Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноябрь 2020, 12:30

Халыҡ мәҙәниәте – баһалап бөткөһөҙ ҙур байлыҡ ул

Өфөлә “Бөгөнгө донъяла халыҡ мәҙәниәте: традициялар, сәсәнлек һәм йолалар” тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Бөгөнгө донъяла халыҡ мәҙәниәте: традициялар, сәсәнлек һәм йолалар” тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналды. Донъялағы һәм илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып, ул Zoom платформаһында, йәғни онлайн алымда ойошторолдо.
Сарала ҡатнашыусыларҙы республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, БР Дәүләт Йыйылылыш – Ҡоролтай депутаты Рәил Әсәҙуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков сәләмләне.
Конференцияла Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан кеүек яҡын сит илдәрҙең, Башҡортостан, Татарстан, Алтай, Адыгей, Ҡалмыҡ Саха (Яҡут) республикаларының, Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург ҡалаларының ғалимдары, фольклор белгестәре ҡыҙыҡлы сығыштар тәҡдим итте. Уларҙа донъя халыҡтарының көнкүрешенә, мәҙәни мираҫына, милли кейем үҙенсәлектәренә, мифологияһына һәм башҡа темаларға ҡағылышлы докладтар яңғыраны, улар буйынса фекер алышыуҙар ойошторолдо.
Ғөмүмән, барлыҡ тәҡдим ителгән сығыштарҙың тематик йәһәттән төрлөлөгөн, йөкмәтке байлығын айырып билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт халҡына ҡағылышлы сығыштарҙың ҡайһы берҙәрен генә килтереп үтәйек: “Ғәйнә ырыуы этногенетик легендаһының боронғо эпос булғанлығын раҫлаусы мотивтар һәм образдар”, “Башҡорт халҡының матди булмаған мәҙәни мираҫын танытыу һәм һаҡлау мәсьәләләре”, “Башҡорт фольклорында тауҙарға бәйле ырым-ышаныуҙар, тыйыуҙар”, “Башҡортостан халыҡтары бейеүҙәре һәм уларҙы һаҡлау” һәм башҡалар.
Конференцияла ҡатнашыусылар һәр халыҡтың фольклор, әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт өлгөләренең баһалап бөткөһөҙ оло мираҫ булыуын, уларҙы һаҡлау, онотолорға дусарҙарын тергеҙеү, киләһе быуындарға бар тулылығында еткереү зарурлығын тағы бер тапҡыр билдәләне.
Фото: id.pinterest.com
Читайте нас