Тамашасыларҙың ысын һөйөүен яулаған, халыҡ йырсыһы булып танылған Бибисара Азаматованың үлеме тураһында хәбәр күптәрҙе шаңҡытты, бихисап кеше социаль селтәрҙәрҙә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
“Эх, йәшәргә лә йәшәргә ине... Ышанғы килмәй! Бөгөн сәнғәтебеҙ оло юғалтыу кисерҙе... Яратҡан йырсыбыҙ, коллегабыҙ Бибисара апай Азаматова баҡыйлыҡҡа күсте... Ул ысынлап та Халыҡ йырсыһы, һөйөклө әсәй, өләсәй, әхирәт, дуҫ ине! Апайыбыҙҙың моңло йырҙары, беҙгә – йәштәргә – биргән кәңәштәре, йылы һүҙҙәре мәңге күңелебеҙҙә ҡалыр!” – тип яҙҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәсән Усманов.
“Уның һалмаҡ тауыш менән башҡарған йырҙары йәнгә йылы бирә ине... Йәл... Йәшәргә ине әле...” – тип ҡайғы уртаҡлашты танылған ижадсы Флера Шәрипова һәм йырсыға шиғыр ҙа арнаны:
Тормош еле тырнай күңелде.
Берәм-берәм сүпләп, шәхестәрҙе
Алып китә был көҙ түгелме?
Һыуыҡ көндә беҙҙе йылытырға
Аҡрын ғына янған усаҡ кеүек,
Ағастарҙың йәше түгелә...
Бибисара Азаматова менән оҙаҡ ваҡыт бергә гастролдәр ойошторған йырсы Азалия Вәлиева ла күңел түрендә йөрөткән хистәре, рәхмәт һүҙҙәре менән уртаҡлашты: “Атай-әсәйемде юғалтыу ҡайғыһынан һуң сәхнәгә сығырға көс тә, теләк тә юғалған ауыр мәлдәремдә тап Бибисара апай күңелемә ҡанат ҡуйҙы. Ул мине үҙ ҡыҙы кеүек күрҙе. Уның менән йыл ярымға һуҙылған гастролдәребеҙ барышында республиканың беҙ булмаған бер мөйөшө лә ҡалмағандыр. Бибисара апай тормошто яратты, бер ҡасан да бер кемдән дә көнләшмәне, һәр саҡ үҙе булып, намыҫына, принциптарына тоғро булып ҡалды. Йәштәрҙе яратты. Һис тә арттырмайым: мин уны сәхнәләге әсәйем тип һананым. Әлеге хәл башҡорт сәнғәте өсөн дә, шәхсән үҙем өсөн дә бик оло юғалтыу...”
Иртәгә Бибисара апайҙы тыуған көнө менән ҡотларҙар ине... Тик тормоштоң үҙ ҡанундары: иртәгә уны һуңғы юлға оҙатасаҡтар. “Йырсы менән бәхилләшеү Өфө ҡалаһының Сәскәле урамы, 2/3 адресы буйынса беренсе хушлашыу залында була. Инеү – мотлаҡ битлектә”, - тип хәбәр итте "Башинформ" агентлығы.
Бәхил бул, Бибисара Мостафа ҡыҙы! Һеҙҙең йырҙарығыҙ халҡығыҙ күңелендә мәңге йәшәр, өҙлөкһөҙ сыңлап торор..."