Бөгөн “ДКЗ+” (Дәүләт концерт залы+) медиаүҙәгенең презентацияһы булды. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы етәкселеге проекттың мөмкинлектәре менән таныштырып, яҡын араға ҡорған ижади ниәттәре менән бүлеште.
Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған медиаүҙәк “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ҡарамағында төҙөлдө. Уның төп эш йүнәлештәренең береһе булып “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” федераль проектына ярашлы виртуаль концерт залын үҫтереү тора. Төп маҡсат – республика халҡын академик сәнғәткә ылыҡтырыу, концерт залы брендын киңерәк майҙанға алып сығыу.
Медиаүҙәктең мәғлүмәти, технологик һәм ижади мөмкинлектәре заман талаптарына яуап бирерлек төрлө форматтағы сараларҙы ҡыйыу үткәреүгә булышлыҡ итәсәк. Виртуаль концерт залы иһә республикалағы барлыҡ мәҙәни учреждениеларҙың үҙ-ара бәйләнешен киңәйтер, нығытыр тип көтөлә. Йәғни, заманса һанлы технологияларҙы уңышлы файҙаланып, медиаүҙәк аша бар төбәк халҡын бер мәҙәни майҙанға туплау мөмкинлеге тыуасаҡ. Ошо ҡыйыу маҡсат “Башҡортостан” дәүләт концерт залы эшенең инновациялы өлөшөн тәшкил итә. Уға махсус медиа-проекттарҙы ойоштороу, видео һәм фото төшөрөүҙе хәстәрләү, грант эшмәкәрлеге, полиграфик продукция сығарыу һ.б. инә. Медиаүҙәк донъяла танылған брендтар етештергән һанлы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, ете профессиональ видеокамера алынған.
Яҡын арала “Башҡортостан” дәүләт концерт залының ғына түгел, ә республиканың башҡа театр-концерт ойошмаларының да сығыштарын күрһәтергә иҫәп тотола.
Бөгөнгө презентацияла тамашасыларға бүләк әҙерләнгәйне – Башҡортостан Милли симфоник оркестрының концерты булды. Тура трансляцияны Сибайҙың “Мир” йәштәр мәҙәниәт йортоноң виртуаль концерт залы һәм Учалы телевидениеһы тамашасылары ла ҡарай алды.
Медиаүҙәк эшмәкәрлеген You Tube каналындағы “Башҡортостан” дәүләт концерт залы платформаһында, шулай уҡ концерт залының сайтында һәм социаль селтәрҙәр аша күҙәтеп барырға мөмкин.
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.