Ишембай районының Ҡолғона ауылына барғанда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры Ноғман МУСИНДЫ осратырға насип итте. Ноғман Сөләймән улы сығышы менән ошо ауылдан.
Төпкөлдән сыҡҡан егет әҙәбиәт донъяһына тос өлөш индергән шәхескә әйләнә. Әммә ул 90 йәшкә аяҡ баҫырға торғанда ла тыуған еренә юлды һыуытмай, ауылы өсөн борсолоп йәшәй.
– Ноғман Сөләймән улы, “Башҡортостан” гәзитен ҡасандан алып уҡыйһығыҙ?
– Һуғыш башланғас, бөтә кеше яуҙағы хәлде белер өсөн гәзит уҡырға тотондо. Ул ваҡытта кеше ваҡытлы матбуғатты күпләп алдыра ине. Почтальон – Кәбир ағай, һуғышҡа киткәс, ҡатыны Ғәйшә апай уның урынына ҡалды, көсө етмәйенсә, сумканы саҡ күтәреп йөрөй торғайны. Унда бит фронттан килгән хаттар һәм гәзиттәр тултырылған. Гәзит алдырмаған кешеләр алдырғандарға йүгереп килер ине: “Нимә яҙғандар?” Фронттағы хәлдәрҙе шул тиклем белергә тырышып торҙолар, сөнки һәр береһенең йә ире, йә улы, йә балаһы шунда ине, шуға ла һуғыш кешене гәзит уҡырға өйрәтте, тип әйтәм.
Гәзитте уҡыу тенденцияһы оҙаҡ ҡына барҙы. Һуғыш бөткәндән һуң ауыр йылдарҙа әҙерәк һүнеп торҙо ла тағы әүҙемләште. Беҙҙең ауылда гәзит-журнал алдырмаған кеше булманы. Шуның өсөн хәҙерге кешеләрҙең матбуғат баҫмаларын алдырмауына хатта аптырап та ҡуям. Әлбиттә, хәҙер телевизор ҡарайҙар, радио тыңлайҙар, ә ул ваҡыттарҙа уларҙың береһе лә булманы. Ә халыҡ яңылыҡтар менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Һуғыштан һуң ныҡлы үҙгәрештәр булып торҙо: яҡшы яҡҡа ғына түгел, ауыр мәлдәр ҙә булды.
– Һуғыш ваҡытында Ҡолғона халҡы нисек йәшәне?
– Беҙҙә промартель булды. Унда бәләкәй балаларҙан алып олоһона тиклем бөтәһе лә эшләне. “Йүкә эше” тип әйтә торғайнылар. Септә һуғалар, йыуғыс әҙерләйҙәр, арба, дуға, салғы – бөтәһен дә эшләнеләр. Балалар йүкәнән йыуғыс әҙерләй торғайныҡ. Арҡан иштек, ҡап һуҡтыҡ – уларҙың бөтәһе лә минең ҡулдан үтте. Һуғыш ваҡытында ошоларҙың бөтәһен дә эшләнек, хатта ышлыя үрә инек, фронтҡа ебәреү өсөн.
Минең музейҙа ла ул осор сағыла. Тормош урман яғында үҙе тир түгергә өйрәтә. Кеше бында эшһеҙ йәшәй алмай һәм һәр ваҡыт шөғөлө бар. Аптырарһың, әммә “эш юҡ” тип йөрөгән кешене осратмаҫһың, сөнки урман эргәлә – унда шөғөлө бар, йылғала һыу бар.
– Тыуған ауылығыҙҙың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
– Тормошта үткәндәр менән хәҙергеһен сағыштырып, уйланам. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр “ауылда эш юҡ” ти. Ә бит эшләгән кеше бай, матур йәшәй, дәртләнеп донъя көтә. Мал аҫрайҙар, әйткәндәй, беҙҙә сабынлыҡтар күп. Хәҙер умартасылыҡҡа ныҡлап тотоноп киттеләр, бал һаталар. Унан тыш, халыҡ бура бурай, таҡта яра һәм башҡа йүнселлекте йәйелдереп ебәргән.
Үҙенә шөғөл тапмаған кеше юҡ бында, шулай ҙа һаман да эш эҙләп китеүселәр бар. Еңел эш, күберәк аҡса кәрәк. Шул уҡ ваҡытта урында матур итеп эшләп, йәшәп ятҡандар ҙа бар. Мәҫәлән, ауылда Сабит Вәлиев йүкәнән матур итеп төрлө ҙурлыҡтағы күнәктәр эшләй. Салауат Ямалов ағас эше менән булыша, умарта тота. Иркен, муллыҡта йәшәгән кешеләр хәҙер күп.
1936 – 1937 йылдарҙа мәжбүрләп иген сәстереп маташтылар. Бер мәл ҡарағас араһына һоло сәскәндәр. Барып ҡараһалар, баҫыуҙа һоло түшәлеп ята – айыуҙар тигеҙләп бөткән. Ауыл халҡына тары таратып, “беҙҙә өлгөрмәй” тип әйткәстәр, йылытып үҫтерергә кәңәш иткәндәр. Халыҡ уны ҡаҙанда йылытырға тотонған, сәскәндәр, әммә сыҡмаған. Шундай ҡыҙыҡ хәлдәр күп булған. Аҙаҡтан был эште туҡтаттылар, беҙҙә иген өлгөрмәй шул.
– Тыуған ауылығыҙға йыш ҡайтаһығыҙмы?
– Хәҙер инде бик йыш түгел, шулай ҙа йыл һайын ҡайтып китәм. Ҡайтмайынса түҙмәйем, бөтә яҙған әҫәрҙәрем ошо ауылға бәйле. Унда һеҙ Ҡолғона тигән исемде тапмаҫһығыҙ, был тирәләге тарихи исемдәрҙе тарихи әҫәрҙәргә ҡуша инем. Мәҫәлән, “Алдар батыр” романында тарихи исемдәрҙе үҙгәртеп булмай. Әлбиттә, ер, тау, йылға исемдәрен шул килеш алаһың. “Мәңгелек урман”да ваҡиғалар Нөгөш буйында бара, бынан 20 километр алыҫлыҡта. Һәйеттән өс километр алыҫлыҡта Лапшин ултырышы бар. Мин яҙған был ер – урман сәнәғәтсеһе Лаптьев Артем Дмитриевичтың урыны. Элек уның таш өйөнөң нигеҙҙәре лә бар ине. 40 – 50-се йылдарҙа өлкәндәр ауыҙынан бик күп тарихты ишетеп ҡалғайным.
– Ауылдаштарығыҙға ниндәй әйтер һүҙҙәрегеҙ бар?
– Яҡташтарыма әйтер һүҙем шул: ситтә йөрөгәндә генә ауылыңдың матурлығын, яҡынлығын күргән-тойған кеүекһең. Бында йәшәгәндә бигүк тоймайһың, ләкин һине ашатҡан, эсергән, тыуҙырған, үҫтергән урынды онотоу, уны ҡәҙерләмәү, минеңсә, һәйбәт эш түгел. Тыуған ауылыңды, ереңде бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Ундағы бөтә туған-ырыуҙарҙы белергә кәрәк. Тамырҙарыбыҙ шунда бит. Үҙем ошо ергә ҡайтып, үҙемдең һуңғы төйәгемде табасаҡмын, тип яҙып та ҡуйғанмын документҡа.
– Тыуған ауылығыҙ артабан да сәскә атһын өсөн ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?
– Бында юл юҡ ине, хәҙер булды. Тауҙар араһынан боронғо Екатерина һалдырған юлдан йөрөнөләр. Ауылға килеүе бик ҡыйын булды, яҙлы-көҙлө һыуҙан үтә алманылар. Уны хәл итеү өсөн тәүҙә Мортаза Рәхимовҡа ла яҙып ҡараным. Мәсьәлә хәл ителмәй торҙо. Шунан 80-се йылдар аҙағында Стәрлетамаҡта Белорет яғына ошо юлды төҙөй башланылар. Әҙерәк һала ла туҡтайҙар, һала ла туҡтайҙар. 2005-2006 йылдарға тиклем шулай эшләп килделәр, аҙаҡ бөтөнләй туҡтап ҡалды.
Бер ваҡыт 2013 йылда республика Президенты Рөстәм Хәмитов матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Шунда халыҡ һорауҙар бирә, мин дә һорау ебәрҙем, әммә уға яуап булманы. Оло ҡыҙым ул ваҡытта Президент Хакимиәтендә эшләй ине. “Атай, ул һорауыңды ҡайҙалыр икенсе ергә ебәргәндәрҙер, Ишембайғалыр. Электрограмма яҙып ебәрәйек, ул электрограмманы Башлыҡтың өҫтәленә һалалар”, – тип кәңәш бирҙе. Ҡыҙым менән ултырып ауылдың ташландыҡ хәлдә булыуын, эш һәм юл юҡлығын, мәҙәниәттең дә һүнеүе тураһында яҙҙыҡ. Яуап юҡ, өмөттө өҙә башлағайныҡ инде. Август айында баҡсала инек, хакимиәттән бер кеше килде лә: “Һеҙҙе иртәгә сәғәт 11-гә Ҡолғона ауылында осрашыу көтә”, – тине. “Кем менән?” “Президент Рөстәм Хәмитов менән. Ул шунда барасаҡ”.
Ҡыҙым менән тиҙ генә йыйындыҡ та сығып киттек. Ул көндө килмәне, әммә иртәгәһенә килде. Төҙөлөш министры Ильяс Мөнировты, урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллинды, беҙҙең хакимиәт башлығын алып килгән. Халыҡ йыйылған, кешеләрҙе үткәрмәйҙәр. Торҙом-торҙом да: “Ана халыҡ нисек һағынған һеҙҙе! Тик үткәрмәйҙәр бит бында”, – тип әйттем. “Килһендәр”, – тине ул. Халыҡ ябырылып килде, китте һөйләшеү, һорауҙар... Шулай итеп, емерелеп барған бинала йәштәр уйнағанын күрһәттем, мәктәпкә лә алып барҙым. Мәктәп төҙөк ине, август айында уны яңы уҡыу йылына әҙерләп ҡуйған саҡ. Балалар баҡсаһына ла барҙыҡ. Ул шунда вәғәҙәһен бирҙе: “Әйҙә юл һалырға тотонабыҙ, бер мәҙәниәт йорто кәрәк. Ике йылдан буласаҡ”, – тине. Ике йылда тау-ташты йырып, 25 километр араға юл төҙөп бөттөләр. Мәҙәниәт йортон һалып, тапшырып ҡуйҙылар. Ауыл өсөн бик ҙур ҡыуаныс булды.
Әле дауахана иҫкергән, уны яңыртырға кәрәк. Үҙебеҙҙең етәкселәр республика, дәүләт ярҙамынан айырмай. Быйыл ауыл урамдарына асфальт юл түшәлә башланы. Халыҡ, ошоно күреп, дәртләнһен ине, матур йорттар һалһын. Ҡолғона ауыл биләмәһенең яңы башлығы ла эшкә ныҡлап тотондо. Дәртле егеттәр, эшҡыуарҙар бар, уларға таянып, ауыл күтәрелеп китер киләсәктә. Тәбиғәт – беҙҙең ярҙамсыбыҙ, ул беҙгә көс бирә!
– Үҙегеҙҙең йорт-музейға килгәндә, ниндәй уйҙар кисерәһәгеҙ?
– Бындағы экспонаттарға ҡараһам, уларҙың һәр береһенең тарихы иҫкә төшә, нимәне генә алһам да, һәр береһенең тарихы бар. Үҙемдең оҫталыҡ иткән замандар бар ине, ул ваҡытта ҡоралдарҙы бик табып булманы. Йә Мәскәүҙән алып ҡайтам, ҡайһы береһен үҙем эшләнем.
Унда халыҡ яҙыусыларының, Салауат Юлаев премияһы лауреаттарының фотолары тора. Былар – минең өсөн, үҙем яҙыусы булһам да, ниндәйҙер бер ҡабатланмаҫ күренеш. Ошолар балаларға тороп ҡала бит инде. Улар ҡәҙерҙәрен белерме икән, шуны ҡарап, иҫкә төшөрөрҙәрме икән тип уйландыра. Хәҙерге кеше бит икенсе төрлө. Мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, ғилемгә битарафыраҡ. Шулай булмаһын ине, тим.
– Һеҙҙең менән тыуған ерегеҙҙә асыҡ әңгәмә ҡорҙоҡ, беҙҙе тыңлап, һорауҙарыбыҙға яуап бирҙегеҙ. Рәхмәт һеҙгә, аҡһаҡал!