Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Октябрь 2020, 11:03

Күбәләктәр һәм сәскәләр (ӘКИӘТ)

Заманында ҡайһы бер сәскәләр һауала осоп йөрөгән. Уларға күк йөҙө нығыраҡ оҡшаған. Ергә ғашиҡ сәскәләр ер өҫтөндә ултырған.

Заманында ҡайһы бер сәскәләр һауала осоп йөрөгән. Уларға күк йөҙө нығыраҡ оҡшаған. Ергә ғашиҡ сәскәләр ер өҫтөндә ултырған.


– Еребеҙ матур булһын, ерҙе биҙәйек! – тигән улар.


– Күк матур, күктә йөҙәйек! – тигән күк сәскәләре.


Бер заман һауалағылары бик маһайып киткән:

– Күк беҙҙеке, тимәк, ямғыр ҙа, ҡояш нурҙары ла һеҙгә төшөргә тейеш түгел!


Шулай тигәндәр ҙә күк сәскәләре ҡояш нурҙарын да, ямғыр тамсыларын да ергә төшөрмәҫкә тырышып һауаны ҡаплаған. Ер сәскәләренең әрнегән ауазы алыҫтарға таралған. Хоҙайҙың быға асыуы килгән. Ул күк сәскәләрен имәнес ҡорттарға әйләндереп, ергә ташлаған. Эй илаған күк сәскәләре, эй ялынғандар Хоҙайға:

– Яңынан сәскә булайыҡ. Бер кемгә лә зыян итмәҫбеҙ!


Хоҙайға күк сәскәләре йәл булып киткән:

– Ярар. Сәскәләр һымаҡ матур ҙа булырһығыҙ, осоп та йөрөрһөгөҙ, тик тәүҙә һеҙ ҡорт буласаҡһығыҙ. Маһайғанығыҙ өсөн һеҙгә язам шул! Күкте, ҡояшты мин барыһы өсөн дә яралттым. Ә һеҙ уны үҙегеҙҙеке тинегеҙ. Үҙегеҙҙе Хоҙай урынына ҡуйҙығыҙ һәм башҡаларҙың яҙмышы менән уйнарға теләнегеҙ. Бындай эш өсөн мин һәр кемгә яза бирәсәкмен. Бер кемдең дә ҡанундарымды боҙорға хаҡы юҡ.


Бына шулай донъяла күбәләктәр барлыҡҡа килгән. Улар тәүҙә ҡорт була, шунан һуң ғына күбәләккә әйләнә. Күбәләктәр сәскәнән-сәскәгә ҡунып уларҙан ғәфү үтенә, ти.
Читайте нас