Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Октябрь 2020, 07:00

Салауат Фәтхетдинов та сирләй...

"Дуҫтарым, хәлем йырларлыҡ түгел..."

Коронавирус менән сирләгәндәр һаны көндән-көн арта. Сир ябай кешеләрҙе лә, билдәле йондоҙҙарҙы ла аямай. Ошо көндәрҙә һаулығының хөртәйеүе тураһында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов социаль селтәрҙәр аша хәбәр итте.
– Дуҫтарым, хәлем йырларлыҡ түгел. Әлегә ҡустым Айҙар Фәтхетдиновты... – тип яҙған ул Инстаграмда һәм туғанының видеояҙмаһын ҡуйған.
Әйткәндәй, йырсы һуңғы һүҙен яҙып та бөтмәгән, моғайын ул “тыңлағыҙ” тип әйтергә теләгәндер.
Комментарийҙарҙа уның тыңлаусылары шунда уҡ йырсыға һаулыҡ теләй башланы. “Татар феномены” телеграм-каналы артистың ҡатыны Ләйсән менән Ҡазанда республика дауаханаһында ятыуы тураһында яҙған.
Нисек кенә булмаһын, яратҡан йырсыбыҙға һаулыҡ теләйек. Был зәхмәт беҙҙе урап үтһен!
Фото: Инстаграм.
Читайте нас