Билдәле милләттәшебеҙ, Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы популяр йырсы Радик Юлъяҡшин пандемия осоронда концерт-сығыштар туҡтап тороуға ҡарамаҫтан, ижад менән әүҙем шөғөлләнеүен дауам итә.
Шуның һөҙөмтәһе тип уның ошо көндәрҙә сыҡҡан өр-яңы видеоклибын атарға була. “Ҡалалар буйлап” (“По городам”) тип аталған клип Youtub порталында баҫылған, бер көн эсендә уны 45 меңгә яҡын кеше ҡарап та өлгөргән. Яңы тректы Радик Ҡаҙағстан музыканты Айнур Boore менән бергә башҡарған. Шулай уҡ клип кадрҙарында Татарстандың билдәле блогерҙарының береһе Булат Бравоны, The Duslar House TikTok берләшмәһе бейеүселәрен күрергә мөмкин.
Йырҙа башҡорт, рус, татар телдәрендәге һүҙҙәр яңғырай, заманса көй йәштәрҙең күңелегә ятышлы һәм ыңғай. Радиктың көйәрмәндәре яңы клипты яҡшы баһалаған һәм бик күп маҡтаулы комментарийҙар ҡалдырған.
Фото: Элвин Грейҙың шәхси сәхифәһенән.