Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Ноябрь 2020, 09:30

Донъяны этнографик юҫыҡта асығыҙ!

Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы беҙҙең республикала ифрат популяр. Сарала күптәр теләп ҡатнаша, шул иҫәптән билдәле шәхестәр ҙә.

Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы беҙҙең республикала ифрат популяр. Сарала күптәр теләп ҡатнаша, шул иҫәптән билдәле шәхестәр ҙә.
Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры:
– Халыҡтар берҙәмлеге көнө байрамы аҙнаһында “Ҙур этнографик диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы үтеүе, халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Диктант беренсе тапҡыр онлайн форматта, 3 – 8 ноябрҙә үтә. Былтыр был сарала республикабыҙҙан 7123 кеше ҡатнашҡан һәм төбәк әүҙемлеге буйынса Рәсәйҙең иң шәп ун төбәге араһына ингән. Быйыл иһә яңы формат яңы уңыш килтерер тигән өмөт бар, - тине.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина этнографик диктант хаҡында түбәндәге фекерен белдерҙе:
– “Ҙур этнографик диктант” тәү сиратта минең донъяуи этнографик картинаны күреү кимәлемде билдәләй. Шулай уҡ был беҙҙең илдә һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың тарихын белеү буйынса белем кимәлен дә асыҡлай.
Беҙ ҡайҙан, бәғзе халыҡ ҡайҙарҙа төйәкләнгән, йолалар, традициялар, матди һәм рухи мәҙәниәт үҙенсәлектәре – ошо мәғлүмәттәр тамырҙарҙы белеү, киләһе быуынға ҡиммәтле мираҫ итеп ҡалдырыу өсөн мөһим. Уларҙы беҙ күҙ ҡараһылай һаҡларға, үҫтерергә, артабан тапшырырға тейеш. Бигерәк тә бөгөн: донъя һәм күңелдәр универсаль төшөнсәгә, беҙҙең этноидентификаторҙар глобаль киңлектә юғала барған осорҙа.
Этник киләсәгебеҙ булһын өсөн беҙ үткәндәрҙе белергә тейеш. Шуға ла мин этнографик диктантҡа ҡушылам. Ул үҙенә күрә – дуҫлыҡ күпере, тамырҙарға ҡайта торған берҙәмлек ысулы.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Ғәҙәттә, этнографик диктантта төрлө төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәгән башҡорттар әүҙем ҡатнаша. Онлайн формат иһә был мөмкинлекте тағы ла киңәйтә. Йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙ былтырғыға ҡарағанда ла күберәк ҡатнашыусыларҙы күрербеҙ, тип уйлайым.
Мин үҙем дә тест үттем, миңә бигерәк тә Башҡортостан халыҡтарына, башҡорттарға ҡағылған һорауҙар оҡшаны. Тест ҡатмарлы түгел, төрлө йәштәге кешеләргә иҫәпләнгән. Һорауҙарға яуап биргәндә илебеҙҙең ни тиклем күп яҡлы һым ҡыҙыҡлы икәнлеген, һәр халыҡтың үҙ һыҙаттары һәм йолалары барлығын аңлайһың.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас