Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Октябрь 2020, 08:52

Туймазылар тарихи тамырҙарға тоғролоҡ һаҡлай

Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты һәм “Шәжәрә” тарихи мираҫты өйрәнеү үҙәге белгестәре Туймазы ҡалаһында урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән осрашты. Сараны ойоштороуға Граждандар башланғыстарын яҡлау фонды булышлыҡ итте.

Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты һәм “Шәжәрә” тарихи мираҫты өйрәнеү үҙәге белгестәре Туймазы ҡалаһында урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән осрашты. Сараны ойоштороуға Граждандар башланғыстарын яҡлау фонды булышлыҡ итте.


Белгестәр төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттарының тарихына ҡағылышлы документаль мәғлүмәттәр менән таныш­тырҙы. Стратегик тикшеренеүҙәр инс­титутының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин институт ғалимдары тарафынан әҙерләнгән “Башҡортос­тандың төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары ырыу­ҙарының һәм ауылдарының картаһы” тураһында ентекләп һөйләне. Был картала ҡайһы ауылдарға баш­ҡорт ырыу­ҙары вәкилдәре тарафынан нигеҙ һалыныуы асыҡ күрһәтелгән.


Тарихи әһәмиәтле сығанаҡтан күре­неүенсә, Туймазы ерен элек-электән башлыса Ҡаңны һәм Йылан ырыуы башҡорттары төйәк иткән, шул уҡ ваҡытта башҡа ырыу вәкилдәре лә күсенеп ултырған.


– Был проект халыҡтың ҙур ярҙамы менән тормошҡа ашырылды, сөнки картаны төҙөгән саҡта беҙ архив, статистика мәғлүмәттәренән тыш, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү­селәрҙең мәғлүмәттәренә лә таяндыҡ, – ти Рәфил Рифғәт улы.


Стратегик тикшеренеүҙәр институ­тының социомәҙәни анализ үҙәге етәк­сеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов сарала ҡатнашыу­сы­ларҙы “Без башҡортлар” брошю­раһы серияһынан Туймазы башҡорттарына ҡағылышлы демографик, тарихи һәм мәҙәни сыға­наҡтар менән таныштырҙы.


Был йыйынтыҡ ярҙамында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейеме, кәсептәре, һөйләш үҙенсәлек­тә­ре тураһында бай мәғлүмәт алырға була. Шулай уҡ баҫмала архив мәғлү­мәттәренә һылтанмалар ҙа бирелгән. Был брошюра – тыуған яҡты өйрәнеү­селәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған сығанаҡ.


– Бөгөн беҙ танышҡан методик ҡулланмалар тыуған яҡты өйрәнеү эшен тағы ла йәнлерәк алып барырға бу­лышлыҡ итер, тип ышанам, – тине Туймазы районының Балтай ауылында йәшәгән Марат Дәүләтов. Әйткәндәй, ул үҙ нәҫеленең шәжәрәһен төҙөү менән тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә, әле лә мәғлүмәттәр туплауҙы дауам итә. Бөгөнгә Марат Низаметдин улы документтар менән раҫланған 21 быуынын тергеҙгән, бынан тыш, үҙ нәҫелен 32-се быуынға тиклем асыҡ­лаған, “әммә улар буйынса тарихи сығанаҡтар табыу бурысы тора”, ти. Ауыл мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләгән Марат Низаметдин улы шәжәрәһен өйрәнеү барышында Балтай ауылының тарихына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә туплаған, былар хаҡында уҡыусылары менән ихлас уртаҡлаша.


Осрашыуҙа “Тамға” берекмәһе етәк­сеһе Зөлфиә Краснова төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейем үҙенсә­лектәре менән таныштырҙы. Ул кейем, туҡыу әйберҙәрендәге үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү маҡсатында ошо төбәк буйынса этнографик экспедициялар ойоштора.


Туймазыла үткән сара халыҡтың үҙенең тарихи тамырҙары, шәжәрәһе менән етди ҡыҙыҡһыныуын, тарихи асылына тоғролоҡ һаҡлауын асыҡ күрһәтте.


Фото: «Туймазинский вестник»



Читайте нас