Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Ноябрь 2020, 22:20

Етәксе. Тарихсы. Яҙыусы

Рухи байлығыбыҙҙы һаҡлап, уны халыҡҡа ҡайтарып биреүсе.

Спартак Ильясов 1940 йылдың ноябрендә Учалы районының Ыҫтамғол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. Ата-әсәһе – Табын-Барын ырыуының Ҡорама ауылы кешеләре. Атаһы Мөжәүир Абдулхан улы – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, әсәһе Хәтимә Сәлимгәрәй ҡыҙы ла шул уҡ хеҙмәт юлын үткән. Золомдоң әсе-сөсөһөн татығандар. Репрессия һәм һуғыш йылдарында улар күп зат-зәүерен юғалтҡан.


Хәтирәләргә бай ғаилә


Атаһы Мөжәүир Ильясов, Ыҫтамғол ауылы мәктәбе директоры (мөдире) вазифаһынан һуғышҡа алынып, илде фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡат­нашҡаны өсөн ил наградаларын алып, Вена ҡалаһында 1945 йылдың аҙағында яу юлын тамамлай. Һуғыш бөткәс тә, хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡатыны менән райондың төньяҡ ауылдарында балалар уҡытып, аҙаҡ билдәле шәхес булып киткән бик күп кешеләргә белем бирә. Улар һигеҙ бала тәрбиәләй, алтауһы төрлө өлкәлә юғары белемгә эйә була.
Мөжәүирҙең ағай-энеһе лә ил именлеге өсөн барған һуғыштарҙа атлы ғәскәрҙәр сафында була. Рәсәйҙә тәүге республиканы төҙөү өсөн барған көрәштә Заһир, Садиҡ һәм башҡа Ильясовтар ҡатнаша. Советтар исеменән төндә тәҙрә аша башҡорт зыялыларын атып йөрөгән Кәләс-Колесниковты, шулай уҡ ялған ғәйеп тағып, башҡорт һәм рус крәҫтиәндәрен үлтереп йә дошман мөһөрө баҫып, оҙайлы ваҡытҡа зинданға ебәреп йөрөгән Поленов шай­каһын юҡ итеүҙә лә тәүәккәл булалар.
Башҡорт Республикаһының башҡарма комитеты рәйесе Муса Мортазинды Семен Буденный янына (йәнәһе, үҫтерәбеҙ тип) Мәскәүгә ебәргәс, уның урынына хәҙерге Арғаяш районының Көҙәш ауылы кешеһе Хафиз Ҡушаевты БашЦИК рәйесе итеп ҡуялар. Ә ул – Спартактың инәһе (әсәһе) Хәтимә Ҡорамшинаның инәһе Нәзифәнең бер туған апаһы Сафураның улы.
– Инәйем, бигерәк тә ҡарт инәйем (өләсәйем) Сафура иҫән ваҡытында (1952 – 1959 йылдарҙа) беҙҙең ғаиләгә, Ҡо­рамаға йыш килде, – тип хәтерләй Спартак Мөжәүир улы. – Хафиз бабай менән Михаил Калининдың фоторәсемдәре күп була торғайны. Беҙҙең ғаиләлә лә улар тураһында бай хәтирәләр һаҡланды. Хафиз бабай Өфөлә, БашЦИК-та эшләгәндә, 1922 – 1927 йылдарҙа Белорет ҡалаһына юл тотошлай Ҡорама ауылында ВЦИК рәйесе Михаил Калинин менән туҡтайҙар. Ҡарт олатайым Сәлимгәрәй Ҡорамшин­дың йортонда аш һәм сәй мәжлесендә булалар. ВЦИК рәйесе М. Калинин ҡарт атайымды егәрле крәҫтиән булғаны өсөн маҡтаған. Үкенескә ҡаршы, 1930 йылдың март айында ВЦИК рәйесе Михаил Калинин ҡатнашлығындағы ҡарар менән шул уҡ егәрле крәҫтиән Сәлимгәрәй Ҡорамшин, кулак мөһөрө һуғылып, ун йылға һөргөнгә ебәрелә.


Көтөүсенән – директор вазифаһына...


Халҡыбыҙҙың тарихын, ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән ата-әсә, дүртенсе улдары Спартактың күңелендә бай рухи мираҫ ҡалдырып, донъя ҡуя. Унынсы класты тамамлағас, ул “Поляковка” совхозында йылҡы көтөүсеһе була, йәмәғәт эшенә һәләтле йәш кешене Учалы районы комсомол комитеты үҙ аппаратына инструктор итеп эшкә ала. Өс йыл армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, ул тағы ла комсомол эшенә килә. Райондар берләшкәс, “Байрамғол” совхозы нигеҙен­дә райкомдың комсомол комитеты секретары була, шул уҡ осорҙа республикаға, хатта тотош Рәсәйгә билдәле булып киткән “Ләйсән” бейеү ансамблен ойоштора.
1964 – 1969 йылдарҙа Спартак Ильясов Мәскәү ҡалаһында Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһында уҡый. Унан һуң партия эшенә ылыҡтырыла, 29 ауылды берләштергән партия комитеты секретары, артабан колхоз рәйесе, райондың ауыл хужалығы идаралығы белгесе, совхоз директоры булып эшләй.
Үҙгәртеп ҡороу башланғас, Спартак Мөжәүир улы төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү сәнәғәтен ойошто­роуға етәкселек итә, әммә район хакимиәте хужалыҡтар иҫәбенә алынған сәнәғәт ҡорамалдарын район үҙәгенә күсереү тураһында ҡарар ҡабул иткәс, был эштең яңылышлығы тураһында район һәм республика кимәлендә белдереү, хатта талап ҡуя. Эшкәртеү ҡорамалдарының яҡында­лығы, иң мөһиме – һауын һыйырҙар, уларҙы ҡараусылар, яҙғы май айынан көҙгө сентябргә тиклем ҡырҙа булыуы сәбәпле, урында һөт етештереү, эшкәртеү юғалтыуһыҙ башҡарыла ине, ләкин етәкселек уның менән иҫәпләшмәй. Үҙҙәре табып, Төркиәнән килтерелгән һөт эш­кәртеү ҡорамалын район үҙәгенә күсереү ҡарар ителгәс, уға ҡаршы сыға. Совхозда тире, ағас эшкәртеү, тирмәнде аяҡҡа баҫтырып, он тартыу, кирбес етештереү заводы төҙөлә.
Үкенескә ҡаршы, был ынтылыштар юға­ры даирәлә яҡлау тапмай. 29 ауылды берләштергән ҡеүәтле ҙур хужалыҡ тарҡа­лырға мәжбүр була. С.М. Ильясовтың хеҙмәт юлы 1958 йылда үҙе йәшәгән “Поляковка” совхозында йылҡы көтөүсеһенән башланып, директор вазифаһына тиклем күтәрелгән шул уҡ хужалыҡта 1998 йылда тамамлана.


Табын ҡәбиләһенең арҙаҡлы шәхесе


Һәр өлкәлә киң эрудицияға эйә булған тәжрибәле белгесте хаҡлы ялға сыҡҡас та Силәбе университетына уҡытырға саҡы­ралар. Хеҙмәт юлын үткәндә ул көтөүсе лә, райондың комсомол инструкторы, хужалыҡ белгесе лә, ил һаҡсыһы, партия хеҙмәткәре, колхоз рәйесе, совхоз директоры, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы ла була, ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана һәм 75 йәше тулғансы шунда эшләй.
Был осорҙа ул ижад эшенә сума, сөнки ғүмере буйы халыҡтан йыйған рухи байлыҡты һаҡлаусы булараҡ, уларҙы тиҙерәк уға кире ҡайтарып бирергә лә ашыға. Бигерәк тә әлегә аҙ яҡтыртылған көнсығыш башҡорттарының тарихын асыуҙы үҙенә бурыс итеп алған.
Спартак Ильясов – ҙур күләмле тарихи китаптар авторы. “Барын-Табын хәтере”, “Ҡолой кантон”, “Биғылый”, “Ҡағанат ва­риҫтары” исемле романдарын, “Яраһыҙ яра­лар” хикәйә-повестарын һәм башҡа әҫәр­ҙәрен уҡыусылар эҙләп уҡый. Спартак Ильясов – етәксе, белгес кенә түгел, йыр­сы, рухи байлығыбыҙҙы һаҡлап һәм туп­лап, уны халыҡҡа ҡайтарып биреүсе лә.

Республика һәм район телевидениеһы уның тураһында “Барын-Табын йырҙары” исемле нәфис фильм ижад итте. Гәзит-журналдарҙа ижады һәм булмышы тура­һында мәҡәләләр 1964 йылдарҙан уҡ донъя күрә килә.
Ул – үҙенсәлекле яҙыусы. Мәҡәләлә­ренең төп мәғәнәһе халыҡ тарихына барып тоташа. Барын-Табын, Ҡара Табын, Тиләү, Күбәләк, Ҡыуаҡан һәм башҡа көнсығыш башҡорт ырыуҙарының йырҙарын – “Кө­йөлдө”, “Ирәмәлкәй”, “Малбай”, “Зарыҡай”, “Бутас полковник”, “Кәкүккәй”, “Кин­йәкәй”, “Ҡасҡындар ҡобайыры”, “Төхвәт кантон” һәм башҡаларҙы һаҡлаусы, терелтеүсе лә ул.
Ғөмүмән, Спартак Мөжәүир улының эшмә­кәрлеге, ғүмере, ижады халыҡ тари­хы, тормош-көнкүреше менән тығыҙ бәйле. Ул – Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, абруйлы йәмәғәтсе, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. СССР-ҙың Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының миҙал­дарына, Почет грамоталарына, “Табын ҡәбиләһенең арҙаҡлы шәхесе” тигән исем­гә лайыҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Спартак Мөжәүир улы Ильясов “Баш­ҡортостан Республикаһының ойошторолоуына – 100 йыл” юбилей миҙалы менән дә бүләкләнде.

Читайте нас: