Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Октябрь 2020, 08:33

Аҙаштырған болан балаһы (Аҙағы)

– Сығып кит, сегән бисә! Беҙ бында үҙебеҙҙең ғаилә проблемаһын хәл итәбеҙ. Ишеттеңме, ҡыҫылма! Юғал күҙҙән – марш!

– Сығып кит, сегән бисә! Беҙ бында үҙебеҙҙең ғаилә проблемаһын хәл итәбеҙ. Ишеттеңме, ҡыҫылма! Юғал күҙҙән – марш!


Ҡыҙбикәнең аҡырыуға иҫе китмәне. Йәберһетеүгә ҡаршы йөрәгендә ниндәй ярһыу ҡайнағандыр, ләкин, ғәжәп тыныслыҡ һаҡлап, өҫтәл янындағы бүкәнгә барып ултырҙы.
– Балалар менән ҡайтам мин Кузьма күрше йортонан. Биш минуттан беҙҙе сығармаһаң, бөтә урам ирҙәрен йыйып, Тимербай киләсәк! Һинең ниндәй хоҡуғың бар, ветеран милиционер, баланы урлап ҡасырға? Үҙең беләһеңдер бит ундай ҡыланыш өсөн ниндәй закон барлығын? Хөкөм кешеһе бит һин, Трофим Күҙәхмәтов!
– Ҡурҡытты ире менән! Ҡурҡытты закон менән! Тор! Түрҙә ултырырға мин һине, герой-әсәне, партйыйылышҡа бүләкләргә саҡырмағанмын! Ҡара, ниндәй йәйелеп ултыра, ә! Тиҙерәк һыпырт! – Унан Ҡыҙбикә апай янына килеп баҫҡан Марфаға таяғын терәне. – Ҡолағыңа эл: малайыңды Нюрканың аҡсаһына ғына алмаштырам!
Трофим ҡулын болғай-болғай өҫкә күтәреп өлгөрмәне, түҙемлеге бөткән Марфа ҡапыл ишеккә ташланды, тик тәжрибәле ҡулдарҙағы тос таяҡ уға ҡарағанда етеҙерәк булып сыҡты: көс баҫымы нәҙек билде бөгөп төшөрҙө.
– Еттеме, әллә тағы өҫтәргәме? Был таяҡ күпте күргән – ғәйрәтле ҡорал!
Марфа нисек сүгәләгән булһа, шул етеҙлек менән саяланып баҫты ла, күҙҙәрен яндырып, сарт итеп Трофимдың ҡулына сайырҙай йәбеште. Ир уны икенсе ҡулы менән матҡып тотоп, зыр әйләндерә-әйләндерә һелкетә башланы. Ошоға тиклем шым ғына йөрөгән Марфанан ул бындай ҡыйыулыҡты һис тә көтмәгәйне.
– Һағыҙаҡ! Ебәр ҡулды! Тағы тондорам хәҙер! Иҙмәгеҙҙе иҙәм! Ҡайҙа аҡса?!
– Ҡыҙбикә апай, тиҙерәк бул!.. Мин уны тотоп торам! Тиҙерәк!
Был хәл Ҡыҙбикәнең итәгенә ут ҡабыҙҙы: ғәрлек аралаш үс, тотоп тора алмаҫлыҡ ғәйрәт менән Трофимдың ҡултыҡ аҫтынан эскә атылып, илап ултырған Артурҙы йолҡоп алды, сәс үрмесенә йәбешеп өлгөргән Иринаны тибеп осорҙо, йоҡо бүлмәһе аша үтеп, өҫ кейеме сискән урынға сыҡты ла соланға ашыҡты.
Ул бүлмәләрҙең бүленешен яҡшы белә ине. Ҡотолғоһоҙ ауырыуы башланғас, ҙур залды икегә бүлеп, уң яғына ла өҫтәмә бүлмәләр эшләткәйне Кузьма ҡарт Тимербай ағайҙан. “Бәлки, Трофимдар ҡайтыр, – тигән, уға сер итеп. – Тик Нюра белмәһен. Кейәүгә сыҡһа, Марфаныҡы, тип уйлаһын. Уныҡы тиһәк, өндәшмәҫ, тауышы сыҡмаҫ”.
– Марфуша! Беҙ бында, әйҙә, арттан йүгер! Ҡурҡма!
Трофим үҙенән ысҡынған Марфаға икенсе тапҡыр һуғып өлгөрмәне, бар көсөнә яҙа ынтылып, ауыр кәүҙәһе менән гөрҫ итеп иҙәнгә барып төштө. Ишектән Иринаның аптыраулы йөҙө күренеп ҡалды, тик ул тиҙ генә юғалды: иренең кем икәнен белгәнгәлер, күҙенә күренергә теләмәне.
– Аҡса моҡсайын барыбер табасаҡмын! Был уйындың башы ғына әле. Уйнаштан тапҡан балаң менән бер ҡайҙа ла ҡаса алмаҫһың! Һинең кеүектәрҙе әҙ күрмәнем. Ас эттәр, хәйерселәр! Тегенән беҙҙе китергә мәжбүр иттеләр. Унда – бер халыҡ, ә бында – ҡырҡ ата балаһы! Һәр кем донъяға хужа булырға тырыша, минеке тип йоҙроғон төйә. Бар байлыҡты үҙенә һыпырырға тырыша! Был – ахырызаман!..
Иҙәндә ултырған Трофим оҙаҡ һөйләнде, шашынып асыулы көлдө...

…Бер аҙна самаһы, тынысланғанса, Марфа улы менән Ҡыҙбикә апайҙарында йөрөнө. Бөтә урам халҡы әлеге хәлде ишетеп аптыраны. Трофимдың иһә өнө лә, тыны ла сыҡманы, хатта урамда ла күренмәне. Ә Марфа ҡыҙыулыҡ менән башта һиҙмәһә лә, бер аҙҙан биленең ныҡ һыҙлауын тойҙо. Шәкәрләп, башлы һуғанды көн һайын ҡырғыстан үткәреп, ауыртҡан еренә бәйләп йөрөнө, төрлө май һөрттө. Ваҡытты бушҡа үткәрмәйем тип, Артуры менән медицина күҙәтеүе үтте. Тиҙҙән береһе – ашханаға, икенсеһе балалар баҡсаһына барасаҡ.
Бер көн Трофимдарҙың өйөндә тауыш ҡупты. Иренең көн һайын эсеүенән ялҡты шикелле Ирина. “Ҡайтып китәм!” тигәне йыш ишетелә башланы. Шаулап торған ҡаланан һүнә башлаған ауылға күсеү сынйырға бәйләнеү кеүектер. Кузьма бабайын хәтер­ләп, ҡупҡан тауышты аҫҡа баҫты Марфа.
Ошо арала арыңҡырап йөрөгән ҡатын улын йыуындырып, иртәрәк йоҡла­тырға һалғас, аш бүлмәһендәге бәләкәй телевизорын әкрен тауышҡа ҡуйып, үҙе лә ятып торҙо. “Әүен баҙарына миңә иртә әле, әҙерәк кенә кино ҡарайым да улымдың әйберҙәрен рәтләрмен”. Хәҙер бөтә уйы малайында ине. Уны балалар баҡсаһына нисегерәк кейендереп алып барасағы хаҡында фекер йөрөттө. Күҙ алдына килтерҙе. Һәр саҡ таҙа, матур йөрөтәсәк бәләкәсен. Эйе, тырышасаҡ. Ләкин ғариза алып барғанда мөдир: “Тиҙҙән балалар баҡсаһын ремонтҡа ябабыҙ, июлдән йөрөтә башларһың”, – тигәйне.
Ярай, шулай ҙа булһын, ти. Әммә ашхана хужабикәһе эшкә саҡыра башланы. Бер төркөм әрмәндәр һыйыр һарайы төҙөй, тиме. Ундағы халыҡты өс тапҡыр ашатырға кәрәк, айырым меню ҙа төҙөлгән икән. Ниңә ситтән саҡыралар шулай?
Әйтерһең, үҙебеҙҙә мал һарайы төҙөрлөк совхоз эшселәре юҡ. Бер уйлаһаң, мал көндән-көн әҙәйә, нимәгә кәрәк икән ул яңы һарай? Кемдәргә?.. Үҙ-үҙенә һорауҙар бирә-бирә, ниндәйҙер яғымлы музыка тыңлап, аш бүлмәһендәге йомшаҡ күн диванда ойой башланы ҡатын.
…Бына ул ятҡан аҡ болот яйлап ҡына аҫҡа, йәшел туғайға төштө. Марфа таҙа һыулы йылға буйында йөрөй. Тирә-яҡта иҫ киткес йәшеллек, ә күңелдә – һаман моңло көй. Ниңә улай, ниңә улай икән?.. Бына яр буйынан алыҫтараҡ, йыуан олондарын тарбайтып, йәшел суҡтарын ергә эйгән бер нисә ҡайын ағасы ултыра. Уларҙың аҫтынан бәләкәй генә шишмә урғылып сыға ла, ваҡ һуйыр ташлы тәпәш үҙән тартып, йылғаға барып ҡушыла. Ә яры ҡуйы таллыҡҡа күмелгән.
Ана бер аҡ ҡайындың бәүелсәк ботағы ергә эйелгән. Эй, унда бер ҡыҙыҡай ултыра түгелме һуң? Көлә. Бәүелергә тырыша. Кинәт күҙ алдында ниндәйҙер һуҡмаҡ хасил була. Уның осо ап-аҡ ҡалай менән ябылған өйлө ауылға барып тоташа. Ана бер ҡатын йүгерә… Йөҙө асыҡ күренмәһә лә, үҙе нимәлер ҡысҡырып, ҡулын болғай. Ниндәйҙер хәүеф-хафа килерен аңғартҡан кеүек… Шулайҙыр. Теге ҡыҙыҡай Марфа бит!.. Үҙенә табан бейек тау түбәһенән ҙур таш төшөп килгәне күренде. Марфа ҡайындан ҡолап төштө. Ҡасырға теләй – булмай! Ә таш етеп килә, нимәлер гөрһөлдәй! Ҡапыл Артурҙың йөҙө күренеп ҡалды… Марфа ҡысҡыра, ҡатын яғына ҡасырға уйлай… Шул арала барыһы ла күҙҙән юғалды. Марфаны таш баҫты. Тын алыуы ауыр… Ҡысҡыра, береһе лә ишетмәй. Тағы ҡысҡыра. Бына ҡатындың йөҙө күренде!
– Әсәй! Әсәкәйем минең! Һин ҡайҙа? Әсәй!..
– Ҡайҙа әсәйең? Ҡысҡырма… Ҡурсаҡ… Тәмлекәй… Шым, шым тим…
Ҡото осоп уянып киткән Марфа үҙе өҫтөндә тын алғыһыҙ һаҫыҡ Трофимдың ауыр кәүҙәһен тойҙо. Күҙ алдына тағы теге ғәрип малайҙың әсәһе килде, Артурҙың күҙ ҡарашы ялтлап китте. Төшөндәге ауыр тау ташын түгел, ә өнөндәге ҡарасҡыны алып ташлап булмаясағын аңланы... Тыпырсынманы, нәфрәт менән урғылып сыҡҡан эске көс менән бармаҡтарын тегенең һалбырап торған күҙ ҡабаҡтарына батырҙы ла башын артҡа этте. Трофим әсе сыйылданы.
– Ә!.. Шулаймы? Нюра апайыңа оҡшамаған икәнһең. Шайтан балаһы…
Трофим Марфаның ҡулдарын ике яҡҡа айырырға тырышты. Ҡоҫҡоһо килгән ҡатын уның битенә төкөрҙө. Шул саҡ кемдеңдер соланға ингәне һиҙелде. Артурҙың да тауышы ишетелеп ҡалғандай булды. Асыҡ ишектең тупһаһын һиҙелер-һиҙелмәҫ ашаҡлаған ҡара шәүлә сайҡалып-сайҡалып ҡуйҙы. Торорға маташҡан кәүҙәнең сәкәйгән башына ниндәйҙер ҡаты нәмә менән бер нисә тапҡыр тондорҙолар. Күтәрелергә ынтылған Марфа ярһыған Иринаны шәйләп алды. Ҡулында уйнатып торған нәмәһе – әлеге лә баяғы Трофимдың үҙенең резина таяғы…
– Рәхмәт… Ирина апай. Ҡотҡарҙығыҙ…
– Һинең рәхмәтең миңә нимәгә кәрәк, уйнаш бисә! – тине Ирина теш араһынан һәм торорға маташҡан иренең арт һынына тағы берҙе ҡундырып алды. Ярҙам итергә теләптер инде, ҡулбашына йәбеште, ләкин, күлдәк еңенең бүҫерелеп сыҡҡанын күргәс, бар ярһыуын Марфаға күсерҙе. – Төн уртаһында кеше иренә ишек асаһыңмы? Әллә бөтөнләй элгесһеҙ тотаһыңмы? Атайһыҙ бала тапҡанһың, хәҙер тағы кәрәкме? Нюрканың аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, ирҙәрҙе эсерәһеңме?..
Ире артынан шунда уҡ килеп етһә лә, Марфа менән Трофим араһында һис ни булып өлгөрмәһә лә, Иринаның асыуы эт йотҡоһоҙ, түҙеп торғоһоҙ ине. Һытылып сәсрәгән үрте аяғында саҡ баҫып торған иренең дә битенә ҡарай осто.
– Ҡайҙа ҡыҙыл бөрсә – шунда кәкре аяғыңды бораһың! Һөйәркә Нюркаңа оҡшаттыңмы әллә был аҫрау ҡыҙын да? Береһен ауҙарғас, икенсеһенә тотондоңмо? Тик бында мин дә бар әле – ҡалған сәс өлтөгөңдө бөртөкләп йолҡормон! Тыуған яғыңда элеккесә һәпрәндәп ҡара! Ҡара таяғың пенсияға сыҡмаған әле, бында ла эш боҙоусылар етерлек! Ишет!
Марфа артына сигенә-сигенә тәҙрә төбөнә барып торҙо. Артурының был шауға уянып иламауына аптыраны, йыуынғас, ҡаты йоҡлайҙыр, тип уйланы. Үҙе башҡа тегеләргә бер ауыҙ ҙа һүҙ ҡатманы: ҡайһыһына өндәшһәң дә, ҡыҙған табаға май һирпкән кеүек буласағын яҡшы аңланы. Былай ҙа Иринаның ауыҙы ябылмай. Бындай әҙәпһеҙ бисәне Марфа тәүге тапҡыр күрә. Артурҙы өйҙәренән алып сыҡҡанда ҡайһылай шым ултырғайны, хатта иренән ҡурҡҡан һымаҡ тойолғайны. Бына ниндәй икән ул!
Трофим иҙәндән көс-хәл менән күтәрелде лә Марфаға ҡарап ауыҙын ҡыйшайтты, унан бисәһен ҡосаҡлап көлгән булды, арҡаһынан ҡаҡты. Уныһы иренең ҡулын һелкетеп алып ташланы ла сикәһенә сәпәп ебәрҙе.
– Тағы бер тапҡыр Трофимды өйөңдә күрһәм, башыңды өҙәсәкмен! Ишетеп ҡуй, Нюрка табылдығы – уйнаш бисә! Балаң бар тип тормам.
Сайҡала-сайҡала сығып барған иренең арҡаһына төртә-төртә, Ирина бер туҡтауһыҙ ҡулын һауала бейетте. Ул ялҡауланып саҡ атлаған һимеҙ һыйырын алға төшөрөп, һыртын таяғы менән төйгөсләп, һарайына ҡарай ҡыуған әрпеш бисәне хәтерләтә ине.
Бер аҙҙан тирә-йүн тынып ҡалды. Һыҙылып атып килгән, илаһи хозурлыҡҡа төрөнгән йәйге таң, йоҡоһонан уянырға теләмәгән сабый кеүек, яйлап ҡына алһыуланған буй-буй юлағын офоҡҡа йәйеп, беленә лә башланы. Бер урында ҡатып, ҡараңғылыҡта өнһөҙ ултырған, йоҡоһо бөтөнләй осҡан Марфа ҡапыл тертләп китте. Эңерҙәге хәлдең артта ҡалыуынанмы, әллә, киреһенсә, билдәһеҙ шөбһәгә юлығыу ҡурҡынысынанмы – ике тойғо бергә ҡушылып, тынысһыҙ күңелде албырғатып ебәрҙе. Юҡ, икенсеһенең баҫымы арта, йөрәге тағы хәүефле тибә, бите яна башланы. Бергә уҡмашҡан йәберһенеү, әрнеү тойғолары шартлау сигенә етте.
Был торошона түҙә алмай ҡалтыранған Марфа тышҡа атылып сыҡты. Һалҡынса һауа сирҡандырып ебәрһә лә, бер нәмә лә һиҙмәне кеүек, сөнки үҙен ер менән күк араһында ҡаңғырыуҙан алйып, бушлыҡ эсендә япа-яңғыҙ тороп ҡалғандай тойҙо.
– Эй, Хоҙайым!..
Марфа ҡулдарын өҫкә һуҙған килеш йыш-йыш тын алып, йәшле күҙҙәре менән ялбарып, өй алдындағы ҡарт тирәктең йәшкелт эре япраҡтары аша төпһөҙ йыһандың күкһел битенә ҡараны.
– Әйтсе, Хоҙайым, минең дә барҙыр бит әсәйем? Ишетһәсе ул минең тауышымды! Мин бында, әсәйем!.. Әсәкәйем минең!..

Ирекһеҙҙән тубыҡланып, күҙҙәрен сылт йомдо, ҡулдарын тағы ла өҫкәрәк һуҙҙы. Таңғы еләҫ елгә әкрен генә елберләй башлаған тирәк япраҡтары тауышына йән иңрәүе ҡушылды.
– Әсәйемде тапһамсы, Хоҙайым... Үтенеп һорайым! Ялбарыуымды ишетсе… Әсәкәйем! Һин бит йәшәйһең был донъяла. Мин тоям! Үҙеңде һәр саҡ төшөмдә күрәм. Әлеге эңер төшөндә лә һин бит һуҡмаҡ буйлап йүгерә инең! Минең яныма килә инең!.. Тауышыңды ишеттем. Йоҡонан уяттың – рәхмәт… Осраштыр беҙҙе, Хоҙайым!..
Марфаны йыуатырға теләгәндәй, таңғы ел уның туҙған сәсен һыйпап үтте, ҡыҙарып ҡалҡып килгән ҡояштың тәүге нурҙары бит алмаларын наҙланы, ялбыр тирәктән талғын ғына төшөп килгән аҡ мамыҡ бөрөһө Артурын иҫенә төшөрҙө…
Шул көндә үк Тимербай ағай ике өй араһындағы бәләкәй ҡапҡаны алып ташлап, рәшәткәле ҡоймаларҙы тоташтырып ҡуйҙы. Марфаның ҡапҡаһы хәҙер картуф баҡсаһының бер яҡ ситенән асылды. Уларҙың һуҡмағы түбәнгә, Тимербай ағайҙарҙың өйө янынан төп урамға төшә. Ҡыҙбикә апай ҙа ике аралағы һуңғы эште бөтөрөп ҡуйырға ашыҡты. Ауыл Советы депутаты, уҡытыусы Зөлфиә Әхмәтованы алды ла Трофимдарға юл тотто. Күп һөйләнеп тормайынса, Мәғнит сиркәүенең мөһөрө, поптың ҡултамғаһы ҡуйылған килешеү ҡағыҙын ирле-ҡатындың алдына шап иттереп һалды.
– Мәгеҙ, бына ошо була инде бөтә донъяны аҡтарып, баланы урлап, Марфаны ҡур­ҡытып, ерҙең аҫты-өҫтөнән таптырған аҡса­ғыҙ! Ҡарағыҙ: тағы ла бер ҡағыҙ – унда меңдәр күрһәтелгән һандар, Нюраның уларҙы банк аша сиркәү иҫәбенә күсергәнен раҫлаған чек. Был – документтың күсермәһе. Аҡсаның еҫе лә сыҡмай бында! Ә Марфа ошоға тиклем был турала белмәне. Бөгөндән башлап ул яҡҡа табан атлау түгел, күҙегеҙ менән дә ҡарамағыҙ! Марфа депутаты­быҙ­ҙың да, шулай уҡ барыбыҙҙың да ҡурсалауы аҫтында. Был хаҡта Кузьма ағайыңдың законлы раҫланған аманат-васыяты бар.
Трофимдың башына һуҡтылармы ни: уртын сәйнәп, күҙен аҡшайтып, быумаһы тотҡан кешеләй ҡалтыранып ҡуйҙы. Ирина ниҙер әйтергә ауыҙын асҡайны, икенсе ҡатын ҡырт киҫте, һүҙен ҡыҫҡа, ҡаты тотто.
– Таныш булайыҡ: ошо урамдан һайланған депутат Зөлфиә Әхмәтова булам. Марфа – минең уҡыусым. Эйе, ул беҙҙең менән. Бынан ары аҡса юллап, зитына тейеп, борсомауығыҙҙы талап итәм!
Сығып барғандарҙың артынан Трофим­дың мыҫҡыллы тауышы эйәрҙе, уға бисә­һенеке лә ҡушылды. Ҡайнаған һарыу­ҙары фонтан кеүек тышҡа атылды.
– Ҡара һин уларҙы, үҙҙәренән хәйерселек китмәгән, һаман ояларына етемдәрҙе йыялар!..
– Вәт, кәнтәй Нюрка! Ярамһаҡланып, гонаһтарын һыпырыу өсөн сиркәүгә аҡса тыҡҡан, ә! Ожмахҡа ниәт итә, хур ҡыҙҙары араһында йөрөргә уйлай. Көтөп тор, бындағы кеүек блат юҡ унда. Хи-хи-хи!.. Тамуҡта һеҙҙең уйнаш Нюркағыҙ! Мәңге утта янасаҡ! Шул кәрәк уға! Хи-хи-хи!..
Читайте нас