Республикала Илшат Сибәғәтуллиндың исемен белмәгәндәр һирәктер, уның башҡорт халыҡ йырҙары менән бергә хәҙерге композиторҙарҙың эстрада әҫәрҙәрен дә бик аһәңле итеп башҡарыуын тамашасылар йылы ҡабул итә, радио һәм телевидениела ла йырҙары йыш яңғырай.
Йыр сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған “Сибай”, “Китмә, һандуғас”, “Һағынам, дуҫтар!”, “Керәйем әле урмандарға”, “Һыу буйлап” йырҙары менән тамашасының күңелен яулаған лирик тенор ул. Уның йомшаҡ, яғымлы, иркен тауышы тәү ишетеүҙә үк, халыҡ әйтмешләй, йөрәккә һары май булып яғыла.
Ҙур сәхнәгә илткән юл башы
Илшат Сибәғәтуллин 1978 йылда Илеш районының Үрге Маншыр ауылында тыуа. Әсәһе Саҡмағош районынан килен булып төшә. Ғаиләлә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшәләр. Йыр-моң һөйгән йортта үҫә ул. Атаһы өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, әсәһе Сафия апай моңло тауышлы йырсы булараҡ ауылдаштарын әсир итә. Шуға ла малай бәләкәй саҡтан уҡ ауыл сәхнәләрендә сығыш яһап, бар халыҡты һоҡландыра.
– Ҡышҡы оҙон кистәрҙә атайым ҡулына гармун алып моңланырға яратты, әсәйем дә уға ҡушылып йырлар ине. Уның “Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтты”ны хисләнеп башҡарыуын бер ҙә онотмайым.
Шулай уҡ радионан иртәнге концерттарҙы тыңларға яраттым. Бигерәк тә Фәрит Бикбулатовтың “Аҡҡош күле”н, “Етегән шишмә”һен йотлоғоп тыңлай инем, – тип иҫләй бала сағын Илшат.
Мәктәптә бер байрам да, бер сара ла унһыҙ үтмәй. Ул хатта уҡырға барған юлды ла йырлап үтер була. Музыка дәрестәрен дә үҙ итә үҫмер. Башҡорт теленән сығышы менән Ейәнсура районынан булған Маһинур Бабиҡова уҡыта, бөгөн Илшаттың башҡортса аралашыуында уның тырышлығы ҙур.
– Беҙ бала саҡта радионан йырҙар бик һирәк яңғыраны, иртән һәм төшкө аш ваҡытында ғына концерт тыңларға була ине. Музыкаль тапшырыуҙарҙы көтөп ала торғайным. Хәҙер, Аллаға шөкөр, телевидениенан да йырҙарға клиптар күп күрһәтелә, – ти Илшат.
Балаларының йыр-моң яратыуын күреп, ата-әсәһе грампластинкалар ҙа тыңлап булырлыҡ радиоалғыс һатып ала. Илшат өсөн был ваҡиға ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнә. Тыңламаған грампластинкаһы ҡалмай малайҙың. Ошо радиоалғыс аша ул тәүге тапҡыр Мәғәфүр Хисмәтуллин, Рамаҙан Йәнбәков, Абдулла Солтанов, Фәриҙә Ҡудашева, Илһам Шакиров, Фәрит Бикбулатовтарҙың башҡорт халыҡ йырҙарын нисек башҡарыуын ишетә. “Уйыл”, “Сибай”, “Азамат” кеүек йырҙарҙы күңеленә һеңдерә.
Йырсы булырға тигән хыялы Илшатты IX класты тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Беренсе турҙы уңышлы үтә, ә икенсеһендә фортепьяноға ҡушылып йырларға кәрәк була.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, был музыка ҡоралының ни икәнен дә белмәй инем. Уға ҡолаҡ та һалмай, үҙемсә йырланым. Хыялым тормошҡа ашманы. Әлбиттә, күңел төштө, Өфөнән бик кәйефһеҙ ҡайттым, – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.
Шулай ҙа юғалып ҡалмай егет, урындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул йылда атаһы мәрхүм була. Өйҙә әсәһе, һикһән йәште уҙып барған өләсәһе, мәктәптә уҡыған ҡустыһы Илшат ҡына ҡала. Уларға терәк булыу ниәтенән егет ауылға ҡайта. Төрлө эштә йөрөй: көтөү ҙә көтә, мал да ҡарай, әммә йыр-моңдан айырылмай.
Шулай һәүетемсә генә тормош көткәндә Илшаттың яҙмышын үҙгәрткән ваҡиға була. Бергә эшләгән егет иҫ киткес тауышҡа эйә, һәләтле кешенең ауылда йәшәүен Дүртөйлөләге Семилетка ҡасабаһында мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән ағаһына еткерә. Ул Илшатты эшкә саҡыра. Ошолай башлана ла инде Илшат Сибәғәтуллиндың сәхнә тормошо.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә концерттар менән яҡын-тирә ауылдарҙы, күрше райондарҙы йөрөп сығалар. Илшат Сибәғәтуллиндың моңло тауышы күптәрҙе әсир итә, үҙенә арбай.
Йәш йырсы төрлө конкурстарҙа ҡатнаша башлай. “Туған тел” конкурсында дипломант була. 2003 йылда “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһенә барырға батырсылыҡ итә. Унда “Уйыл”, “Сибай”, “Азамат”, “Ильяс” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарып, лауреат исеменә лайыҡ була.
Тырышлығы, тәүәккәл булыуы бушҡа үтмәй: Илшат Сибәғәтуллин тамашасы һөйөүен яулай, йырсы булараҡ оҫтара һәм 24 йәшендә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, Илшат сәнғәт академияһының фольклор бүлегенә уҡырға инә. Бер юлы мәшһүр педагог Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинанан да вокал дәрестәре ала. “Был егеттән бына тигән опера йырсыһы ла сығыр ине”, – тип ситтән тороп уҡып йөрөгән Илшатты үҙенең уҡыусыларына өлгө итеп ҡуя данлыҡлы профессор.
Эшендә, башҡа өлкәлә уңыштарға өлгәшһә лә, икенсе яртыһыҙ кеше үҙен тулыһынса бәхетле тоймайҙыр. Ир ҡорона еткәс, Илшат ғаилә ҡороу тураһында уйлана башлай. Иң тәүҙә ҙур итеп йорт һала.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә фармацевт булып эшләп йөрөгән Иҫәнбай ауылы һылыуы Зиринаға бер күреүҙә ғашиҡ була егет. Моңло тауышлы, баһадир кәүҙәле егет тә ҡыҙҙың күңеленә ята. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешә. Ғаиләгә йәм өҫтәп ҡыҙ һәм ул тыуа.
Бөгөн Сибәғәтуллиндар Үрге Маншыр ауылында ҙур һәм иркен йортта йәшәй. Илшат нефтселәр ойошмаһында оператор булып эшләй. Зирина үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт итә.
Ҡыҙҙары ла, улдары ла, атайҙарына оҡшап, йыр-моң ярата. Гөлшат өс кенә йәшенән ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай.
Һәр эште кәңәшләшеп, бергә башҡарырға күнеккән егәрле Сибәғәтуллиндар ул-ҡыҙҙарын да, тормошта юғалып ҡалмаһын тип, хеҙмәткә өйрәтеп тәрбиәләргә тырыша. Балалары ла башҡорт телен яҡшы белә.
Ғаиләлә атай абруйы ҙур. Шулай булмай ни, Илшат сәхнәлә генә балҡымай, тормошта ла үрнәк булырҙай ир уҙаманы. Ул бер ҡасан да буш тормай: йәй бал ҡорто ҡарай, мул итеп баҡса үҫтерә, ҡыш ҡарама бәшмәге үрсетә. Сәләмәт тормош рәүешен өҫтөн күргән Сибәғәтуллиндар, ғаилә менән сәйәхәт итергә, тәбиғәткә лә йыш сығырға ярата.
– Баш ҡалала эш тәҡдим итеп тә саҡырҙылар, әммә ғаиләбеҙ менән ауыл тормошон өҫтөн күрәбеҙ. Тәбиғәтте яратам, ошондай мөхиттә йәшәгәндә үҙенән-үҙе моң тыуа, ауылда йәшәп тә ижад итергә була, – ти Илшат.
Ысынлап та, Илшат Сибәғәтуллин мәҙәни баш ҡаланан бер ҙә ситтә йәшәгән кеүек түгел, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ул йыр конкурстарында ла ҡатнашып тора. Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән “Дуҫлыҡ моңо” конкурсында Гран-приға лайыҡ булып, машина менән бүләкләнә. “Оҙон көй”, “Туған тел”, “Ирәндек моңдары”, Илһам Шакиров исемендәге конкурстарҙа ла лауреат исемен яулай.
Уның исеме Башҡортостандан ситтә лә билдәле. Моңло йырсыны Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә сығыш яһарға йыш саҡыралар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Латвия, Эстония, Төркиә һәм башҡа ил тамашасылары уның бәрхәт тауышына хайран ҡала.
2018 йылда Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында ll Халыҡ - ара “ART GLOBAL “ мәҙәни конкурс-фестивале уҙғарыла. Илшат Сибәғәтуллин, башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарып, беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ була. Былтыр Мәскәүҙә ойошторолған “Роснефть” йондоҙҙар ҡабыҙа” конкурсында “Һандуғас” йыры менән шулай уҡ беренсе урынды яулай.
Бөгөн Илшат Сибәғәтуллин йырҙарынан ике диск сығарған. “Яратам” һәм “Һағынып киләм” тип атала улар. Репертуарында барыһы ла моңло, һалмаҡ, халыҡсан йырҙар. Һәләтле йырсы һуңғы йылдарҙа үҙе лә көйҙәр яҙа, бөгөн уның Гөлфиә Юнысова, Зөһрә Рәхмәтуллина, Динә Булгакова, Роберт Миңнуллин һәм башҡа шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған дүрт тиҫтәгә яҡын йыры бар.
– Тенор булғас, минең диапазон өсөн яҙылған йырҙар һирәк. Үҙ мөмкинлектәремде иҫәпкә алып ижад иткәс, яҙғанымды бөтә күкрәгем менән рәхәтләнеп башҡарам, – ти композитор.
Былтыр күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, Илшат Сибәғәтуллин Өфө халҡы алдында “Бергә булайыҡ” тип аталған концерт менән сығыш яһаны. Йырсының 20 йыллыҡ эшмәкәрлегенә арналған сағыу, йөкмәткеле сарала тамашасы уның моңона, ижадына тағы ла нығыраҡ ғашиҡ булды.
Һәләтле кеше һәр яҡлап та һәләтле була, тиҙәр. Буш ваҡыттарында Илшат көндәлектәр ҙә яҙа. Шуларҙы туплап, “Ғүмерем – моңло бер йыр” тип исемләнгән китап та сығарырға йыйына.
Илшат Сибәғәтуллин – әүҙем йәмәғәтсе лә. 2018 йылда уны яҡташтары Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һайлап ҡуя. Рухлы ир-уҙаман башҡорт телен һаҡлау, сәләмәт тормошто, милли мәҙәниәтте пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара.
Бына шундай замандашыбыҙ йәшәй Илештә. Бер урында тапаныуҙы үҙ итмәгән, заман менән бергә атлаған уҙамандың башҡараһы эштәре, яулайһы үрҙәре алда әле.