Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октябрь 2020, 13:09

Шиғриәткә алып килгән ижад

Барыһы ла ябай ғына бер шиғыр өҙөгөнән башланды. Әле беренсе класта уҡығанда ҡулыма килеп эләккән “Әсә теле”ндәме, әллә “Йәйғор”ҙамы бер хикәйәне күреп ҡалдым.

Барыһы ла ябай ғына бер шиғыр өҙөгөнән башланды. Әле беренсе класта уҡығанда ҡулыма килеп эләккән “Әсә теле”ндәме, әллә “Йәйғор”ҙамы бер хикәйәне күреп ҡалдым. Унда шундай эпизод бар:


“...Бер ҡыҙ ҡосаҡ тулы сәскә алып ҡайтып килгәндә, икенсе бер ҡыҙ, янына йүгереп килеп, “Ошо шиғырҙы һин һөйләгәйнеңме?” – тип ятлап күрһәтә:


Эй, кескәй дуҫтарым,

Ҡәҙеремде белһәгеҙ,

Ергә бер йәм биреп,

Үҫһен был тиһәгеҙ,

Сәскәне өҙмәгеҙ,

Өҙмәгеҙ!

Йәлләгеҙ,

Аҙ ғына булһа ла,

Минең дә йәшәгем

Килә бит донъяла!..”


Шунан ары сәскә өҙмәүем ту­раһында әйтеп тороу кәрәкме… Хикәйәләге ҡыҙ кеүек, оялып, башҡаса ҡағылаһы булманым. Ә шиғыр күңелдә тороп ҡалды. Тулыһынса табырға теләп, ул мәктәп китапханаһын аҡта­ры­уым, күпме шиғырҙар уҡыуым…


Тырышҡан таба бит! Ҡулыма Абдулхаҡ Игебаевтың “Һеҙҙең өсөн, балалар!” тигән китабы килеп эләкте. Һәм бына ул! 56-сы биттә! Уҡытыусы апай өйгә китап алып ҡайтырға рөхсәт итмәй ине. Ҡыйын булһа ла, урлап алып ҡайттым. Моғайын, һиҙмәҫ… Байтаҡ ваҡыт үҙемде бур тип тойоп үртәлдем, әммә китапты кире алып барманым. Шуға шатланам (өс йыл үткәс, мәктәптәге бөтә китаптарҙы сығарып яндырҙылар).


Шул китаптан башланды инде барыһы ла, бөтә эске донъям­дың аҫты-өҫкә килде. Ғәжәп, балалар өсөн яҙылһа ла, бында күтәрелгән һорауҙар бер ҙә балаларса түгел ине. Беҙ бит балалар ижадына етди булмаған ҡарашҡа өйрәнгән­беҙ, “ауыҙҙа телем, өс тешем”, “әсәйем-бесә­йем” кеүегерәк тема, рифма­ларға. Шиғыр атамалары ябай ғына, ә уҡый башлаһаң, күңел­дең әллә ниндәй төпкөлдә­ренә керә лә әллә ниндәй уйҙарға һалып китә. Бына, “Ҡара ер”:


Ҡап-ҡара ер…

Ләкин күр әле,

Ҡара ерҙә үҫә аҡ гөлдәр…

Ҡара ерҙә үҫкән аҡ гөлдәр

Һис тә һулый торған түгелдәр!

Ҡап-ҡара ер…

Ләкин күр әле,

Ҡара ерҙә үҫә аҡ икмәк!

Аҡ икмәкте,

Ап-аҡ гөлдәрҙе

Ҡара ер үҫтерә, ни хикмәт!


Ябай ғына хәҡиҡәтте шулай асып һалыуы, балалар күңеленә етди ҡарашы мине бөтөнләй әсир итте. Был йыйынтыҡ көндәлек китабыма, юл күрһәтеүсе дуҫыма әйләнде.


Ауыр ауыл тормошонан әсә­йемдең йәшләй генә йыйыр­сыҡтар баҫҡан йөҙөнә, саллана башлаған сәстәренә ҡарап, гел таныш юлдарҙы ҡабатланым:

Ҡанатлы ел, ҡанатлы ел,

Үҙеңә бер һүҙем бар:

Әсәйемдә – ҡап-ҡара сәс,

Тик һин уға һипмә ҡар.


Йышыраҡ ҡабатлаһам, телә­гем тормошҡа ашыр, әсәйем йәшәреп китер кеүек ине, ысын күңелдән был юлдарҙың ярҙам итеренә ышанып, йән тыныс­лығы таба инем. Ул саҡта ярат­ҡан шағирымдың етемдәр йортонда үҫеүен белмәй ҙә инем…


Тормош уны шулай рәнйетһә лә, зарланмайынса, һәр нәмәлә яҡтылыҡ, матурлыҡ күрергә өйрәнгән Абдулхаҡ ағай минең өсөн шундай көслө рухлы, олпат булып күҙ алдына баҫа ине. Ғәҙәттә, атай-әсәйһеҙ үҫкәндәр тормошҡа рәнйеп, күңелендә үпкә һаҡлап йәшәй, әммә һәр ҡағиҙәнең дә тайпылышы булалыр. Бына ҡайҙа ул көс!


Кистәрен төпһөҙ күккә ҡарап, атайым менән йондоҙҙар һанап, киң йыһанға осорға теләп, йәнә ҡабатланым:

Күк донъяһын китап һымаҡ,

Асып уҡыр көн етер.

Космонавт юлдары мине

Алыҫ йыһанға илтер!

Әле байтаҡ йылдар космонавт булыу хыялы мине алға әйҙәп торасаҡ…


Бала-саға элек ҡайын һыуы эсергә ярата ине. Урманға барһаң, эргәләге һәр ҡайында тиерлек балта менән “яра” эшләп, шешәләр ҡуйылған ине. Йүгереп йөрөп шул шешәләрҙе алып, яра урынына балсыҡ һылап китә инем, ә ҡолағымда туҡтауһыҙ сыңлай:

Ҡайын илай… ҡайғыһынан

Түҙә алмай иламай…

Был ҡайындың тамырына

Балта сапҡан бер малай.


Мин хәҙер аңлайым, бала күңеленә шундай ҙур йоғонто яһай алған, шундай тәрбиәүи көскә эйә булған шағир ғына ысынлап шағир исемен йөрөтөргә хоҡуҡлылыр.


Азатлыҡ утрауы – Куба, бөйөк шәхестәр – Ленин, Фидель, Че Гевара – менән дә башлап уның юлдары аша таныштым. “Еңел түгел” шиғыры менән ул мине һәр һүҙҙе уйлап һөйләргә өйрәтте, бынан ары башҡаларҙы рәнйет­мәҫкә, иғтибарлыраҡ булырға кәрәк икәнен аңлатты. Тик бында бер ниндәй нотоҡ уҡыу юҡ ине, бары һуңғы дүрт юлға ғына һалынған һүҙҙәр бала кешенең холоҡ-фиғелен үҙгәртә алғас…


“Тәбиғәт ҡосағында” бүлеген уҡып, минең дә шундай матур шиғырҙар ижад иткем килде, шул уйҙар тынғы бирмәне, һәм мин башлап һигеҙ йәшемдә “Миҙгел­дәр” тигән тәүге шиғырымды яҙҙым, унан һуң “Сәскәләр донъяһында” тигән тәүге шәлкем барлыҡҡа килде.


Үкенесем юҡ. Абдулхаҡ ағай әле иҫән саҡта, тойомлаған кеүек, бер көн уға шылтыраттым да, барыһын да һөйләнем. Нисек итеп уны яратып уҡығанымды, уның сәбәпле шиғриәткә килгәнемде – бөтә күңелемде асып һалдым. Үҙе лә, балалар кеүек, ихлас шатланды. Бик күп матур теләктәр әйтте, үҙенең фатихаһын бирҙе, әҙәбиәттә юғары үрҙәр юраны.


Аҫылдарҙан-аҫыл яҙыусылар, шағирҙар, фән әһелдәре арабыҙ­ҙан китә… Улар иҫән саҡта тейеш­ле хөрмәт күрһәтеп, әйтәһе рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, ҡәҙерләп өлгөрһәк ине…


Фото: fotokto.ru



Читайте нас