Өфөлә йәшәгән рәссам Әлфиә Бикбулатованың үҙенсәлекле шөғөлө бар. Уның хаҡындағы сюжет Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгәс, оҫта менән беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ.
Рәссам билдәле шәхестәрҙе 3D форматта эшләнгән ҡурсаҡтар рәүешендә һынландыра. Уның коллекцияһында легендар “Битлз” төркөмө солистары, төрлө әкиәт геройҙары, шулай уҡ башҡорт артистары бар. Мәҫәлән, геройҙары араһында данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистарын күрергә була.
Әлфиә апай ҡурсаҡтарҙың һынын балауыҙҙан яһай, артабан килешле итеп кейемдәр, костюмдар тегә. “Эшемдә тик тәбиғи материалдар ғына ҡулланам, - ти рәссам. – Был шөғөлөм ваҡытында күңелем ял итә, рәхәтлек кисерә. Ҡурсаҡтар йылмая башлаған кеүек тойола. Ижадта шуныһы мөһим – башҡарған эшең иң тәүҙә үҙеңә оҡшарға тейеш”.
Профессиональ рәссам булараҡ, ул заказ буйынса картиналар ҙа төшөрә. Шулай уҡ һөнәр үҙенсәлектәре менән төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә теләге булған һәр кем, айырыуса балалар менән ихлас бүлешә.
Әлфиә Бикбулатова киләһе йылда шәхси күргәҙмәһен ойошторорға уйлай. Тимәк, уның ҡурсаҡтарын теләге булған һәр кем үҙ күҙҙәре менән күрә аласаҡ.
Фото: bash.news һәм Ә.Бикбулатованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.