Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Октябрь 2020, 08:10

Был төбәктә үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынған халыҡ йәшәй

Ҡулланмалар – тыуған төйәген, шәжәрәһен өйрәнеүселәр өсөн ҙур ярҙам.

Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты һәм “Шәжәрә” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихы буйынса фәнни-методик ҡулланмалар һәм материалдар менән таныштырыу эшен әүҙем алып бара. Улар бер нисә районда булып, крайҙы өйрәнеүселәр, китапханасылар, нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе. Был саралар Граждандар башланғыстарын яҡлау фонды ярҙамында ойошторола. Институт ғалимдары тарафынан әҙерләнгән “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Без – башкортлар” брошюраһы был төбәк халҡында ысын мәғәнәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был эштә республиканың башҡа ҙур ойошмалары һәм учреждениелары ла әүҙем ҡатнаша.


Ыҡ буйы башҡорттарын ниҙәр борсой?


Ошо саралар планына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы “Ыҡ буйы баш­ҡорттары. Тарихы һәм бөгөнгөһө” тигән фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙе. Эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алып, ул онлайн-алымда ойошторолдо. Шул уҡ ваҡытта Октябрьский ҡалаһында конференцияның айырым майҙансығы эшләне.


Сарала Башҡортостан Респуб­ликаһының Фәндәр академияһы, Милли архивы, Башҡортостан энциклопедияһы, Баҡалы, Бәләбәй, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәр­мәкәй, Туймазы, Шаран районда­рының музей хеҙмәткәрҙәре һәм крайҙы өйрәнеүселәре ҡатнашты.


Башҡортостан Республи­каһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Рәйес улы Алтынбаев конференцияла ҡат­нашыусыларҙы сәләмләп, уңышлы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләне. Милли музейҙың генераль директоры Марат Миңлеғәле улы Зөлҡәрнәев, бер үк ваҡытта республиканың “Крайҙы өйрә­неүселәр йәмғиәте” етәксеһе булараҡ, ойошманың маҡсаттары, ошоғаса башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар һәм конференцияла ҡараласаҡ мәсьәләләр тураһында һөйләп үтте. Ул райондарҙа эшләгән крайҙы өйрәнеүселәрҙең төбәгебеҙҙең тарихын, халҡыбыҙҙың данлы үткәнен өйрәнеү, тергеҙеү буйынса ифрат ҙур эштәр башҡарыуын айырып билдәләне.


Айтуған Ирек улы Аҡманов, Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов, Рәфил Рифғәт улы Аҫылғужин кеүек тарихсылар Ыҡ буйы, Башҡорт­остандың төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының тарихи үткәненә ҡағылышлы йөкмәткеле сығыштар тәҡдим итте, уларҙың диалектына, ырыуҙар тарихына, тарихи территориаль бүленешенә ҡағылышлы китаптар, белешмәләр менән таныштырҙы.


Башҡортостан энциклопедияһы директорының фән буйынса урын­баҫары Клара Ишбулды ҡыҙы Әһлиуллина һәр райондың айырым энциклопедияһын булдырыу эшмәкәрлеге менән яҡындан та­ныш­тырҙы, был эштең төбәк тари­хын тергеҙеү, тулыландырыу һәм һаҡлау йәһәтенән әһәмиәтен бил­дәләне һәм урындағы крайҙы өйрәнеүселәрҙе әлеге башлан­ғыста әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

(Башы 1-се биттә).


Октябрьский ҡалаһының, ра­йондарҙың музей хеҙмәткәрҙәре, крайҙы өйрәнеүселәре, әүҙем йә­мәғәтселәр үҙҙәре тарафынан алып барылған эшмәкәрлек тура­һында һөйләп үтеп, көндәлек эш­тәрендә осраған сетерекле мәсьә­ләләрҙе күтәрҙе, һорауҙарына яуап алды. Мәҫәлән, Туймазы районы биләмәһендә “Юлдаш” радиоһы тап­шырыуҙарын тыңлау мөмкин­легенең сикле булыуы, район гәзиттәрендә крайҙы өйрәнеү темаһына арналған мәҡәләләргә урын бирелмәүе, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу сифатына иғтибарҙы арттырыу, ҡайһы бер урындарҙа ауылдарҙың барлыҡҡа килеү тарихына бәйле тарихи дөрөҫлөктө һанламау кеүек һорау­ҙар яңғыраны.

Конференцияла ҡатна­шыусы­лар, төбәк­тәр­ҙәге крайҙы өйрәнеү­селәр республиканың ғилми йәмә­ғәтселеге менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш, шул саҡта был юҫыҡтағы эшмәкәрлек тағы ла һөҙөмтәлерәк буласаҡ, тигән уртаҡ фекергә килде.


Балтаста ла үтте был сара


Балтаста үткән осрашыуҙа ра­йондың крайҙы өйрәнеүселәре, тарих уҡытыусылары, китапхана селтәре хеҙмәткәрҙәре, ҡоролтай әүҙемселәре ҡатнашты.

Стратегик тикшеренеүҙәр инсти­тутының өлкән ғилми хеҙмәт­кәре Рәфил Аҫылғужин институт ғалим­дары тарафынан әҙерләнгән ике проект – “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы” һәм “Башҡорт­ос­тандың төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттарының ырыу­ҙары һәм ауылдары картаһы” менән ентекле та­ныштырҙы. Мәҫәлән, улар ярҙа­мында ҡайһы ауылдың ниндәй баш­ҡорт ырыуының ерендә бар­лыҡҡа килеүе, был төбәктә ниндәй ырыу вәкилдәре йәшәүе тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.

Стратегик тикшеренеүҙәр инсти­тутының социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов “Без – башкортлар” брошюраһы тураһында һөйләп үтте.

– Был ҡулланма крайҙы өйрә­неү­селәр, үҙенең нәҫел шәжәрәһен төҙөргә теләүселәр өсөн бик төплө методик ярҙам сараһы буласаҡ. Уның менән таныш булған кеше архивҡа килеү менән юғалып ҡалмаясаҡ. Ул эште нимәнән башларға, ниндәй мәғлүмәттәрҙе һоратып алырға икәнен яҡшы бе­ләсәк. “Без – башкортлар” брошю­раһы әлегә 16 район буйынса әҙер, беҙ һәр ерҙә халыҡ менән осрашып, уның менән яҡындан таныш­тырабыҙ, – тине Юлдаш Йосопов.

Шулай уҡ ғалимдар “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Башҡорт­остан Республи­каһының Балтас районы башҡорттары” белешмәһе тураһында ла мәғлүмәт менән таныштырҙы. Бында хәҙерге Балтас районына ҡағылышлы Халыҡ иҫәбен алыу (1859 йыл) һәм 1917 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу материалдары бирелгән. Уларға таянып, күптәр үҙҙәренең тыуған ауылы­ның, нәҫеленең тарихын тергеҙә, барлай ала.

Саранан һуң Стратегик тикше­ренеүҙәр институтының өлкән ғил­ми хеҙмәткәре Рәфил Аҫыл­ғужин тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Осрашыу бик йәнле барҙы. Балтас районында башлыса дүрт башҡорт ырыуы – танып, таҙлар, унлар һәм ирәкте вәкилдәре йәшәй. Беҙ был проекттар менән тиҫтә йыл самаһы шөғөлләнәбеҙ һәм халыҡ араһында киң аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Халыҡтың, крайҙы өйрәнеүселәрҙең үҙҙәренең тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы, шәжәрәләрен тергеҙеүе ҡыуан­дыра, – тине Рәфил Рифғәт улы.


Ҡандракүлдә Шәжәрә байрамы гөрләне


Ә бына Туймазы районында шә­жәрәләрҙе өйрәнеү йәһәтенән ҙур эштәр алып барылыуы хаҡын­да быға тиклем дә һөйләгәнебеҙ бар.

Ошо көндәрҙә Ҡандракүл ауылы мәҙәниәт йортонда VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек, шулай уҡ Туймазы ҡалаһының һәм районының юбилейы сиктәрендә “Шәжәрәм минең – ҡәлғәм минең” халыҡ байрамы үтте. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында биҙәү-һынлы сәнғәт оҫталарының һәм ауылдың алты нәҫеленең шәжәрәләренән торған күргәҙмә ойошторолдо.

Ҡандракүл ауылы халҡын Туймазы районы хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсә­ләмов, Биләмә-ара клуб селтәрҙәре директоры Гөлнар Сабирова, Туймазы районы буйынса “Шәжәрә” рәсми төбәк вәкилдәре Альберт Исмаил һәм Марат Ғәй­нетдинов, “Тамға” ижади берләш­мәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова сәләмләне. Сараны Ҡандракүл мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары, йырсылары сағыу сығыш­тары менән биҙәне. Шуныһы ҡыуа­ныслы: йылдан-йыл был төбәк халҡы араһында тарихи тамыр­ҙары менән ҡыҙыҡһы­ныусылар, шәжәрәһен өйрәнеүсе­ләр арта ба­ра. Мәҫәлән, Ҡандракүл ауылында тыуып үҫкән Бибинур Сафина бөгөн Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Ул ошондай сара буласағы тура­һында ишеткәс, ҙур теләк менән тыуған яғына юлланған. Уларҙың шәжәрәһе бик ҙур һәм бай. “Шәжә­рәбеҙ бабабыҙ Теләш­тән башлана. Уны өйрәнеүгә Ирек ағайыбыҙ ҙур көс һалды. Ул, атайым яҡлап шәжәрәбеҙҙе өйрәнеп, беҙ – аҫаба башҡорттар, тине. Бының шулай булыуын ул хатта ДНК-тест ярҙа­мында ла раҫлатты”, – тип һөйләй Бибинур апай.

Байрам барышында райондың Биләмә-ара клуб селтәрҙәренең иң әүҙем хеҙмәткәрҙәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы­ның Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Биләмә-ара клуб селтәрҙәре директоры Г.З. Сабирова, Төмәнәк ауылынан Р.Ф. Зарипова, Ҡандракүлдән А.Т. Сәғито­ва менән А.Р. Ғәлимова, Кендек­тамаҡ ауылынан Р.Ш. Нәғимова бар ине.

Сара һуңында Шәжәрә байрамында ҡатнашыусылар Ҡандракүл ауылында йәшәгән Раян Баһаует­динов ойошторған “Ҡыҙыл балыҡ­сы” музейы менән танышты.



Читайте нас