Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Октябрь 2020, 16:00

Биш йәшлек Мирас Иҫәкәев тамашасылар һөйөүен яулаған

Ҡайһы бер тамашасылар премьераның икенсе көнөндә тап Мирасты тағы бер тапҡыр күрер өсөн килеүен йәшермәй.

Ололар өсөн сыҡҡан спектаклдә балаларҙың уйнауы ғәҙәти күренеш булһа ла, һәр яңы осраҡ йәмле күренеш булып, хәтерҙә оҙаҡҡа ҡалыусан. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә лә балалар тарафынан тыуҙырылған образдар бихисап. Шуларҙың тағы берәүһе тураһында театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина һөйләп үтте.
– Күптән түгел беҙҙең театрҙа Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында театр коллективтарына ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән грант ярҙамында Сыңғыҙ Айытматов повесы буйынса "Ал яулыҡлы тирәккәйем" спектакленең премьераһы үтте. Унда төп геройҙар Ильяс менән Аселдең улы Саматты Өфө ҡалаһынан биш йәшлек Мирас Иҫәкәев уйнап, тамашасы һөйөүен яуланы. Уның “Атай!” тип йүгереп сәхнәгә сығыуынан күҙгә йәштәр тула. Хатта ки, спектакль геройҙары өсөн борсолоп ултырыу ҡапыл ғына юҡҡа сығып, бар иғтибар ошо балаға күсә лә ҡуя һымаҡ.
Премьераның икенсе көнөнә ҡайһы бер тамашасылар тап Мирасты тағы бер тапҡыр күрер өсөн килеүен йәшермәне. Хәйер, спектакль дә үҙенә саҡырғандыр, сөнки тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән ғәҙәти мөхәббәт тарихына тәрән, ҙур мәғәнә һалынған. Бер ваҡытта ла иҫкермәҫ мәғәнә ул. Хыянат, алдашыу аша ауырлыҡтарға осраған геройҙар үҙ хистәрен еңер көс табып, алға табан атлай. Әҫәр уйландыра, тормошта ҡылған ҡайһы бер хаталарыңды танырға мәжбүр итә, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.
Фото: М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.
Читайте нас