СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың эштәрен Башҡортостандың Милли музейында күрергә мөмкин
Был хаҡта “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” хәбәр итә. “Мин – үҙ еремдең улы” тип аталған күргәҙмә 11 ноябрҙә асылып, ай буйына барасаҡ. Ул 2020 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән республика Башлығы грантына ойошторолған. Сараны Әбйәлил тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы әҙерләгән. Билдәле рәссамдың эштәрен уның атайсалындағы музейға ҡатыны тапшырған.
Әхмәт Лотфуллин (1928–2007) – башҡорт рәсем сәнғәте (живопись) мәктәбе классигы. СССР-ҙың халыҡ рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсем оҫтаһы һынлы сәнғәттә “башҡорт неореализмы”н булдыра. Иң яратҡан жанры – портрет. Образдары аша кешенең рух көсөн бирергә, милли характер һыҙаттарын сағылдырырға ынтыла.
Мәшһүр башҡорт рәссамының эштәре Башҡортостандың, Рәсәйҙең алдынғы музейҙарында, шулай уҡ шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
“Мин – үҙ еремдең улы” күргәҙмәһенә килгән өфөлөләр, баш ҡала ҡунаҡтары ғәжәйеп талант эйәһе, ҡылҡәләм оҫтаһы Әхмәт Лотфуллиндың ижады менән яҡынданыраҡ танышырға, Әбйәлил тарих-крайҙы өйрәнеү музейында һаҡланған картиналарын күрергә форсат ала.
Күргәҙмәнең видео-презентацияһын Милли музейҙың рәсми сайтында, социаль селтәрҙәрҙә лә ҡарарға мөмкин буласаҡ.