Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап “Мин халҡымды яратам” тип аталған үҙенсәлекле онлайн-флешмоб иғлан итте. Ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә үткәрелде.
“Сараға райондың мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, китапханалар коллективтары әүҙем ҡушылды. Улар Интернет селтәрендә #МинХалҡымдыЯратам хештегы аҫтында төрлө халыҡ костюмдарын кейеп төшкән фотоларын ҡуйҙы, туған телдә шиғыр һөйләне, йырлы-бейеүле видеолары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ беҙ был флешмобты республикала иғлан ителгән “Тәмле. Милли” тигән кулинар флешмоб менән дә берләштерҙек. Оҫта ҡуллы хужабикәләр байрам табынына төрлө милли ризыҡ бешереп, улар менән социаль селтәрҙә ихлас бүлеште”, - тип һөйләне Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова.
Байрам саралары бының менән сикләнмәгән. Кисә ҡаланың ағинәйҙәре өсөн “Бабич” фильмын ҡарау ойошторолған. Шулай уҡ ҡоролтай тарафынан Әсә көнөнә арнап иғлан ителгән “Бишек йыры” флешмобына ла ойошмалар, айырым кешеләр әүҙем ҡушылған.
Әлбиттә, бөтөн саралар ҙа шәхси һаҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, социаль араны күҙәтеп үткәрелә.
Фотолар: “Бәйләнештә” социаль селтәре.