Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Ноябрь 2020, 07:30

Башҡорт яҙыусыһының исемен - Екатеринбургтағы үҙәккә

Свердловск өлкәһе башҡорттарының тарихи-мәҙәни үҙәге Зәйнәб Биишева исемен йөрөтәсәк.

Свердловск өлкәһендәге Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолған "Урал башҡорттары: тарих һәм этнография" түңәрәк өҫтәлендә урындағы башҡорттарҙың тарихи-мәҙәни үҙәгенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемен биреү тәҡдиме менән сығыш яһанылар.
Был башланғысты Башҡортостан Республикаһының һәм Свердловск өлкәһенең башҡорт ойошмалары күтәреп алды.
Екатеринбургтағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге быйылғы йылдың июнь айынан үҙ эшен башланы. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән булдырылған ойошма Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булып тора.
Үҙәктең төп маҡсаты башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын, милли үҙенсәлекте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, урындағы башҡорттарҙың көнитмешен, мәҙәни һәм ижтимағи тормошон яҡтыртыуға ҡайтып ҡала.
Фото: google.com
Читайте нас