Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Октябрь 2020, 08:52

Ярһыу хистәрең ҡәләмеңде үткерләһен

Бағыусы табыу арҡаһында тиҫтәләгән шиғыр китабы сығарып, ялған дан ҡаҙаныу­сылар күбәйгән осорҙа, “Нимә һуң ул шиғриәт?” тигән һорауға яуап бирге килә, ҡәҙерле дуҫтар. Шиғриәт бит ул – тәрән аҡыл, сағыу фекер, ер һәм күк араһында тыу­ған Рух диңгеҙе, “хыялый” йәндән урғылған хистәр бураны, тыуған ергә ихлас мөхәббәт һәм мәңгелек һөйөү ялҡындарын дөрләткән ҡайнар усаҡ. Иңдәргә ҡанат ҡуя, йөрәк­кә дәрт өҫтәй, күңелгә моң һибә, үҙенә тарта, саҡыра, ымһын­дыра торған Сер иле ул – шиғриәт.Бына шул Сер илендә үҙ Кеше булып йәшәй, яна-көйә, көрәшә, илай һәм йырлай Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылынан бик уңған егет, хәстәрлекле ғаилә башлығы, тынғыһыҙ автор Фәүҡәт Ҡотло­шин.

Бағыусы табыу арҡаһында тиҫтәләгән шиғыр китабы сығарып, ялған дан ҡаҙаныу­сылар күбәйгән осорҙа, “Нимә һуң ул шиғриәт?” тигән һорауға яуап бирге килә, ҡәҙерле дуҫтар. Шиғриәт бит ул – тәрән аҡыл, сағыу фекер, ер һәм күк араһында тыу­ған Рух диңгеҙе, “хыялый” йәндән урғылған хистәр бураны, тыуған ергә ихлас мөхәббәт һәм мәңгелек һөйөү ялҡындарын дөрләткән ҡайнар усаҡ. Иңдәргә ҡанат ҡуя, йөрәк­кә дәрт өҫтәй, күңелгә моң һибә, үҙенә тарта, саҡыра, ымһын­дыра торған Сер иле ул – шиғриәт.


Бына шул Сер илендә үҙ Кеше булып йәшәй, яна-көйә, көрәшә, илай һәм йырлай Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылынан бик уңған егет, хәстәрлекле ғаилә башлығы, тынғыһыҙ автор Фәүҡәт Ҡотло­шин. Ул һөнәре буйынса ла, асылы буйынса ла – ауыл балаһы, агроном, ялан-ҡырҙар, тәбиғәт йырсыһы. Һәр нәмәлә лә уның эше бар.


Тәбиғәт бер аҙ тиҫкәреләнеп торһа, ямғыры ваҡытында яумаһа, ер һыуһаһа, ул хатта Хоҙайҙың үҙенә атап хат яҙа:

“Ярап булмаҫ, тип үпкәләмә,

Йәшәп булмай һинһеҙ, Хоҙайһыҙ.

Тәбиғәткә белеп идара ит –

Шуны һинән үтенеп һорайбыҙ”.


Шул уҡ ваҡытта Фәүҡәт ике ҡулын күккә күтәреп, ялбарып ҡына ултырмай, үҙе лә әүҙем тормош алып бара һәм кешеләрҙе лә әйҙәй:

“Ҡайҙа йылан, болан, шамбы-суртан?

Тәбиғәтте берүк беҙ һаҡлайыҡ,

Шунһыҙ йәшәй алмаҫ кешелек!”


Милләт мәнфәғәттәрен дә ҡайғырта шағир:

“Ах, егәрле башҡорт, айны, уян...”

“Эсеп сит көйгә бейемә, башҡорт!”

“Йола, телдәренә юҡ баһалар,

Һөйләшмәйҙәр беҙҙәй башҡортса”.

“Башҡорт балаларында ят исемдәр...”


Улай ғына ла түгел, Фәүҡәт Ҡотлошин глобаль мәсьәлә күтәреүҙән дә ҡурҡмай. “Уян, башҡорт!” тигән шиғырында ул баштан уҡ күңелен борсоған уйҙарын ярып һала.


Эйе, Фәүҡәт шулай төптән уйлап һыҙ­лан­маһа, шағир ҙа була алмаҫ ине. Һөйәм, һөйөләм тип кенә бәхетле булған кеше ша­ғир исемен йөрөтә алмайҙыр ул. Фәүҡәтте яңғыҙ, тол ҡатындар яҙмышы, етем балалар рәнйеше, тормош ауыр­лыҡ­тарына сыҙай алмай элмәк менән “дуҫ­лашҡан” көсһөҙ ирҙәр фажиғәһе лә борсой. Эскелеккә ҡаршы бунт күтәрә. Бигерәк тә:


“Ах, ҡыҙғаныс, хәҙер ауылдарҙа

Ҡатындар ҙа эсә ҡыҙарып”, – тип өҙгөләнә.


Ғәҙелһеҙлек, нахаҡ, ике йөҙлөлөк, ялағайлыҡ, ялҡаулыҡ, хәрәм – былар инде шағирҙың дошмандары.


“Тормош, һиндә ваҡытлы бер ҡунаҡ,

Мин күҙәнәк кенә ише бит.

Һына мине, әйҙә, төрлө яҡлап,

Тик ғәҙел бул, ысын кеше ит!”


Фәүҡәт Ҡотлошин һәр күҙәнәге менән шағир, ә шағирҙарға был донъяла йәшәү ауырыраҡҡа тура килә. Был хаҡта ул үҙе ҡыҫҡа ғына итеп:

“Дөрөҫлөккә барам, яра алам,

Көрәш яланында сәсәйем”, –

тип яҙа. Күңел байлығын ҙур бәхеткә тиңләй Фәүҡәт.

Тик ябай ауыл кешеһе, ер улы булараҡ:

“Һатып алып булмай ғүмерҙәрҙе,

Ник бер генә икән был ғүмер”, –

тип әрнеп тә ҡуя.


Ә ғүмерҙең берлеге һәм ҡыҫҡалығы кемде генә моңайтмай икән һуң?! Шулай ҙа Фәүҡәт:

“Йәшәй белһәң, донъя матур,

Ҡәҙерҙәрен бел генә!” – ти һәм йәшәү мәғәнәһен иң бейек үргә мендереп йәшәй, эшләй, яҙа.


Әле мин шағир ижадына бер аҙ анализ бирергә тырыштым, ләкин уның ижады күп яҡлы. Бында лирика ла, юмор ҙа, бағыш­лауҙар ҙа етерлек. Шиғырҙарын­дағы лирик образдар таныш, әйтәһе килгәне аңла­йышлы, шуға ла Ф. Ҡотлошиндың әҫәрҙәрен тәнҡит күҙлеге аша түгел, ә күңел күҙе менән уҡып кинәнегеҙ. Уның шиғриәте – гөрләп торған тормош. Һәм был “тормошҡа” мин оҙон ғү­мер теләр инем. Афарин, Фәүҡәт! Тыу­ған еренең патриоты һин, милләт һаҡсы­һы, тәбиғәт балаһы, мөхәббәт йырсыһы.


Ярһыу хистәрең ҡәләмеңде үткерләһен һәм йөрәгеңдән шулай матур-матур “емештәр” ҡой.


Мөхәббәткә уҡытмайҙар,

Һәр кем үҙе өйрәнә...


Йөрәгеңдә мин генә


Беҙ таныштыҡ, шул минуттан алып

Мин бәхетле тоям үҙемде.

Айҙар үткәс, мин әйтергә ҡыйҙым

Һөйәм тигән изге һүҙемде.


Һин әйтәһең: “Никтер мин оялам

Әйтер өсөн һөйөү һүҙҙәрен”.

Телең әйтмәһә лә, мин күрәм бит,

Ул һүҙҙәрҙе ятлай күҙҙәрең.


Наҙлайһың һин һыйпап сәстәремдән,

Һулыштарың иркә һибелә.

Һөйәм тиеп, иркәм, әйтмәһәң дә,

Йөрәгеңдә, беләм, мин генә.


Үпкәләмә


Күп ғашиҡтар кеүек һиңә ҡарап

Бер ҡасан да әйтмәм “Аҡҡошом!”

Беҙҙең яҡты улар урап оса,

Ә һин янда һәр саҡ, йән дуҫым!


Үпкәләмә һине наҙламаһам:

“Һандуғасым” тип “былбылым!”

Улар беҙҙе көҙөн ташлап китә,

Ә һин янда һәр саҡ, күҙ нурым!

Үпкәләмә, әгәр, иркәм, һине

Тиңләмәһәм йондоҙ-айҙарға.

Һин бит һәр саҡ минең менән бергә,

Ә йондоҙҙар әллә ҡайҙарҙа.

Күҙҙәремә бағып бер ҡараһаң,

Йөрәк боҙҙарымды иретәһең.

Был донъяла миңә йәшәү биргән

Һулар һауам минең, иркәм, һин.


Мөхәббәт


Һәр кем үҙенсә һөйә ул,

Кемдер наҙлай ҡул менән,

Кемдең теле-телгә йоҡмай,

Кемдер һөйә күҙ менән.

Мөхәббәттең әлифбаһы

Һуңғы “Я”-нан башлана.

“М” хәрефенә бөтһә ул

Саф һөйөүҙәр башлана.

Һәр эштә лә, һөйөүҙә лә

Баш бойора йөрәккә.

Иларһың да, йырларһың да

Ирешер өсөн теләккә.

Кемдер дөрләй мөхәббәттә,

Тик улар көлгә ҡалмай.

Кемдер төтәп, быҫҡып яна,

Ул һөйөү күпкә бармай.

Һөйөү уттан ғына тормай,

Була ҡары, бураны.

Саф һөйгәндең йөрәгенә

Ҡунмай йылдар туҙаны.

Айырылыу, ҡауышыуҙар

Һөйөүҙәрҙе һынайҙыр.

Һөйөү ҡәҙерен белгәндең

Ҡанаттары һынмайҙыр.

Мөхәббәтте һәр бер кеше

Ҡабул итә үҙенсә.

Уның менән шаярғандар

Ҡала яңғыҙ килеш тә.

Һөйөүҙә кемдер үр яулай,

Кемдер артта һөйрәлә.

Мөхәббәткә уҡытмайҙар,

Һәр кем үҙе өйрәнә.


Бәхет айы


Ҡатыным Сәлимәгә.

“Май айынан матур ай юҡ” тиеп,

Ауыҙ һыуын түгә ғашиҡтар.

Кемгә нисек, әммә, миңә ҡалһа,

Февраль айы булған аҡ ҡыштар.

Февралдәге көслө дауыл төҫлө

Ярып инде һөйөү йөрәккә.

Шунан бирле миңә донъя гүзәл,

(Тормош матур, февраль бигерәк тә).


Ҡыш көнөндә булған саф һауалай,

Аҡ ҡарҙай саф минең һөйөүем.

Тимәк, юҡҡа түгел минең шулай

Бәхет айы – февраль, тиеүем.


Фәүҡәт ҠОТЛОШИН



Читайте нас