Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Октябрь 2020, 12:00

Радик Юлъяҡшин концерттарын күсергән

Йырсы бының сәбәбен нимә тип аңлата?

Танылған йырсы Радик Юлъяҡшин үҙенең ҡайһы бер концерттарын күсереүе тураһында хәбәр итте.
Асыҡлабыраҡ әйткәндә, Һамарҙа үтәсәк концертын – 2021 йылдың 12 мартына, ә Ижевскиға планлаштырған гастролен киләһе йылдың 10-11 сентябренә күсерергә мәжбүр булған.
“Эпидемиологик хәл сәбәпле беҙ концерттарҙы күсерергә мәжбүрбеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – тип мөрәжәғәт итте йырсы ижадын үҙ итеүселәргә. Улар бындай ҡарарҙы аңлап ҡабул итеүен, концерттарҙы көтөп ҡалыуын белдергән.
Шулай ҙа йырсы ағымдағы йыл аҙағына планлаштырылған ҡайһы бер концерттарын ойоштормаҡсы. “Хәл-торошҡа ҡараясаҡбыҙ”, - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Читайте нас: