Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, һәүәҫкәр композитор, шағирә, балалар яҙыусыһы, драматург, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов, Баймаҡ районының Хөсәйен Әхмәтов, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялары лауреаты Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан мәңгелеккә китте.
Ул 1946 йылда Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Ошо уҡ район егете Вәкил Фәйзуллин менән ғаилә ҡороп, тыуған яғында хеҙмәт юлын башлай. 1980 йылда ғаилә Сибай ҡалаһына күсеп килә, Зөһрә Фәйзуллина Сибай гимназия-интернатында, Сибай педагогия училищеһында уҡыта. 1996 - 2001 йылдарҙа "Атайсал" төбәк гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй, артабан - "Сулпан" балалар театрында әҙәби консультант.
Һуңғы йылдарҙа Зөһрә Фәйзуллина Өфө районында йәшәй.
Уның "Мәктәп вальсы" йыры нисәмә быуын сығарылыш класс уҡыусыларының гимнына әүерелде, ә йырҙары сәхнә оҫталары тарафынан яратып башҡарыла: "Тәгәрәп китте йөрәгем", "Кисерегеҙ", "Өсмөйөшлө хаттар", "Илекле ҡыр", "Әбйәлилем"... Халыҡ уларҙы үҙ итеп, ихлас ҡабул итә. Зөһрә Фәйзуллинаның балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәре республиканың һәр мәктәбендә тиерлек ҡуйыла, яратып ҡарала. Ул яҙған сценарийҙар буйынса төбәгебеҙҙең театр-филармонияларында бихисап ижад кисәләре, йыр-моң байрамдары үтте, төрлө йыйындар, конкурстар ойошторолдо.
Зөһрә Фәйзуллина тыуған Әбйәлилен, ауылын, уның халҡын сикһеҙ яратты, ошо һөйөүен ижадында ла сағылдырҙы, һәр саҡ "әбйәлилдәрем" тип йән атыр ине...
Мәрхүмәнең ире Вәкил ағайҙың, улының, килененең, ейәндәренең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ. Йәнегеҙ йәннәттә булһын, Зөһрә апай...