Яҙмыш ғәли йәнәптәре әҙәм балаһын ҡайһы тарафтарға ғына илтмәй ҙә ниндәй генә ерҙәрҙә ризыҡ ейҙертмәй. Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы һаналған Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә бөгөн биш меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Кемдәрҙер совет осоронда гөрләгән төҙөлөштәргә килеп тороп ҡалһа, икенселәрҙе – уҡыу, хәрби хеҙмәт йәки вазифа, өсөнсөләрҙе мөхәббәт хистәре ошо хозур, тарихи ҡала менән бәйләгән. Нисек кенә булмаһын, алыҫ Нева ярҙарын төйәк иткән яҡташтарыбыҙҙың үҙ асылына – башҡортлоҡҡа тоғролоҡ һаҡлап, берҙәмлеккә ынтылып, тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә ынтылыуы ысын мәғәнәһендә һоҡландыра.
Бөгөн Питер башҡорттары ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса тиҫтәләгән йәмәғәт ойошмаһына берләшкән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ йүнәлешендә милли асылды һаҡлау, сит тарафтарҙа һибелеп-сәселеп, юғалып ҡалмау өсөн маҡтауға лайыҡ эштәр башҡара.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары уртаһында Ленинград ҡалаһының Ленсовет исемендәге мәҙәниәт һарайында тәүге башҡорт фольклор ансамбле барлыҡҡа килә. Был изге эш өс тиҫтә йылдан ашыу төньяҡ баш ҡалала йәшәгән Рауза менән Әнүәр, уларҙың улы Рәшит Зәйнетдиновтар һәм Ленинград дәүләт университетын тамамлаған Ғәзим Малаевтың уртаҡ уй-ниәте, тәүәккәллеге һөҙөмтәһендә башланғыс ала.
Мәҙәниәт йортоноң тышына башҡорт ансамбле ойошторолоуы тураһында ҙур иғлан эленә. Репетиция көндәрендә йыр-бейеүгә һәләте булмағандар ҙа үҙ-ара аралашыу, милли рухҡа сарсаған күңелдәрен ҡурай, гармун моңдары, халыҡ йырҙары тыңлап ҡандырыу өсөн килә башлай. 1987 йылда ансамблгә табибә, медицина фәндәре кандидаты, халҡының бай мәҙәниәтенә, тарихына мөкиббән ғашиҡ Люциә Ғафар ҡыҙы Буканова етәксе итеп ҡуйылғас, эштәр тағы ла йәнләнеп китә. Уның тәҡдиме менән ансамблгә “Ирәндек” исеме бирелә, ошо фольклор төркөм нигеҙендә рәсми ойошмалар – Санкт-Петербург Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы һәм “Башҡортостан” мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килә. Люциә Ғафар ҡыҙына был эштәрҙе ойоштороуҙа рухлы башҡорт ир-азаматтары Әнүәр Ғайса улы Аҡманов менән Камил Әғзәм улы Хәйруллин ҙур ярҙам күрһәтә.
Төньяҡ баш ҡала башҡорттарын берләштерәсәк ансамблгә нигеҙ һалған Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы Зәйнетдинова – Шишмә районынан. Бәләкәйҙән бейеү ене ҡағылған, сәхнәләрҙә аҡҡоштай йөҙгән һылыуҙы бер сығышы мәлендә Ленинград егете күреп ҡала. Ике йәш йөрәк араһында һөйөү хистәре ҡабына. Сит ерҙә туған моңдарын, тыпырҙатып башҡортса бейеүҙәрҙе һағынып йәшәгән Рауза ханымдың фольклор төркөмө ойоштороу хаҡындағы хыялын өҙҙөрөп баянда, аккордеонда уйнаған тормош юлдашы Әнүәр һәм улы Рәшит тә күтәреп ала.
Бына инде өс тиҫтә йылдан ашыу яҡташтарын бергә туплап, улар күңеленә рух сатҡылары өләшеп йәшәгән Люциә Ғафар ҡыҙы менән алыҫ Нева ярҙарын төйәк иткән милләттәштәребеҙҙең көнитмеше, уй-ғәмдәре хаҡында һөйләшәбеҙ.
– Сит ерҙә тыуған яҡҡа бәйле һәр нәмә ҡәҙерле, ерҙәш, яҡташ булыуҙың асылын нығыраҡ аңлайһың. Шөкөр, берҙәмбеҙ. Күп милләтле мегаполиста юғалып ҡалмай, Ер йөҙөндә башҡорт тигән бай тарихлы, ғорур милләт барлығын танытып йәшәйбеҙ, – ти Люциә ханым. – Эшемдә иң ҙур ярҙамсыларым – ғаиләм, тормош юлдашым Зөбәйер Харис улы, балаларым Гүзәл менән Айрат Мусиндар – ныҡлы таянысым һәм терәгем. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән уҙаман Рафиҡ Исмәғил улы Төлкөбаевтың ойошманың эшен яйға һалыуҙа хеҙмәте ҙур булды. Ул – уҙған быуаттың 70-се йылдарында Ленинград технология университетында уҡыған мәлендә үк башҡорт йәштәрен туплап, яҡташтар ойошмаһы төҙөгән кеше.
Рухлы, киң күңелле Камил Әғзәм улы Хәйруллин – һәр башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы алған бағыусыбыҙ, уның ярҙамы менән милли кейем тектерҙек. Хәйбулла ҡыҙы Роза Шубинаны, Нөгөш һылыуы Гөлсәсәк Зөбәйерованы, Дәүләкәндән Миңзирә Бәшированы, Пермь башҡорто Әлфирә Мөстәҡимованы, Әлшәй районынан Гөлнур менән Хәтмулла Миңләхмәтовтарҙы ла билдәләп үткем килә. Хәтмулла – “Ирәндек” ансамбле өсөн һоҡланғыс бейеүҙәр ҡуйыусы хореограф.
Питерҙа уҡыған осоронда Айназ Низаметдинов та ансамблебеҙ репертуарын бихисап бейеүҙәр менән тулыландырҙы, бигерәк тә балалар менән ихлас эшләне. Яҡташтар ҡатнашлығындағы саралар мәлендә йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, халҡыбыҙҙың матур кәсептәре, шөғөлдәре менән таныштырабыҙ. Мәҫәлән, Альбина Бүләкова – шәл бәйләү, Нурания Йәһүҙина ҡорама ҡорау серҙәрен төшөндөрә. Гөлназ Ибраһимова, Зөлфирә Хандога, Лилиә Абдуллина һәм уның тормош иптәше Михаил Малышев, Альбина һәм Азат Бүләковтар барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Хәҙер инде уларҙың балалары – Элина һәм Эльмира Ибраһимовалар, Ансар Бүләков, Карина һәм Рөстәм Мусиндар, Алина Йәһүҙина, Анатолий Малышев, Таһир Шәғәлиевтәр “Ирәндек”тең йәш көстәре булып үҫеп килә.
Питерҙағы милли ойошмалар араһында һәр ваҡыт иң әүҙем, берҙәм булараҡ билдәләнеүебеҙ ғорурлыҡ уята. Һабантуйҙа, ҡала байрамдарында, “Милләттәр балы” кеүек сараларҙа, этнокүргәҙмәләрҙә ихлас ҡатнашабыҙ. Еңеү көнөндә Ленинградты азат иткән башҡорт яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә һалабыҙ, “Үлемһеҙ полк” акцияһында башҡа милләт вәкилдәре менән бергә “Милли полк” сафтарында үтәбеҙ. Киләсәктә лә ошо берҙәмлекте юғалтмай, һоҡланғыс халыҡтың вариҫтары булыуыбыҙҙы танытып йәшәргә яҙһын.
2009 йылда алдынғы ҡарашлы Башҡортостан студенттары тырышлығы менән Санкт-Петербургта “Аманат” исемле башҡорт йәштәре ассоциацияһы барлыҡҡа килә. Йәштәр үҙҙәренең театр-студияһын, “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” командаһын ойоштора. Берҙәмлектә көс икәнен танытып, милли асылыбыҙға тоғро ҡалып йәшәй, эшләй, ижад итә, бер-береһен табып ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, яҡты маҡсаттарға ынтыла Санкт-Петербург башҡорттары.