиль үҙенсәлегенә туранан-тура бәйләнгән. Тел-стиль үҙенсәлеге яғынан, ысынлап та, бик һутлы ла, утлы ла әҫәрҙең теле. Үҙенең әҫәрендә Мәүлит Ямалетдинов, төрлө тел саралары ҡулланып, боронғолоҡ колоритын да бик оҫта асып биргән.
Уның әҫәрҙәрен уҡыһаң, шундай хис-тойғо кисерәһең, әйтерһең дә, Мәүлит Байгилде улы шул ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған, шул заман солғанышы эсендә үҙе йәшәгән. Урындағы һөйләш теле, ғөрөф-ғәҙәттәр, йола, ырым, юрамыштар – барыһы ла Учалы ерлегенең генә түгел, башҡорттоң ете ырыуының диалекттары, һөйләштәре һутланып, өҙлөкһөҙ үҫә, үҙгәрә, байый.
“Ниһайәт, Арыҫлан бей башын күтәреп, илтифат һәм рәхмәт тулы ҡарашын йыраусыға төбәне. Уның ике күҙе тулы йәш ине.
– Рәхмәт! – тине күңеле ныҡ нескәргән Арыҫлан.
– “Хуш йыры” тип аталһын әйҙә.
– Һм-м. Һуштарҙы ала торған хуш йыры был, – тине Арыҫлан бей. – Ҡоро рәхмәт кенә әҙ, шуға ла минән бер түнән (дүнән) –йырың өсөн ғөмәләт (бүләк) итеп ҡабул итерһең...”
Бына бит Инйәр буйы ҡатайҙарының ерле һөйләшенең йәнле теле!
“Ҡуласа” әҫәренең поэтикаһы бик көслө. Унда һүрәтләнгән тәбиғәт күренештәре – торғаны бер хис-тойғо йәйғоро. Мәҫәлән: “Димдең ала ҡар сыбарлаған урғыл үҙәндәрендә яҙ тантанаһы. Тирә-йүндә шаҙыртҡа (ҡар һыуы төшкән мәл) ғына хас йәнлелек: ҡорама юрғанға оҡшап ятҡан ер өҫтөнән йыланут күтәрелә, уның эҫеһенән тәҡәт тапмай офоҡ ситтәре дерелдәй. Ҡарҙан әрселгән түбәләс биттәрен йәшел хәтфәләй зәржә ҡаплай, ул ҡояш нурын һимереп, көндән-көн өҫкә-ҡояшҡа үрләй. Сырҙауыҡтар күҙҙәй асыҡ күк йөҙөнән яҙ һәм һөйөнөс йырҙары түгә. Моңдарында әйтеп кенә аңлатып булмаҫ һағыш ауаздары ишетелгән шат йырғанаҡтар үҙҙәренә генә билдәле булған серҙәрен уртаҡлашырға әлегә боҙ менән көпләнгән Димгә ҡабалана...”
“...Тау үҙәндәренән ағып төшкән ҡар һыуҙары өҫтән, ә Инйәр аҫтан йыуа торғас, бер көндө сатыр-сотор килеп боҙ ҡуҙғалды. Көндән-көн арта барған ташҡын, ситлектәге януар төҫлө ярһып, ярҙарынан ашып сыҡты, сәрхәт (иркен) эҙләп, туғайҙарҙы баҫты. Бығаса күрелмәгән ҡалын көрттәре, сатлама һыуыҡтары менән бар тереклектең үҙәгенә үткән ялҡытҡыс ҡыш, ниһайәт, һынды – үҙәндәрҙән йырмалаҡтар (гөрләүектәр) аҡты, көн үҙәгендә, ағастан-ағасҡа ҡунып, ҡоштар сырылдашты. Улар йырына һөрлөгөшөп ҡайтып төшкән сәүкәләр тауышы ҡушылды...”
Яҙыусы өсөн тәбиғәт – бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижад сығанағы, күңел хазинаһы. Ғөмүмән әйткәндә, Мәүлит Ямалетдинов метафора, эпитет һәм йәнләндереү кеүек һынландырыуҙар оҫтаһы. Тәбиғәт күренештәре менән бергә геройҙарын хәл-ваҡиғалар эсендә оҫта ғына, образлы итеп килтерә лә күрһәтә.
Мәҫәлән: “Итәген зифа шыршылар, һомғол ҡарағайҙар ҡаплаған яҡындағы тауҙан, йәш ҡолондар кеүек сырҡырашып йәш-елкенсәк килеп төштө. Һәр береһенең ҡулында – сәскә усламдары, танһыҡ ҡыр ниғмәттәре. Үҙенә яҡынлашҡан ейәндәрен күреп, хәҙрәттең ҡолтоһо (кәйеф) күтәрелә төштө...”
Бына бит ул яҙыусы поэтикаһының үҙенсәнлеге, оҫталығы!
“Ҡуласа” романының беренсе бүлеге Ҡобағош сәсәндең мәхшәр төшө менән асылып китә. Имеш, өҫтөнә ябырылып килгән шайтан туйы, мәхшәр ҡойоно уйнатып, дәһшәтле тауыш сығарып яуырға тотона. Ҡобағош бей тәнен иҙеп барған албаҫтынан көскә ҡотолоп, уянып китә. Был мәхшәрле төш Ҡобағош бейгә яҙмышына хәүеф-хафа киләсәген юрай.
“Ул баҫлыҡтырып килгән серле лә, хикмәтле лә төшөнә йәнә бер ғәжәп итте лә шым ғына ҡуҙғалып, тышҡа сыҡты. Шул саҡ күк көмбәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө яҡтырып китте. Был айҙай балҡып ҙур тиҙлек менән көнсығышҡа табан атылыусы ҡойроҡло йондоҙ ине. Уның тирә-яҡҡа осҡондар сәсеп һүнә барыусы юлы ҡолон ҡойроғондай ялбырап, һүрәнәйә башлаған Ҡош юлын киҫеп үтте лә, Йыһан ҡараңғылығына инеп сумды...
“Быныһы ниндәй билге булды тағы?” – тип уйланы инде өнөндә тетрәнгән Ҡобағош”.
Ҡолон – ул елдәй етеҙ, иркен яланда ялдарын туҙҙырып, ҡойроғон бер сәсеп, бер елгә елберҙәтеп, ялбыратып сабып йөрөгән иркә наҙлыҡай.
Ысынлап та, төнгө күк ҡараңғылығы саҡ-саҡ ҡына беленер-беленмәҫ һарғайып килгән саҡта, ҡапыл ғына айҙай балҡып атылған йондоҙҙоң осҡон сәсеп һүнә барған юлын Мәүлит Ямалетдинов ҡолон ҡойроғо менән оҫта сағыштыра. Йондоҙ бер ниндәй яҡынлығы булмаған предмет менән йәнәш ҡуйыла. Был тышҡы күренеш, форма оҡшашлығы ышандырырлыҡ һәм тасуири итеп бирелә.
Башҡорттоң күркәм телмәрендә -дай, -дәй тигән ялғаулы сағыштырыуҙар киң таралған. Ул халыҡ ижадында ла, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә лә күп.
-Дай, -дәй ялғауҙары төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡушылып килеп тә образ тыуҙыра. Бында инде -дай ялғауы, исемгә ҡушылып, образлы сағыштырыу тыуҙыра: ҡойроҡло йондоҙ юлы ҡолон ҡойроғондай ялбырап...
Бына тағы бер сағыштырыу: “...Дим, Өршәк, Өйҙөрәк, Сәрмәсән, Ҡармасан, Ағиҙел буйҙарын һыулаған Мең, Ҡаңны, Юрматы ырыуҙары башҡорттарын буйһондороп торған, хатта улар менән күрше йәшәгән нуғай улыстары “хан” тип ололаған Баба Төкләҫ бейҙең икһеҙ-сикһеҙ йәйләүҙәре, йәйләү уртаһында ун ике ҡатлы аҡ тирмәһе түшен киреп баҫҡан. Уның тирәләй, әтәскә леп баҫҡан тауыҡтар төҫлө, ете ҡатынының ете тирмәһе теҙелешкән...”
“Ҡуласа”романының һәр һөйләмендә сағыштырыуҙар, һынлы образлы метафоралар, фразеологик берәмектәр, мәҡәл-әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр, ғөмүмән әйткәндә, халыҡ ижадында тупланған фәлсәфәүи фекер тәрәнлеге ярылып ята. Сағыштырыуҙарҙың төрлө бәйләүестәр менән килгәне бик киң ҡулланыла: был осраҡта “әтәскә леп баҫҡан тауыҡтар төҫлө, ете ҡатынының ете тирмәһе” төҫлө бәйләүесе менән килгән.
Романда эпитет, сағыштырыу, метафора кеүек һүрәтләү саралары ла бик үҙенсәлекле. Улар ҙа әҫәрҙә тасуир ителгән хәл-ваҡиғаларҙың заман һыҙатын сағылдырыуҙа оригиналлек тыуҙыра.
Әҫәр теленең күркәмлеген, стиль сараларының баҙыҡлығын, хис-тойғо биҙәген ҡабартып биреүҙә төрлө фразеологик берәмектәр, күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙбәйләнештәр, әйтемдәр һәм мәҡәлдәр ҙә ҙур роль уйнай.
Мәҫәлән: “Ҡарттар һүҙе – ҡарый һүҙ, барыһы ла арыу һүҙ”, “Еңелгән яуҙан туймай”, “Дау – ирҙеке, яу – илдеке”, “Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан”, “Тау билгеһе таш булыр, бай билгеһе аш булыр”, “Бүренән бүрек ташлап ҡотолоп булмай”, “Бейҙең һүҙе – бейектән”, “Әсәң үгәй булһа – атаң еҙнәй була”, “Үҙе яман туғанын хурлар”, “Ҡуш ҡылыс ҡынға һыймай”, “Ҡайта ҡупҡан дау яман, ҡайта сапҡан яу яман”, “Тирә-яғың яу булһа, өйөң эсе һау булмаҫ”, “Йыланды үлтерһәң, балаһын ҡалдырма”, “Башта ташланған юлбарыҫ, арыҫланды еңгән”, “Дошманға үс – яугиргә көс”, “Бары менән байрам”, “Ҡоро һүҙҙән ҡорһаҡ туймай”, “Береккән һыу – Иҙел, тарҡалған һыу – тамсы була”, “Яуға барыуың менән маҡтанма, яуҙан ҡайтыуың менән маҡтан!”, “Ике ҡанат, бер ҡойроҡ”, “Байлығыңдан ни файҙа – артмаҡлашыр кешең юҡ, һаулығыңдан ни файҙа – уртаҡлашыр кешең юҡ”, “Яу күрмәгән ил булмаҫ, ҡан кисмәйсә, юл булмаҫ”, “Илде яу баҫһа – йортоңдо ҡар баҫыр”, “Уҡ мәргәне – күсәмтә, һүҙ мәргәне – сәсәнтә”, “Күл болғаныр – бер тонор, ил болғаныр – бер тыныр” һ.б.
“Ҡуласа” романының теле үтә лә халыҡсан. Художестволы әҫәрҙең телен күркәмләндереүҙә, уны халыҡсан итеүҙә халыҡ ижады традицияларын ҡулланыу ҙур урында тора.
Һәр һүҙендә – сикһеҙ аҡыл
Ысын талант эйәһе Мәүлит Ямалетдинов үҙ әҫәрҙәрендә халыҡ ижадындағы һүрәтләү сараларын – оҙон көйлө классик халыҡ йыр мотивын да, ҡобайыр алымын да, сағыштырыуҙарҙы ла, һынлы (образлы) метафораларҙы ла киң ҡуллана. Образлы метафоралар халыҡ ижадының үҙенсәлеге булған йомаҡтарҙа, мәҡәл-әйтемдәрҙә бигерәк тә киң сағылыш таба. Мәүлит ағай ҡулланған мәҡәл-әйтемдәрҙең теле лә образлы метафораларға нигеҙләнә.
Оригиналь һәм үҙенсәлекле метафоралар яҙыусының һүҙ менән оҫта эш итеүе тураһында һөйләй. Әҫәрҙең һәр һөйләмендә, Ҡобағош сәсәндең телмәрендә мәҡәл-әйтемдәр күҙҙең яуын алып, ярылып ята. Романдың үҙәгендә торған Ҡобағош сәсән образының матурлығы, әхлаҡи бөйөклөгө, изге күңеллеге, батырлығы, тыуған еренә, халҡына мөнәсәбәте уның телмәрендә лә сағылыш таба.
Шуға ла уның теле тәрән фәлсәфәүи, мәғәнәле, тапҡыр мәҡәл-әйтемдәр менән тулы, халыҡтың оҙаҡ йылдар дауамындағы тормош тәжрибәһен сағылдырған тел сараларына үтә бай. Уның һәр һүҙенән сикһеҙ аҡыл, сыҙамлыҡ, сабырлыҡ бөркөлөп тора. Сәсән теле аша Ҡобағош бейҙең эске донъяһын, кешелек сифаттарын үҙенсәлекле итеп асып бирә алған автор.
Әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһенән сығып ҡарағанда ла, боронғолоҡ колоритын тулы итеп биреү юлында уңышлы алымдарҙың береһе булараҡ, персонаждарҙың исемдәрен күрһәтергә кәрәк: Ҡобағош, Күбәләк, Баба Төкләҫ мырҙа, Ҡараман бей, Балапан батыр, Юрматы, Бурнаҡ бей, Йософ мырҙа, Тирмеш бей, Иҙеүкәй Манғыт, Туҡтамыш, Аҡһаҡ Тимер, Мораҙым, Муса, Ваҡҡас, Шәйҙән, Йыһангир, Шәйех-Мамай, Исмәғил, Аҡмырҙа, Мортаза, Йәнғәле һ.б.
Ҡатын-ҡыҙ исемдәре лә үҙенсәлекле: Көмөшәй, Һөйөмбикә, Аҡтолош, Аҡһылыу, Гөлбоҫтан, Ҡуңышбикә, Һөйәрбикә һ.б.
Романда башҡорт теле диалекттарында һәм айырым һөйләштәрҙә осраған һүҙҙәр менән бергә ҡайһы бер грамматик формалар тарихилыҡты сағылдырыуға хеҙмәт итә. Һүҙҙәр билдәле бер осорҙа халыҡтың йәшәү сифаттары, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре күҙлегенән сығып та аңлатыла.
Әҫәрҙә архаизмдар, историзмдар күп осрай. Архаизмдар әҫәрҙә һүрәтләнгән осор колоритын сағылдырыу, телмәргә тантаналыҡ, күтәренкелек биреү, үткән дәүерҙең тарихи ваҡиғаларын йәнләндереү, тасуирлау, геройҙарҙың телмәренә тәбиғилек индереү өсөн ҡулланыла.
Мәҫәлән: сиреү – ғәскәр; һәҙиә – бүләк; нағасы – әсә яғынан туғандар; биҙел – ауылдан айырылып күсеп ултырған халыҡ; асайыш – дөйөм тыныслыҡ, именлек, ҡаҫта – хаслыҡ, үс; иләймән – ил башлығы; бикәр – буш, файҙаһыҙ; тоҫҡан – ҡамау; күрән – лагерь, туҫнаҡ – хеҙмәтсе; миҙан – үлсәү; сырҙауыҡ – һабантурғай һ.б.
Талантлы яҙыусы, сәсән-шағир Мәүлит Ямалетдинов әҫәрҙәренең уңышын яҙыусының үҙенсәлекле яҙыу һәм тасуирлау манераһы, ысулы, уның әҙәби стиле һәм оҫталығы, теленең лексик-фразеологик берәмектәрҙе һүрәтләү оҫталығы иҫбат итте.