Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының ижади коллективы был юлы ла яңы премьералар менән һөйөндөрҙө. Я. Пулиновичтың “Һағыштарым тулы ғазаптарым”, Ф. Бүләковтың “Шайморатов генерал”, А. Ҡаһарманованың “Их, йәшәүҙәре рәхәт йәки Айғырыңдың ҡабырғаһы!”спектаклдәрен ҡарау бәхетенә өлгәште театр һөйөүселәр. Премьераларҙың тәүге икәүһе тураһында беҙҙең гәзит биттәрендә мәҡәлә донъя күрҙе, бөгөн иһә һүҙебеҙ уның һуңғыһы хаҡында булыр.
Айлыбаныу-Баныу Ҡаһарманованы күптәр “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе, оҫта публицист һәм тәнҡитсе булараҡ яҡшы белә. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре үҙен драматургия өлкәһендә лә һынап ҡараны һәм өмөтлө йәш драматург итеп күрһәтә алды. Бәхеткә күрә, әҫәренең оҫта режиссер ҡулына эләгеүен дә билдәләргә кәрәк, сөнки спектаклдең төп уңышы режиссерға бәйле икәнлеген күптәр яҡшы белә. Үҙе өсөн ятыраҡ булған өлкәгә, йәғни драматургияға тотоноуын Айлыбаныу Латиф ҡыҙы былай тип аңлата: “Осраҡлы ғына рәүештә интернет селтәрендә Башҡортостан драматургия һәм режиссура үҙәгенең семинар ойоштороуы хаҡында иғланды күреп, күрһәтелгән адресҡа пьеса ғәләмәтен яҙып һалғайным, улар мине саҡырҙы ла ҡуйҙы! Драматургия серҙәрен өйрәнеү тап шунан башланды. Режиссер Зиннур Сөләймәнов менән осрашыуҙы иң бәхетле осраҡтарҙың береһе тип иҫәпләйем (2014 йылда ойошторолған үҙәктең директоры – Әлиә Яхина, Зиннур Фәрит улы – художество етәксеһе, проект авторы). Ул беҙҙе, йәш драматургтарҙы, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс яңы донъяға ихлас өйрәтте.
Уның етәкселегендә бер-бер артлы ике драма яҙып ташлағас, Зиннур Фәрит улы миңә иғтибарлап ҡараны: “Ҡарамаҡҡа рәп-рәхәт йәшәгән һымаҡһың, ауыҙың гел йырыҡ, йөҙөң ҡояштай балҡый, ҡайҙан һиндә шунсама драма-трагедия?!”
Етәксебеҙҙең “рәп-рәхәт” тигән һүҙе күңелдә ҡалды ла, уның “театрҙарға комедиялар етмәй, әйҙәгеҙ, комедия яҙығыҙ” тигәс, пьесамды тап шулай исемләргә ниәтләнем.
Күп тә үтмәй, “Рәхәт!” комедияһын сибайҙарға уҡырға ебәрҙем. Көтөлмәгән хәл һуңыраҡ булды: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Мәжит улы Ғәлимов шылтыратып: “Пьесаңды алабыҙ”, – тигәс, бер аҙ шаңҡып ҡалдым. Ысынлап та, ышанманым, спектаклде килеп ҡарағанға тиклем “китсәле, булмаҫ” тип уйланым”.
Сибай театры – йәш драматургтарға оло тормошҡа юл асҡан тылсымлы йорттарҙың береһе лә, сөнки тап бында тәүге әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, артабан мөғжизәле театр донъяһына юл ярып, бөгөн билдәле дараматург булып китеүселәр бихисап. Улар исемлегенә Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев, Салауат Әбүзәр, Әминә Яхинаны индерергә мөмкин. Кем белә, бәлки, тәүге сирҡаныс алған Айлыбаныу Ҡаһарманованың киләсәктә яңы әҫәрҙәре лә ҡуйылыр әле.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәй, спектакль уныһынан да азат түгел, әммә әҫәрҙең бөгөнгә ауаздаш булыуы, геройҙарының тормошо беҙҙең аранан алыныуы менән ҡыҙыҡлы һәм мажаралы. Һәр кемде персонаждарҙың артабанғы яҙмышы нисек тамамланыр тигән уй борсой.
Ролдәрен бик оҫта башҡарған Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов, артистар Морат Амантаев, Зәлиә Хафизова, Нәфисә Мәжитова һәм башҡаларҙың сығышын ҙур кинәнес менән күҙәтте тамашасы.
Ни өсөн был донъяла йәшәүе рәхәт икәнлеген белгегеҙ килһә, Сибай театрына рәхим итегеҙ һәм йәш драматург Айлыбаныу Ҡаһарманова әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль премьераһын мотлаҡ ҡарарға тырышығыҙ.
– Йөрәгем тулы һөйөү менән йөрөп ҡайттым Сибайҙан. Үҙем ҡурҡаҡ ҡына булһам да, был юлы уларҙы “ҡурҡытып” ҡайттым әле: “Тағы бер эшемде ебәрәм, көтөгөҙ! – тип йылмайҙы әңгәмәсем.
Тимәк, йәнә бер премьера ҡарарбыҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.