Миңә үткән көҙ биш йәш тулды. Ҙурайып барам инде.
Өр-яңы йылдың иң беренсе көнөндә йылы кейенеп тышҡа сыҡтым. Урам ғәҙәти булмағанса шау-гөр килә ине. Көтмәгәндә кемдер яр һалды:
– Һебә килә! Һебә-ә! Китегеҙ юлдан!
Юлға яҡын торғандар барыһы бер булып ситкә һибелде. Мин шунда ғына үрге остан беҙгә ҡарай йән аямай сабышып килгән ылауҙарҙы шәйләнем. Ахыр сиккә етеп ярһыған арғымаҡтарҙың тояҡтары ергә теймәй кеүек, арттарынан өйөрмә күтәрелә, өлпәрәм ҡар саң-томан ише борҡоп ҡала. Шаңҡытҡыс тамашанан мине бер аҙ ҡурҡыу ғәләмәте солғап алды. Үҙем өсөн түгел, берәйһе сананан яңылыш йығылып ҡалмағайы тиеүем. Туй үткәрәм тип имгәнеп-фәлән ҡуйыуы бар. Әммә бер кем дә йығылманы ла, имгәнмәне лә. Мин иркен тын алдым. Тәртә менән дуғаларында сәскәле тауарҙар елберләгән ылауҙар шар-асыҡ ҡапҡалы ихатаға инеп юғалғас, бөтөнләй тынысландым. Башымдан “Их, шулар ише арғымаҡтарҙа бер сабып уҙаһы ине” тигән уй үтте. Әлеге уй теләк кеүек ҡабул ителде, ахыры...
Өләсәйемдең ишек алдында уйнап йөрөгәнемдә сана табандарын күңелле йырлата-йырлата ҡапҡабыҙ алдына егеүле ат килеп туҡтаны. Мин ҡурап һирәгәйгән таҡта ярығынан йәһәт кенә урамға күҙ һалдым. Берәй нәмә үтеп барһамы, йә иһә ниндәйҙер тауыш ишетелеп ҡалһамы, гелән шулай итәм. Ярай әле олатайымдан ҡалған иҫке ҡапҡабыҙҙың ярыҡтары күп.
Ығып бөткән терәкле, ябай эш санаһына күпертеп һалынған мул ғына бесән өҫтөндә икәү күренә. Аттың башы ҡапҡаға килеп терәлгәс:
– Тр-р, Ҡара ҡашҡа! – тине лә уларҙың береһе, еңел генә ҡуҙғалып ергә төштө, толобон сисеп санаға ырғытты.
Ҡыҙыҡ, инде туҡталған атҡа ни өсөн “тр-р” тиҙер? Ә-ә, төшөндөм, үҙҙәренең килгәнен белдерер өсөн шулай итә ул. Үҙем дә бит берәйһенә йомошҡа барһам, ихатаға инмәҫ элек йә ҡысҡырып ебәргән булам, йә ниндәйҙер көй һыҙғырам. Шунда уҡ тәҙрәнән хужаның башы күренә. Эте бар икән, ҡаршы сыға, булмаһа, көтөп кенә ултыра. Алдан йәүкә һалып килеүең – яҡшыға ғына. Тауыш-тынһыҙ барып инеп, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуың бар юғиһә.
Еңелсә кейемдә ҡалған йәш ағай, йәһәтләп, ҡапҡаны асып ебәреүгә ылау, шағыр-шоғор һыҙланып ихатаға үтте. Сананан, ниҙер һөйләнә-һөйләнә, көр тауышлы ир төштө. Ауыр тунын сисеп тә тормаҫтан быныһы, туйтанлап, миңә ҡаршы атланы.
– Һаумы, улым! Шәп йөрөшмө, фулиган? – тип ҡоласын йәйеп ебәрҙе. Иҫемде йыйып өлгөргәнсе, ике ҡуллап күтәреп үк алды. Бәй, Ишҡол ауылында йәшәгән Ғәле апам икән дә! Танымай ҙа торамсы.
...“Фулиган” тип ул мине насарлағандан әйтмәй, бының үҙ сәбәбе бар. Ул сәбәп былайыраҡ: йәй көндәре апам – Зәбирә инәйемдең ире – беҙгә мотоциклда килә. Ул көндө лә бытырҙап килеп туҡтаны ла, “тимер атын” тәҙрә алдына һөйәп, өйгә үтте. Мин, әлеге шул тик тормағанлыҡ инде, йомшаҡ ултырғысты самалап ҡарайым тип матайҙы өҫтөмә ҡолаттым. Ҡыҫылған көйө күпме ятҡанмындыр, күҙ алдарым ҡараңғылана башлағанда, төн эсенән Ғәле апамдың һиҫкәндергес тауышынан һушыма килдем:
– Ну, фулиган малай! Кем ҡушты һиңә мотоциклға тейергә, ә?
Яңынан көн тыуып, ҡояш нурҙарына күҙҙәрем сағылып китте. Әлеге хәлдән һуң өс көн аяҡтарыма баҫа алмайынса быуынһыҙ яттым. Ошо арала карауат эргәһенән китешмәгән өләсәйем “Ҡыуығына зарар килмәһә ярар ине” тип хафаланһа, “Нимә бар ине, йә, шул бысраҡ матай эргәһендә?” тип әсәйем орошто. Ярай әле атайым – ир кеше – ҡаты һуғылманы. Ул ғына аңланы мине. Аңланы һәм хәлемә керҙе:
– Шулай абына-һөрөнә, бәрелә-һуғыла, яңылыша-хаталана өйрәнәһең инде, улым, йәшәргә, – тип башымдан һыйпауы булды, күҙ йәштәремде көскә тотоп торған быуа йырылды ла китте. Бер талай илағандан һуң, нисектер еңел булып ҡалды. Кәрәк сағында күҙ йәшенә ирек биреү, уларҙы көсләп тыйып тотмауҙың да шифаһы бар икән. Башымдан үткәс, үҙем беләм. Өлкәндәр ҙә белмәй түгелдер. Ни өсөн тигәндә, мин илаған саҡта тыйыусы ла, әүрәткән кеше лә булманы.
Ана шул көндән мин “әфисәр” Ғәле апам өсөн “фулиган малай”.
– Йә, “фулиган” улым, хәлдәр нисек? Кем бар өйҙә? Ниңә күренмәйҙәр? Өләсәң ҡайҙа? – Апам һорауҙарының береһенә лә яуап ҡайтарырға ирек бирмәйсә, күңелле шаулап болдор яғына ыңғайланы. Шөйлә тәрәнәйгән ҡарҙа янбашынан зәғиф уң аяғын ул һөйрәберәк, һылтыҡлап, ауырлыҡ менән атлай. Һуғышта әфисәр булған – капитан. Ауыр яра һөҙөмтәһендә бер аяғы икенсеһенән ҡыҫҡараҡ та булып ҡалған етмәһә.
– Бөтәһе лә өйҙә, – тинем мин, албырғап, – юҡ, өләсәйем өйҙә бер үҙе. Һеҙҙең килгәнде белмәй ултыралыр.
– Белә ул, белә. – Апам быны ышаныслы әйтте. – Мәхмүт, атты туғарып түбәлек аҫтына бәйлә. Ҡара уны, мин әйтмәйенсә һуғарма, – тип бойорҙо ла ишеккә инеп юғалды. Мин шунда теге егеттең исеме Мәхмүт икәнлеген белә алдым, уның янына килдем. Ул тәртәләрҙе күтәреп бәйләп маташа ине. Аяҡ аҫтында ҡамасаулап ятмаһындар өсөн.
– Мәхмүт ағай, ә һин беҙгә кем булаһың? – Уның һоро күҙҙәренә текәлдем. Мәхмүт күҙен ҡыҫып йылмайғандай итте:
– Көймәһәң, үҙеңә еҙнәй булмаҡсымын.
Мин “еҙнәй” тигән һүҙҙе ошоғаса ишеткәнем юҡ, уның нисегерәк туған була икәнлеген дә әйтә алмайым. Ә эшен бөткән Мәхмүт быны шунда уҡ һиҙеп алды (зирәк икән):
– Фәриҙә апайыңды кәләш итеп алырға килгәйнем, – тип тураһын әйтте. – Өйҙәме апайың?
– Юҡ, ҡасан ҡайтырын да белмәйем.
– Һин белмәһәң, мин беләм, ҡәйнеш, кискә ҡайта ул. – Мәхмүт йәнә серле итеп көлөмһөрәне. Был юлы хатта күҙҙәренән нур сәселеп китте. Бына һиңә: ошоғаса белмәгән-күрмәгән берәү оҡшай ҙа башланы түгелме?
Эңер ҡуйырғанда, ҡыш башынан ҡайтып күренмәгән Фәриҙә апайым, ысынлап та, килеп инде. “Ҡайҙан белде икән был?” – Мин һоҡланып ҡапыл ғына Мәхмүткә ҡараным. Ул да миңә күҙ һирпеп ҡуйҙы. Шуның менән беҙ бер-беребеҙҙе аңлап та алабыҙ. Рәхәт икән еҙнәйле булыуы. Шәп икән еҙнәй тигәндәре. Ә ул минең турала, ҡәйнеше тураһында, ниндәйерәк уйҙа икән? Әллә апайымды ҡулға төшөргәнсе генә шулай йылмандарғамы иҫәбе? Юҡтыр, һис ундайға оҡшамаған Мәхмүт – минең буласаҡ еҙнәйем.
Йылҡылдағансы йышылған еҙ самауыр артында эсен “йылыта” һалып алған Ғәле апамдың теле асыла төштө. Хәҙер уның күк күкрәгәндәй тауышынан бәләкәй өйөбөҙ һелкенеп тора.
– Шулай, ҡәйнәм, – ти ул урындыҡ ситендә сәй яһап ултырған өләсәйемә, – бына бажа әпкилдем. Үҙемә оҡшағанын һайлап. Көйһәң – көй, көлә икәнһең – миңә ҡарап көл. Үҙем димләнем, үҙем яусылайым. Ҡалғаны, ҡәйнәм, һеҙҙән тора, биғәйбә.
– Ярай инде, кейәү, хәйерлегә булһын, – тип ҡуя өләсәйем, яулыҡ мөйөшө менән ауыҙын баҫа биреп, бер аҙ фекер туплағандай ултырғас. – Ҡыҙ кешенең, ни, уаҡытында эйәле-башлы булып ҡалғаны һәйбәт инде уның.
Миңә ҡалһа, был һүҙҙәр апайым менән еҙнәмә фатиха булып яңғырай. Хәйер, бер миңә генә түгел икән, ана, ишек төбөнә инеп баҫҡан Мәхмүттең йөҙө уғата балҡый башланы, ә апам шашынып уҡ китте:
– Һай, хаҡты һөйләйһең! Тураһын әйттең! – тип эсенә һыймаған шатлығы тышҡа бәреп сыҡты. Әллә ихлас күңелдән, әллә ярамһаҡланып ҡәйнәһенең арҡаһынан һөйөп ала. – Алтын бит ул минең ҡәйнәм!
– Ниндәйерәк заттан һуң ул... егет? – Өләсәйем ҡыҙыҡһынып ҡуя.
– Алтын-көмөштән тип әйтә алмайым затын, шулай ҙа хур булмаҫ балдыҙ, Мәхмүткә барһа. Шәп егет ул.
Мәхмүт инде был һөйләшеүҙе ишетмәй. Ул, тышта йомош бар һылтауы менән, сыға һалып китте. Аңлы ла, тәрбиәле лә икән. Бер аҙҙан уны ла сәйгә саҡырҙылар.
Ҡараңғы төшөп, инде күҙ бәйләнә башлағанда, Ғәле апам, ай-вайҙарына ҡарамай, төпкө өйгә инеп боҫҡан Фәриҙә апайым менән Мәхмүтте, этә-төртә тигәндәй, сығарып ебәрҙе.
– Һәйбәтләп һөйләшһендәр, – тине, тегеләр артынан ишек ябылғас, – һөйләшеп-килешеп йәшәүгә ни етә. Дөрөҫ әйттемме, ҡәйнәм?
– Раҫ әйтәһең, кейәү, шыпа томана килеш йәрәшкәнсе, былай аҙ-маҙ булһа ла бер-береһен белерҙәр. – Өләсәйем өлкән кейәүен ҡәнәғәт йөпләп ҡуйҙы.
Тыштағылар минең өсөн дә ҡыҙыҡһыныу уята: нимә тип һөйләшәләр икән? Шуны һәләк белгем килә. Тик улар янына сығырға һылтауы кәрәк. Түрбашта ҡашығаяҡ шалтыратып, аш-һыу менән булашҡан өләсәйем тирәһендә бутала башланым. Юрый ғына. Үҙе әйтмәксе – оронсоҡ яһайым. Хәйләмде һиҙмәй буламы инде өләсәйем, әлбиттә, һиҙҙе. Эйелә биреп ҡолағыма ғына:
– Бар, ана, апайыңдар ни серләшә икән, ипләп кенә тыңлап тор, – тип шыбырланы.
Нәҡ ошоно көткән мин, көпөмдө кейеп тә тормаҫтан, арҡама ғына ябып, тышҡа, тегеләр янына атылдым. Байтаҡ тороп, күҙ ҡараңғыға күнеккәс кенә шәйләнем: апайым лапаҫҡа күтәрелә торған баҫҡыс баҫмаһына менеп ҡунаҡлаған, Мәхмүт уның йәнәшәһенә, ҡоймаға һөйәлгән. Өйҙә саҡта әллә кем булып батырайһам да, әле килеп баҙап ҡалдым, яҡын барырға тартынып, ситтән генә тауыштарға ҡолаҡ һалып тора башланым. Ситтәрҙең серләшкәнен йәшерен тыңлап тороуы ярамаған эш икәнлеген беләм, әммә былар ситме? Миңә теге икәүҙең айырым һүҙҙәре, апайымдың сырҡ-сырҡ көлгәне генә ишетелеп ҡала, һөйләшеүҙәренең мәғәнәһенә төшөнөрлөк түгел, тимәк, яҙығы ла юҡ. Үҙемде үҙем шулай тынысландырып маташам.
Байтаҡ сөкөрләшкәндән һуң, мин инде өшөй башлағанда, Мәхмүт менән апайым инеү яғына ыңғайланы. Күҙе үткер икән Мәхмүттең, өй мөйөшөндә боҫоп торһам да, күреп ҡалды.
– Фәриҙәмде һөйләшеп ҡайттылар, – тип бошонғандай итте өләсәйем бер көн, ут күршебеҙ Таҡыя инәй ингәндә, мыштым ғына күҙҙәрен һөртөп. – Кинйәкәйем дә китә инде оя ташлап...
Миңә ул шул ҡәҙәре йәл булып китә. Олатайым һуғышҡа алынғанда Фәриҙә апайыма ике генә йәш булған. Биш бала менән ҡалған өләсәйем ниҙәр генә күрмәгәндер, әммә бишеһен дә теүәл итеп аяҡтарына баҫтыра алған. Бына бөгөн иң кесеһен, иң ҡәҙерлеһен оҙатырға йыйына.
Еҙнәм, оло гонаһ ҡылғанмы ни, йәһәт кенә ситке өйгә сыға һалды ла, йомошҡа ингән малай һымаҡ, урындыҡ ситенә терәлде. Ярай әле ошо мәл Сәкинә апайым ҡайтып инде. Ул урындыҡтың төп яғына шаршау тартып, ҡорған ҡорҙо. Еҙнәмде шунда индереп ултырттылар. Миңә үтә ҡыҙыҡ күренде был эш. Башымды тығып шаршау эсенә ҡарағым килә – батырсылығым етмәй. Шул тирәлә ураңғыланып йөрөнөм дә, түҙмәнем, шаршау ситен ҡалҡытып эскә күҙ ташланым. Мәхмүт, минең буласаҡ еҙнәм, шәм яҡтыһында ниҙер уҡып маташа. Күҙ ҡырыйы менән мине күрҙе, буғай, бармағы ишара яһаны: кил бында, йәнәһе. Миңә ни шул ғына кәрәк: йылп итеп шаршау эсенә сумдым.
Мәхмүт, ҡытыҡлап, ҡабырғама төрткән була. Шаярта инде. Аулаҡта оҙаҡ ҡына сер һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул мине оҡшатты шикелле, усымды тултырып, зыңлап торған көмөш тәңкәләр йомдорҙо. Ысынлап та, шәп икән еҙнәйле булыу! Әллә нисә киноға етерлек бит миңә был байлыҡ! Хатта дуҫыма ла биреп торорға була. Үтескә.
– Ярай, өҙгөләнмә лә, бөтөрөнмә лә, күрше. Бер һинән генә уҙған хәлме. Хәйерлегә юра. Бәхетле булһын, таҫтарлы булһын. Барған урынына таш булып һеңһен. – Шәмәргән өләсәйемдең хәленә кереп маташҡан инәйҙең үҙенең дә бер сама тауышы ҡалтыранып, күҙҙәре еүешләнә. – Ҡоҙаһын ҡасанға килештегеҙ? – ти, ҡарашын ситкә бороп.
– Март башына киләләр инде, Алла бирһә. Ете дуға булып. – Өләсәйем бер сама тыныслана төшкән һымаҡ. – Ҡар ихласлап ирей башламаҫ элек үткәреп ҡуяйыҡ, тиҙәр.
– Тағы бер әйтәм, ҡайғырма ла, бошонма ла, ҡәйенеңгә, күрше хаҡы – Тәңре хаҡы, иҫән–һау саҡта ҡулдан килгәнсе ярҙам итербеҙ. Мәлендә һин миңә иң терәшмәй ҡалманың, беҙ ҙә ташламабыҙ. Йән биргәнгә – йүн биргән, нисек тә үткәреп ебәрербеҙ.
– Рәхмәт инде, күрше, йылы һүҙеңә, ихлас теләгеңә. Хәлемә керҙең – Бөтөнләй тынысланған өләсәйемдең йөҙө яҡтырып китә.
Мин Таҡыя инәйҙең өләсәйемә, ҡәйенеңгә, тип өндәшкәнен тәүләп ишетәм, шуға күрә уның ниндәйерәк туған булыуын әйтә алмайым.
Апайымдың туйы шау–гөр килеп, аҙна буйына дауам итте. Атайым менән әсәйем унда төп ҡоҙа–ҡоҙағый дәрәжәһендә ҡатнашты. Әлбиттә, өләсәйемдең фатихаһы менән.
Түбән ос бығаса күрелмәгән тантаналы байрам төҫөн алды ла, геүләп торҙо. Туйҙа ҡатнашҡаны ла, ҡатнашмағаны ла ҡоҙаларға барынса ҡәҙер–хөрмәт күрһәтеп ҡалырға тырышты. Алыҫ ерҙәрҙе яҡын итеп, ялан яҡтарынан, көрт йырып, Ирәндек артылып килгән ҡунаҡтар алдында береһе һыр бирмәне. Һай, намыҫсан, ҡунаҡсыл ауылдаштарым!
Беҙҙекеләр, ҡоҙалар килмәҫ элек үк йыйылып, һый менән, ҡапҡа төбөндә көтөп торалар ине инде.
– тип ҡаршы алды улар ҡунаҡтарҙы.
Ҡоҙасаларҙың шаяныраҡтары:
Ҡап–ҡара ла тумалаҡ, – тип төрттөрөп тә ебәрҙе.
Ныҡлабыраҡ ҡараһаң улар бит дөрөҫ төрттөрә: саналарҙан төшкән ҡоҙаларҙың барыһы ла тиерлек тумалаҡ та, ҡап–ҡара. Мәхмүт еҙнәм тумалаҡлыҡҡа тумалаҡ түгел, әммә ҡаралыҡ буйынса тегеләрҙән һис ҡалышмай.
Өләсәйем тиккә генә борсолмаған икән. Анауы хәтлем ғәмдең тамағын туйҙырып, күңелен табыуы ай–һай еңелдән түгел. Мин быны ситтән ҡарап булһа ла күреп торам. Ә һыйлаусы кешегә нисек?
Мейес артында, бына инде икенсе аҙна үкереп ултырған бал мискәһен алып сыҡҡанда, өйҙә мәхшәр ҡуптымы ни! Барыһы бер булып һөрән һалды:
Һа–ай! Көрәгә килә! Көрәгә!
Көрәгәләр тулы балдар менән
Иң тумалаҡ, иң ҡара бер ҡоҙа хужа балын маҡтап йырланы:
Тәпәндәге балы бигерәк ҡыҙыу,
Ҡушылғанға тауҙың сейәһе.
Уйнап ҡына көлөп, ай, эсәйек,
Ә балды кем ҡойған? Өләсәйем ҡойған. Тимәк ошо маҡтау йыры ла өләсәйемә тәғәйенләнде.
Туйҙың икенсе көнөнә өйөбөҙгә йәш–елкенсәк килеп тулды. Улар еҙнәмә ҡарап таҡмаҡ әйтте:
Еҙнәй кеше килеүселәрҙең береһен дә мәхрүм итмәй, һәр ҡайһыһының усына мул ғына тамыҙып сыҡты. Ҡайҙан ала тиһең? Шулай ҙа шуҡ балдыҙҙар араһында ҡәнәғәт булмағандары ла табылды.
тип иһаһайлашты. Рәхмәт урынына, һөмһөҙҙәр! Сығырға торған аҡса барҙырбында...
Берегеҙ – бөркөт, берегеҙ – сәскә,
Берегеҙ – ебәк, берегеҙ – уҡа,
тип йырлағас күңелем бер сама күтәрелеп китте. Алмаш–тилмәш апайым менән еҙнәмә ҡарап ҡуйҙым. Ысынлап та, ана, береһе – ҡыйғыр бөркөт, икенсеһе – матур сәскә шул.
Әрһеҙ ҡунаҡтар тамам ялҡытып бөттө тигәндә, тире тунының тиҫкәре яғын әйләндереп кейгән, ҡулына йүкә сыбыртҡы тотҡан, теге мәл, яңы йылда, минең ҡотто алған айыуға оҡшаш берәү килеп инде. Инеүе булды, сыбыртҡыһын болғай–болғай көйләп тә ебәрҙе:
Туй хөрмәте һис тә бөтмәҫ,
Ҡайтыр булһаң, ҡайт инде.
Шулай итеп ул һис ҡайтырға уйламаған ҡоҙаларҙы, сарт–сорт һыҙыра башламаһынмы! Минең асыуым ҡанып ҡалды – шул кәрәк уларға. Сама белһендәр икенселәй. Йүкә сыбыртҡының ялбыр осона ҡағыҙ аҡсалар бәйләп кенә ҡотола алды тегеләр.
Тәрән генә икән, ай, һыуығыҙ,
Һеҙгә лә килеп ҡунаҡ булдыҡ,
Инде үҙегеҙ беҙгә барығыҙ.
Әлеге сүлмәк ише ҡоҙа шулай тип һуҙып ебәргәйне, минең эсемә йылы булып китте. Әһә, былар бит, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәндәй, үҙҙәре лә саҡырырға уйлай түгелме? Ҡасанға икән? Мин был тиклеменә өмөтләнмәй ҙә инем әле.
– тип янай–янай сыбыртҡылы батыр сығып китте. Уның кем икәнлеген танымай ҙа ҡалдым, әммә ғорурландым: нисәмә кешене, ҡайтып китергә уйҙары ла булмаған ҡоҙаларҙы, бер үҙе ҡурҡытты бит.
Ошо мәл оло ғына тоҡ йөкмәгән төп ҡоҙағый күренде. Уны таҡмаҡ әйтеп ҡаршы алдылар:
Ап–аҡ тоҡ эсендә, ысынлап та, йыуаса ине. Йомарт ҡоҙағый уны һәр береһенең ҡулына тоттороп, таратып сыҡты. Артып ҡалғанын тоғо менән өләсәйемә тотторҙо.
– Мә, ҡоҙағый, сәйгә ҡушып эскән һайын беҙҙе иҫкә төшөрөрһөң, – тине. Ошонан һуң, күмәге бер булып тағы таҡмаҡ әйтеүгә, ике ҡоҙағый ҡултыҡлашып бейене.
Төп ҡоҙа булараҡ атайым үҙенсә моңайып алды:
Уны башҡалар күтәрә һалды:
Нисек кенә ялҡытмаһындар, шулай ҙа, ошо бер нисә көн эсендә ҡоҙаларға күнегеп кителгән. Айырылышыу һүҙен ишеткәс тә эсем боша башланы: хушлашыу сәғәте еттеләме ни?
Төш ауышҡанда ҡоҙаларҙың аттары егелеп, саналарға тыңҡыслап бесән һалынған ине инде. Быныһын бая еҙнәй аҡсаһына тейенгән малайҙар эшләгән булырға тейеш. Ҡайһы арала өлгөргәндәр тиһең.
Ҡоҙа–ҡоҙағыйҙар йыйналышып–төйнәлешеп сыҡҡанда, ихата эсен атайымдың гармуны менән Муллайән апа ҡурайының дәртле ауазы яңғыратты. Уларға күмәк тауышлы таҡмаҡ ҡушылды. Мин шуларҙың береһен иҫләп ҡалдым:
Кискә түгел! Бына хәҙер, көн үҙәгендә, бөтә ауыл ҡарап торғанда оҙаталар Фәриҙә апайымды. Өләсәйем бер ситтә шым ғына шәмәреп, албырғап тора. Төп ҡоҙағый уны йыуатып маташа. “Йыуатма, ҡоҙағый! – тип ҡысҡырғым килде. – Үҙеңден ҡыҙыңды шулай әллә ҡайҙағы сит–ят ерҙәргә алып китергә ине. Ул сағында белер инең!” Әммә батырсылыҡ итеп ҡысҡыра алманым, халыҡтан оялдым. Хәҙер генә: “Оло кешегә аҡыл өйрәтергә башың йәш әле”, – ти башлаясаҡтар.
Ҡоҙаларҙы ҡайыҙлай–ҡайыҙлай байтаҡ ҡына аҡсаларын һалдырып алып ҡалыуға күп ваҡыт та үтмәне, һыйланырға үҙебеҙ киттек. Эйе, эйе, киттек. Өләсәйемдең ҡаршы булыуна ҡарамай, толопҡа урап, атайым санаға мине лә ултыртты. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән ҡас, тиҙәр беҙҙә. Раҫ әйтәләр. Саҡырғандар икән барырға кәрәк. Ә төп ҡоҙағый мине айырым әйтеп саҡырҙы. Туйҙағылар барыһы ла ишетте быны.
Ирәндек ашаһындағы Ҡыҙыл йылғаһы буйында ятҡан Ишҡолға кәм тигәндә илле саҡрым булыр. Еҙнәйем әйтте. Шуның өсөн дә ауылыбыҙҙа ғына түгел тирә–йүндә даны сыҡҡан аттарҙы ектек. Беҙгә Жиган тигәне, Муллайән апаларға – Хулиган ҡушаматлыһы. (Ул да минең кеүек берәй эш боҙҙомо икән ни?) Был тик эш өсөн генә яратылған ике атҡа талымһыҙлыҡ, көс, күндәмлек буйынса тиңләшеүсе юҡ. Һәр хәлдә беҙҙең тирәлә. Бар ауылдың ҡара эшен ошо икәү башҡара тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ. Ана шулай хайран хайуандар.
Ошо ғәләмәт дәү кәүҙәле, ғәйрәттәре ташып торған, төҫтәре төрлөсә булһа ла, ҡиәфәттәре, ҡылыҡ–холоҡтары менән игеҙәктәрҙәй оҡшаш аттарҙың зат–зәүере әлегә мин белмәгән–күрмәгән Ҡытай иле тарафтарынан булыуын, уларҙын ете тау ашаһында ятҡан Башҡорт иленә килеп юлығыуына ауылдаштарымдың туранан–тура ҡағылышы барлығын һуңынан ғына, бик күп йылдар үткәс кенә беләсәкмен. Ә әлегә данлы тоҡом арғымаҡтарын юрттырып ҡына Фәриҙә апайымдың туйына китеп барабыҙ. Кәйеф шәп – алда бит оло байрам көтә.
Башта был, көслө булһалар ҙа, ауыр ҡуҙғалған аттар менән ҡалай итеп һебәне алмаҡ кәрәк, тип хафалана биреп ҡуйғайным, бара–тора төшөндөм. Ат кәртәһенә еткәс Муллайән апа, ҡарт бүре, үҙ ылауының тәртәһенә исеме есеменә тап килеп торған Осҡон ҡушаматлы саптарҙы бәйләп алды. Тимәк, һебә өсөн ул сабасаҡ. Ошоно аңлап алыуҙан өҫтөмдән ауыр йөк төшкәндәй булды. Осҡон барында ҡурҡмаҫҡа була. Үткән йәйге һабантуйҙағы арғымаҡтар бәйгеһендә нәҡ ул беренсе килде. Шуға күрә хәҙер минең күңелем тыныс.
Ялан яҡтарында инде ҡар епшекләнеп, бутҡа ише иҙелә башлаған. Ошондай мәлдә тимер табанлы саналар һәләк еңел шыуа, аттарға ауырлыҡ төшмәй, лерт–лерт юртып ҡына баралар. Ә һомғол–һылыу Осҡон юртмай, ул йөҙөп кенә килә төҫлө. Уның хәрәкәттәре шундай еңел һәм килешле. Әйтерһең дә тылсымлы әкиәттәрҙәге тылсымлы зат. Тик улар кеүек һөйләшә генә белмәй. Уға хатта кәртәлә торор урын да, тәрбиә лә айырым. Мисәүләп бәйләнгән Осҡон йөк тартмай, үҙ алдына ғына бара. Бәйге аты йөк тартырға тейеш түгел. Муллайән апа дөрөҫ эшләгән уны төп атҡа йәнәшә бәйләп. Урын–еренә еткәс күрһәтер әле Осҡон кемдең кемлеген. Мин уға күпме генә ҡарап барһам да һоҡланып туя алмайым.
Даръя булып йәйрәгән йылға ярына килеп төртөлдөк. Күгелйемләнеп ятҡан боҙ өҫтөнән шабырлап һыу аға.
– Күрәһең Ҡыҙыл ҡуша туңған, ана, шәреһе аша киткән, – тип ҡуйҙы атайым хәстәрле рәүештә.
Мин ошоғаса ишетә генә белгән Ҡыҙыл йылғаһы менән шулай таныштым. Шаулап ятҡан шәрене йөҙөп тигәндәй аша сыҡтыҡ. Ярай әле аттарыбыҙ дағалы, ул–был хәлгә тарыманыҡ. Саналарға бер аҙ һыу инде ниеүен, әммә был ғына ваҡ–төйәк күтәренке кәйефтәрҙе боҙа алманы. Киреһенсә, тәрән һыу эсенән санала йөҙөп барыуы мәҙәк күренде. Кемгә эләгә әле бындайы?
Ҡаршы ярға сығыу менән туҡталып аттарға тын алырға ирек бирҙек. Ни тиһәң дә илле саҡрым аҙ ара түгел: батырға ла ял кәрәк. Ат йәнле Муллайән апа уларға берәр ус һоло ялматты, берәр йотом һыу эсерҙе. Баҙлап килгән хайуандарға, шәт, артығы ярамай.
Минең һиҙемләү раҫ сыҡты: ҡыҫҡа ялдан һуң Осҡондо беҙҙең еңел санаға ектеләр. Теге ике атты – арттағы ылауға. Тәртә–дуғаларға ал таҫмалар бәйләнек.
– Миңә ҡарап торма, Мөҙәрис ҡустым, һебә башланыу менән ебәр Осҡондо, – тип өйрәтте Муллайән апа атайымды. Үҙе арғымаҡтың осаһынан иркәләп һөйөп ҡуйҙы. – Әйҙә тағы бер күрһәт үҙеңде, намыҫсан хайуанҡай, һынатма.
Ҡуҙғалып, бәләкәй генә ҡалҡыуға күтәрелеүебеҙ булды, беҙҙе дүрт күҙ менән көтөп торған ҡаршы алыусылар күренде. Өшөгәндәрҙер инде, ихлас ҡыуанышып киттеләр. Йоланы башҡарып, алып килгән һыйҙарынан аҙ ғына ауыҙ иткәс тә:
– Әйҙәгеҙ, ҡоҙалар, эйәрегеҙ беҙҙең арттан, – тине егеттәрҙең береһе.
– Эйәрә алһағыҙ... – Икенсеһе ауыҙ йырҙы.
Белһә икән алда нимә көткәнен...
Шулай ҙа һиҙеп торам, Осҡондо күргәс тә, күҙҙәре янып китте тегеләрҙең. Янырлыҡ та шул беҙҙең Осҡон!
Башта алдағы ылау артынан шөйлә тыныс ҡына барған Осҡон, юл айырсаһына етеү менән, ауыҙлыҡты тешләп, алға йомолдо. Ул артта йөрөп өйрәнмәгән. Мин тубыҡланған килеш ҡарап бара инем, көтөлмәгәнлектән хатта салҡан ауып киттем. Әсәйем шунда уҡ ҡосағына алды. Шунан китте уҙыш! Саңҡ–соңҡ иткән дағалы тояҡ тауышы, сана табандарының ташҡа ышҡылып шағыр–шоғор килгәне генә ишетелә. Иҙелеп ятҡан юлдан бысраҡ сәсрәй. Атайым нисек юлға ҡарап баралыр? Ҡоҙалар ҙа күренмәй. Беҙҙең артта ла, алда ла юҡ улар, ғәжәп. Бара биргәс кенә шәйләп алдым тегеләрҙе. Үҙе бейек, үҙе текә яр аҫтынан сабалар икән. Унда әле ҡар мул, ҡышҡы юл шул килеш тиерлек. Беҙгә әйтмәгәндәр ҙә бит әле.
Хәрәмләшкәндәр. Хәрәмдең төртөрөн белмәйҙәрме икән? Ҡары бөтөп барған шау ташлы юлдан быларҙың аттары саба алмаҫ, тип өмөтләнгән булғандарҙыр, күрәһең. Әммә ләкин улар ныҡ яңылышты: Осҡон ише сәмле бәйге толпарына ҡарһыҙ юлың ңи ҙә, шаулап ятҡан ташың ни. Йәтеш сананы шырпы ҡабындай йәлпелдәтеп, күҙенә аҡ–ҡара күренмәй оса ғына!
Мин ян–яғыма ҡарап алдым. Артта, оҙон ялдарын ҡаршы елгә елберләтеп, ауыр кәүҙәле пар ат саба. Муллайән апа, дилбегә осон болғай–болғай һыҙғырып, уларҙы дәртләндерә. Һай сәмле ир! Аҫта, Ҡыҙыл үҙәне буйлап ҡоҙалар елә. Аттарын күпме генә ҡайҙлап ҡыумаһындар, ҡалыша барыуҙары күренеп тора. Ә атайым, киреһенсә, Осҡондо тыйыңҡырап килә. Әсәйем, ҡурҡышынанмы, терәккә сат йәбешкән дә, сана мөйөшөнә боҫҡан. Мин, киреһенсә, бәйге ҡомарына бирелеүҙән ҡалҡына биреп һөрән һалдым:
– Осҡо–он! Бирешмә! – Үҙем дә абайламай ҡалдым.
– Ултыр! Хәҙер тәгәрәп ҡалаһың бит! – тине атайым асыулана биреп.
Ел ҡапҡаһы алдан асып ҡуйылған тар ихатаға беренсе булып килеп индек! Ныҡ ярһыуҙан тыныслана алмайса бейеп торған Осҡондоң еүеш һыртына шунда уҡ сәскәле тауар – һебә ябыуы – килтереп яптылар. Урамда тамаша ҡылып, ҡаршы алыусылар һоҡланыуҙарын йәшермәне:
– Арғымаҡ, тигәс тә, арғымаҡ икән!
– Ат түгел был – осҡон! – тип беҙҙең толпарҙы маҡтап бөтә алманылар.
Муллайән апа, маһая биреп:
Уның ҡушаматы ла – Осҡон, ҡоҙалар, – тип ҡуйҙы.
Майһайһа һуң. Хаҡы бар. Кем ҡарай аттарҙы – ул ҡарай.
Мәсхәрәгә ҡалған баяғы йәш ҡоҙалар, ихатаға инеп тә тормаҫтан, аҡ күбеккә төшкән аттарының башын ҡоймаға терәп, ниҙер һөйләшеп торҙолар ҙа китеп барҙылар. Уларҙы, хәрәмләшкәндәре өсөндөр тием, өйгә саҡырыусы кеше лә булманы. Эйе, һебә бәйгеһендә еңелгән оятҡа ҡала. Беҙҙә шулай. Бында ла шулай икән. Һебә – ҡайҙа ла һебә инде.
Ҡоҙа төшкән йорттоң тупһаһын ашатлап инеүгә йөҙө ҡояш кеүек балҡыған атайыма һимеҙ тәкә итенән һебәлек һоғондорҙолар. Хатта үҙемә лә өлөш сыҡты. Ә ниңә сыҡмаҫҡа? Һебә сапҡанда санала булдыммы? Булдым. Бәйгелә еңеүселәрҙе хөрмәт итә беләләр шул үҙебеҙҙә.
Был юлы туй ғәмәлендә минең ҡатнашлыҡ булманы тиерлек. Ят ауылдың урамын күрергә тип тәүге сыҡҡанымда ҡоҙағыйҙарҙың өйө алдынан ғына ағып үткән Ҡыҙыл әсир итте. Йылғаның әле шәре ҡаплап өлгөрмәгән урынында, гүйә быяла ише ялтырап, үҙенә тартып ятҡан өлөшөндә минән олораҡ та, кесерәк тә малайҙар менән ҡыҙҙар гөж килә. Кемдер сәмләнеп китеп сәкән һуҡһа, кемеһелер тимер табанлы ағас конькиһында былай ғына шыуа. Ярға яҡыныраҡ урындан мәке уйып, ҡармаҡҡа балыҡ тотоусылар ҙа күренә. Быныһы инде мине бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы. Боҙ өҫтөндә ҡармаҡ һалып ултырған кешене ошоғаса күргәнем юҡ ине әле. Бар нәмә туңып боҙға әйләнгән мәлдә селәүҙе ҡайҙан алалар тиһең?..
Тиҙ арала тиҫтерҙәрем менән таныша һалдым да аралашып киттем. Бында ла шул уҡ, беҙҙәге кеүек үк, малайҙар икән дә. Аҙна буйына улар мине, ҡоҙа, тип кенә алып йөрөнөләр, һәр кеме үҙенсә хөрмәт күрһәтергә тырышып торҙо. Ни тиһәң дә төп ҡоҙағыйҙың яратҡан ейәне бит. Өҫтәүенә, һебә бәйгеһендә еңеүсе.
Туй инде аҙағына яҡынлашҡанда апайыма һыу юлы күрһәттеләр. Мин шунда башлап барыусы һәләк матур ҡоҙасама ғашиҡ булдым. Һылыулығы менән хайран итер ҡыҙ минән күпкә өлкән, әммә мөхәббәт йәш айырамы?.. Ул ҡоҙасам һуңынан оҙаҡ ваҡыт төштәремә кереп һөйөндөрәсәк әле.
Беҙ ҡайтабыҙ тигән көндөң иртәһендә, ҡапыл һыуытып ебәрҙе лә, мул ғына итеп ҡар яуып һалып ҡуйҙы. Әҙәм көлдөрөп, ҡара ерҙән сана һөйрәп ҡайтабыҙ икән, тип бошонған атайым ҡыуанып бөтә алманы.
Хушлашҡанда, һый–хөрмәт кеүек, шаян һүҙе лә, уйын–көлкөһө лә, баш әйләндергес күмәк бейеүе лә етерлек булды. Ҡоҙа–ҡоҙасаларға ҡарап, былар нисек арымайҙар икән, тип аптырап ҡуйҙым хатта. Әллә беҙҙең ҡайтып китеүгә ҡыуаныуҙары шулмы? Олатайым һымаҡ ире һуғыштан ҡайта алмаған төп ҡоҙағый, әҙәп һаҡлап, өләсәйем менән бер мөйөштә сөкөрләшеп кенә ултырҙы. Уларҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәй ине, ахыры. Килештеләр, тип һөйөндөм мин, апайым менән еҙнәм дә шулай йәшәп китһәләр...
Мине оҙатырға, тип яңы дуҫарымдың барыһы ла йыйылды. Уларҙы тәмлекәстәр менән һыйланым. Ихлас күңелдән. Толопҡа төрөнөп, арҡаны баш ҡарамаға терәгән көйө шау–шыулы ихатанан сығып киткәс тә, йырлашып–бейешеп ҡул болғай–болғай тороп ҡалыусыларға оҙаҡ ҡарап барҙым. Көмөш тәңкәләре сыңлап торған елпелдәкле күлдәк кейеп, сәскәле яулығын ҡайырып ябынған Фәриҙә апайым улар араһында ине. Уның янында... матур ҡоҙасам.
Мине һағыш солғап алды, күҙҙәремә йәш эркелде. Әллә ниндәй ебегәнмен инде: саҡ ҡына тулҡынландырғыс бер нәмә булдымы хистәргә бирелә һалып, илап барам. Әле хушлашырға ла өлгөрмәгәнбеҙ, ә мин апайым менән ҡоҙасамды һағынып, юҡһына ла башланым. Күңелем – гүйә ҡыҙҙар күңеле, бигерәк нескә.
Күҙ йәштәремде атайыма күрһәтмәҫ өсөн толопто башым аша ябына һалдым. Төрлө уйҙарға бирелә–бирелә, тимер табандарҙың йәш ҡарға ышҡылып күңелле лә, һағышлы ла йыр һуҙғанын, аттарҙың бышҡырышҡанын, атайымдың, уларҙы дәртләндереп, һирәк–һаяҡ һыҙғырып ҡуйыуын тыңлап бара торғас, үҙем дә һиҙмәҫтән, ойоп кителгән. Күрәһең, арыу етеп, йосотҡан. Уйын эшме – ҡоҙа үткәреүе.
Ошо ғүмер–ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ матур көндәрҙән һуң күп ваҡы та үтмәҫ, һуғыш эҙемтәһе ауыр сирҙән Муллайән апа, бер аҙ ҡалып атайым да мәлһеҙ вафат булырҙар, ярты кәүҙәһен фалиж онтаған өләсәйемде ахыр көндәренәсә ҡәҙер итеп, һуңғы юлға оҙатҡандан һуң, Мәхмүт еҙнәм менән сәскәләй өс ҡыҙын етем ҡалдырып ҡырҡ йәштән саҡ уҙған Фәриҙә апайым да ҡапыл ғына донъя ҡуйыр. Әммә әлегә беҙ быларҙың береһен дә белмәйбеҙ, туй шауҡымынан һаман айный алмайса ҡайтып киләбеҙ. Беҙҙең артта, әле бер кем дә тейергә өлгөрмәгән саф аҡ ҡарҙа, борғоланып–борғоланып пар сана эҙе ярылып ҡала...
Яҙмыш шаярыуы булдымы, атайымды Ҡыҙыл түбәнендәге Мәхмүт ауылына уҡытырға күсергәс, мин биш саҡрым үрҙәге Ишҡолға йөрөп һабаҡ алдым. Ҡар яуғансы самокатта йөрөһәм, ҡышын Фәриҙә апайымдарҙа яттым. Ял көндәрендә сңғыла ҡайтып киткеләнем. Аҙаҡ, уҡыуҙы матур ғына тамамлағас та, Мәхмүт еҙнәм менән дуҫлығыбыҙ өҙөлмәне. Тимәк, ул – ирҙәр дуҫлығы булған.
...Сыуаҡ көҙ көндәренең береһендә, әллә ҡайҙа ятып ҡалған тыуған ауылыбыҙға ҡарата һағыныу хистәре быуып алғанда, Ришат, Рәшит, Айрат ҡустыларымды эйәртеп, терәлеп ятҡан үҙе бейек, үҙе ғәләмәт текә Ҡарағастауға күтәрелдек. Шул ҡәҙәре ыҙа сигеп тау артылыуыбыҙҙың, әлбиттә, маҡсаты бар ине. Ул да булһа – тыуып–үҫкән, кендегебеҙ киҫелгән Әхмәтте күреү. Уны беҙ ысынлап та күрҙек. Мөһабәт һырттар менән уратып алынған ауыл зәңгәрһыу томанға уралған да, соҡор эсендә йоҡомһорап ята ине. Бирерәк көҙгө һоро ерлектә күҙ ҡамашырлыҡ ужым баҫыуҙары йәйелеп киткән.
– Ана беҙҙең Әхмәтебеҙ! – тинем ҡустыларыма.
– Әхмәт шул! Әхмәт!!! – Улар ҡыуаныстарынан осоп китә яҙҙылар, ауылдың... Әхмәт түгел икәнлеген күреп торһалар
Эйе, алдыбыҙҙа Әхмәт түгел ине. Сөнки уның янында бөҙрә йәшеллеккә күмелеп ятҡан Һаҡмары юҡ, ҡабатланмаҫ Ҡарағайморон, сал тарихлы Тимәшәү тауҙары ла күренмәй, быуаһы ялтырап ятмай. Әхмәт, ана, тегендә, Ирәндек һыртында күккә ашҡан Тағанташ ашаһында булырға тейеш. Атайым бер әйткәйне. Ошоно белгән көйө үҙебеҙҙе–үҙебеҙ алдаштырып торған булдыҡ.
Ошо алдаштырыуҙан күңелемдә еңеллек тойҙом, юҡһыныуҙан ярһыған йөрәгем баҫыла биреп, хәсрәттәрем онотола төшкәндәй булды. Шулай ҙа, ҡайтыр яҡҡа ыңғайлап, ят ауыл тау артына ышыҡланғас та яманһыулап киттем, бар булмышымды күптәнән эйәрә йөрөгән, инде ҡанға һеңешеп биҙҙерә башлаған, түҙеп торғоһоҙ һағыш солғап алды. Мин шым ғына иланым.
Тау аҫтынан ишетелгән аңлайышһыҙ шау–шыу иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Аҫта, саңы борхоп ятҡан йоморо юлдан, берен–бере тапарҙай булып, арбаға егелгән аттар сабыша ине. Тәртә–дуғаларына... Һебә! Һебә бәйгеһе килә!
Беҙ яңы өйләнешкән кәләш менән кейәүгә, уларҙың атай–әсәйенә, башҡа туғандарына иҫәнлек–һаулыҡ теләп ҡул болғаныҡ. Болоҡһоған күңелем асылып, йөрәк һыҙлауҙарым баҫыла төшкәндәй. Һебәләр саба, туйҙар булып тора, тимәк, тормош, йәшәү дауам итә.