Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Ноябрь 2020, 09:22

Рухи һаулыҡ һағында

Ринат Камалдың заманса әҫәрен уҡығас тыуған уйҙар.

Бынан биш-алты йыл элек Башҡортостан Яҙыусылар союзында Ринат Камаловтың “Мединститут “эше” тигән яңы романы хаҡында һөйләшеүҙә ҡатнашырға насип иткәйне. Проза секцияһының был асыҡ ултырышына теләгән бер кеше инеп, тыңлап ултыра алды.


“Һеҙ – беҙҙең таянысыбыҙ!”


Медицина фәндәре докторы, күҙ ауырыуҙарын дауалаған күренекле белгес, академик Марат Аҙнабаевтың да һөйләшеүҙә ҡатнашыуы тикшереүгә ҡуйылған әҫәрҙең ни кимәлдә тормошҡа яҡынлығын (йә киреһен) һәм, ғөмүмән, “Мединститут “эше” тигән “ҡысҡырып торған” исемдең есеменә тап килеү-килмәүе ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер көсәйткәйне.
Был мәлгә Ринат Камаловҡа, ярайһы уҡ танылған яҙыусы булыуына ҡарамаҫтан, ижадташтары филология фәндәре докторы, профессор Г. Гәрәева, Т. Ғарипова, Ә. Әми­нев, С. Шәрипов, Г. Ғиззәтуллина, Р. Кин­йәбаев, Р. Йәнбәк һәм башҡаларҙың кәңәштәрен, тәнҡитле фекерҙәрен ишетеү һис тә артыҡ булмаған икән. Ошо һөйләшеүҙән һуң Ринат Камал әҫәрен тағы ла камиллаштырған, ҡәләмдәштәренең тәҡдим-теләктәрен ҡабул иткән булып сыҡты. Быны мин романды биш йылдан һуң яңынан уҡып сыҡҡан кеше булараҡ әйтәм.
Шул һөйләшеүҙә элекке 70 – 80-се йылдарҙағы секция ултырыштарының нисек үтеүен дә иҫкә төшөргәйнем булһа кәрәк. Проза секцияһының йыйылыштары ул заманда бигерәк тә шаулы уҙа ине. Әҙәбиәт ғалимы, яҙыусы һәм тәнҡитсе Әнүр Вахитов (бер осорҙа ул секция рәйесе лә булып алды), Ғәли Ибраһимов, Ноғман Мусин, Яныбай Хамматов, Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Раил Байбулатов, Шакир Янбаев, Ярулла Вәлиев, Динис Бүләков, Фәрит Иҫәнғолов кеүек яҙыусылар ҡатнашҡан һөйләшеүҙәр хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды.
“1937 йыл – Рәсәй тарихында кеше хоҡуҡтары аяҡ аҫтына һалып тапалған заман. Ватандың иң алдынғы шәхестәре, белгестәр, хәрбиҙәр, табиптар, уҡытыу­сылар, ғалимдар, яҙыусылар юҡ ителә. Халыҡ күңеленә ҡурҡыу һалына...” – Был репрессия сәйәсәтен яҙыусы: “Бөтәһе лә яҡты киләсәк хаҡына, бөтәһе лә илде бер йоҙроҡҡа туплау, шәхси власть диктатураһы урынлаштырыу маҡсатынан сығып эшләнә”, – тигән һығымта яһай.
“Шәхси власть диктатураһы...” – Генсекмы? Кем күҙ уңында тотола? Ярай, 37-селә бер кешенең шәхес культы (шәхес власы) арҡаһында, шул һылтауҙан әллә күпме ғәйепһеҙ ҡорбандар бирелгән. Ә бит шәхес культы фашланғандан һуң да (1953) илебеҙҙә шул уҡ эҙәрлекләүҙәр, шикләнеү­ҙәр, юҡтан ғәйепләүҙәр кәмемәгән түгелме? Тимәк, баяғы “власть диктатураһы” ҡорған машина үҙ юлынан барыуын дауам иткән булып сыға.
1937... 1973... Ниндәй поляр тап килеш! – 73 һәм 37. Әйтерһең, тарих яңынан ҡабатлана: 1973 йылда ла илдә сәйәси эҙәрлекләүҙәр, милләтселектә ғәйепләүҙәр дауам итә.
Йәмғиәттәге ошондай хәл-ваҡиғаларҙың береһен Ринат Камал үҙенең ҡәләм осона алған һәм 1973 йылда баш ҡалабыҙ Өфөлә, айырып әйткәндә, медицина институты ректоры, профессор Зыя Ислаховты эшенән бушатыуға бәйле “эш”те (“дело”) үҙәккә ҡуйып һүрәтләгән. Күренекле профес­сорҙарҙың, уҡытыусы-белгестәрҙең һәм бүтән интеллигенция вәкилдәренең аяныслы яҙмыштары (эшһеҙ тороп ҡалыуҙар, ғаи­ләләрҙең бөлгөнлөккә төшөүе, дәүләт именлеге органдарына саҡыртылыуҙар, ҡулға алыуҙар, психик сирлеләр дауаханаһына ябыуҙар, фатирҙан ҡолаҡ ҡағыуҙар, сит өлкәләргә йә милли республикаларға эш эҙләп сығып китеүҙәр һ.б.) сағылдырыла Р. Камалдың романында. Был яҙмыштар үҙ заманының иң һынылышлы осорона тап килеүе менән трагик та, ҡыҙғаныс та.
1960 – 1980 йылдарҙағы коммунистик диктаттың иң шәбәйгән мәлендә сәйәсәткә яраҡлашмаған шәхестәрҙе властың (пар­тияның) юҡҡа сығарыуы, уны физик һәм рухи яҡтан һындырыуы, иҙеп ташлауы фашлана. Хакимлыҡтағы был сикһеҙлек шул уҡ Сталин репрессияларының дауамы, яңы шауҡымы ине.
Р. Камал әҫәренең геройы философ Мазһар Ҡотлояровтың “Башҡорт зыялылары яҙмышы” тигән монографияһы темаһына 1937, 1973 йылдарҙағы һәм унан һуңғы осорҙарҙан әллә күпме миҫалдар килтерергә була: Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы һәм драматург Мөхәмәтша Буранғолов биш мәртәбә нахаҡҡа ҡулға алына, төрмә, лагерҙарҙан ҡайта, Яҙыу­сылар союзынан сығарып ташлайҙар, почетлы исемдәренән дә яҙа. 1966 йылда үлеп ҡала.
Исеме бөтә төрки донъяһы фәненә билдәле тел ғалимы, БДУ профессоры, яҙыусы Жәлил Кейекбаев 1968 йылда (57 йәшендә) йөрәк өйәнәгенән вафат була. Башҡортостан дәүләт медицина институты ректоры, профессор, драматург һәм рәссам Зәйни Ихсанов 1973 йылда (67 йәшендә) икенсе инфаркттан мәрхүм була. Күренекле тел ғалимы, диалектолог Таһир Баишев 1974 йылда ҡапыл үлә.
Шағир Рәми Ғарипов 1977 йылда (45 йәшендә!) инфаркттан теге донъяға китә...

Ошо шәхестәрҙең һәм уларҙан башҡа байтаҡ күренекле кешеләрҙең тормошо ғәмәлдә көрәш булғанлығы оло быуын замандаштарыбыҙға мәғлүм.
“Башҡорт үҙ тарихында һәр ваҡыт эҙәрлекләнгән” тип хаҡлы билдәләй автор. Романдың кульминацияһында ректор Зыя Ислаховты яҡлап институттың егерме бер профессоры һәм уҡытыусыһы ҡултамғаларын ҡуйып (күбеһе уның шәкерттәре!), Өлкә комитетына хат яҙа һәм шуның өсөн һәр береһенең башына бәлә килә: “Һеҙҙе яҡлаусыларҙы эҙәрлекләйҙәр, берәмләп сүпләйҙәр, – тип дауаханаға эләккән ректорға институттың партия ойошмаһы секретары Герасимов килеп хәбәр итә. – Шулай ҙа бирешмәгеҙ, һеҙ – беҙҙең таянысыбыҙ!”


Уҡы ла ғибрәт ал…


Ректор Ислаховты яла яғыусылар (“һөйәрғоловсылар”), йәнә обком ниндәй гонаһтарҙа ғәйепләй һуң? Бына Зыя Ислаховтың ун йылға яҡын ректор вазифаһында эшләү дәүерендәге “хаталары” (обкомдың идеология секретары Алламоратов ауыҙынан): “Зыя Ислахович килеү менән институттың яңы корпусы төҙөлә башланы, ике яңы ятаҡ... Ректорҙың тырышлығы менән стоматология һәм санитария-гигиена факультеттары асылды, институттың ғилми советына докторлыҡ диссертацияһы яҡлау хоҡуғы бирелде. Уның тырышлығы арҡаһында ауылдан күберәк балалар ҡабул ителә башланы. Хәҙер башҡорт студенттарының һаны өс проценттан 43 процентҡа тиклем етте...”
Ә теге обкомға ялыу яҙғандарҙың төп “кәрт уйыны” (“козырь”) ана шул һандарҙа: ректорҙың туранан-тура күрһәтмәһе менән мединститутҡа (“элиталы” уҡыу йортона!) ауыл балаларын йылдан-йыл күпләп ҡабул итә башлағандар. “Ә улар наҙан, түбән әҙерлек менән киләләр”, имеш. Ҡалала тыуып үҫкән V курс студенты Тихоновский әйтеүенсә, ауылдан килгәндәр – “деревенщина”.
“Деревенщина” тигән һүҙҙе студенттар төркөмө араһында булған инцидент ваҡытында ҡыҙыулыҡ менән әйтелгән тип тә уйлап була (Балаҡатай егете – икенсе курс студенты Шаһиәхмәтовтың башын кас­тет менән яра һуғалар, ә тегеһе, “мине үлтерәләр былар” тип уйлап, бола ҡуптарған Тихоновскийҙы бәке менән сәнсеп йәрәхәтләй).
Ә инде тормоштоң үҙенә әйләнеп ҡараһаҡ, асылда ректор Ислаховтың ниәттәре изге, ҡылған “эше” хаҡ бит: уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында ра­йондарҙа юғары белемле табиптар ысынлап та бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Хәтерләүемсә, тап ана шул йылдарҙа Өфөнән 500 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Хәйбулла районынан килеп, яҡташым һәм туғаным Шәрифйән ағай Ишемов хирурглыҡҡа уҡып ҡайтҡас, уның “ҡул арты еңел” булып сыҡты: бер туған ҡустыһы Фазылйән Ишемов, ағалы-ҡустылы Ғәли менән Миңлеғәлим Бохарбаевтар, Салауат Фәтхуллин, Зиннәт Ниғмәтуллин, Флүрә Әширова, Наил Торомтаев, Р. Х. Вахитов, Гәрәй Рәхмәтов, Миңнур Мәмбәтов, Мәжит Ишемов һәм башҡалар, медицина институтын бер-бер артлы тамамлап, районға эшкә ҡайтты. Хәҙер инде уларҙың күбеһе – медицина хеҙмәте отличниктары, атҡаҙанған белгестәр, билдәле докторҙар (бәғзеләре инде арабыҙҙан да китте. Йәндәре йәннәттә булһын).
Яҙыусы Ринат Камалдың ярым документаль-ярым художестволы романындағы ректор Зыя Ислахов (тормошта – профессор Зәйнулла Әмин улы Ихсанов) һәм уның тоғро шәкерттәренең фиҙакәр хеҙмәтенең аҫыл емештәре түгелме ни был?!
Кемдәрҙең уйы ҡара, ә кемдәрҙең юлы аҡ икәнлеген тормош үҙе бер саҡ күрһәтә бит ул. Ҡара уйлылар (“һөйәрғоловсылар) менән аҡ юл ярыусылар (“ислаховсылар”) араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ, автор үргән ярайһы уҡ ҡатмарлы сюжет картиналарының алмашыныуы әҫәргә яңынан-яңы ут өҫтәп кенә тора: әле студенттарҙың һуғышыуы, биш уҡытыусының юғарыға ялыу яҙыуы, парткомиссия тикшереүе, вуз хәлдәре, фән-ғилем донъяһы (Мазһар Ҡотлояров монография яҙа), мәҙәни мөхит, ижад (профессор Зыя Ислахов триптих өҫтөндә эшләй, күргәҙмәгә әҙерләнә), интернат тормошо, төрмә көнкүреше, ғаилә ығы-зығылары, юғалтыуҙар, йыйылыштар, Мәскәү, обком – һәр береһе үҙ ҡаҙанында ҡайнай, шул уҡ ваҡытта улар бер-береһенә йоғонтола, эске бәйлелектә алып барыла.
Р. Камаловтың “Мединститут “эше” романында һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың ысын нигеҙе һәм ундағы геройҙарҙың прототиптары бар, әммә автор үҙе әҫәрен уҡыу­сыларға тәҡдим иткәндә, шундай аңлатма биреүҙе тейеш тапҡан: “Әҫәр, ысынбарлыҡҡа таянып яҙылһа ла, тормошта ниндәйҙер документ, һылтанма була алмай, ул барыбер авторҙың шәхси тойғолары, уй-хыялдары емеше генә. Шуның өсөн дә романда тасуирланған ваҡиғалар ысынбар­лыҡҡа теүәл тап килә, унда һүрәтләнгән персонаждар кемгәлер төбәлгән, тип уйларға ярамай. Автор”.
Тимәк, әҫәрҙә бирелгән персонаждарҙан сығып ҡына, әйтәйек, 1973 – 1980 йылдарҙа тормошта күҙәтелгән эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән шәхестәр араһында параллель үткәреү урынһыҙҙыр. Уҡы ла ғибрәт ал, мыйығыңа урап ҡуй, тип әйтәһе генә ҡала.
Тәнҡит ҡамсыһының осо


Диалектик материализм ҡанундары буйынса, бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң тарих ҡабатланырға ла һәләтле. Автор үҙе лә был тәңгәлдә “Әҙәм балаһы бер үк тырмаға ҡабат баҫа” тип иҫкәртә. Халыҡ та тапҡыр әйткән: “Донъя ҡуласа – әйләндереп килтереп бер баҫа”. Эйе, ысынлап та, донъя ҡуласа икән шул.
Ҡанлы 1937 йылдар артта ҡалған инде, тиһәк тә, уның ҡайнар һулышы әлеге шул Ринат Камал романында һүрәтләнгән 1973 – 1980 йылдарҙа беҙҙең быуынға ла тойолоп-тойолоп ҡалды. Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдары партия диктатураһының әле көслө сағы. Һәр шипкерткә ҡолаҡтар “ҡарп” итеп ҡала.
Тап шул 1972 – 1975 йылдар араһында билдәле бер ғалим, тәнҡитсе ағайыбыҙҙың (оло йәштә булыуын күҙ уңында тотоп, уны “Икс” тип кенә атайыҡ) “Заман. Тел. Халыҡсанлыҡ” тигән мәҡәләһе үҙенең айырым сыҡҡан китабында донъя күрҙе. Бына шул мәҡәләнән бер өҙөк: “...Шуға күрә халыҡсанлыҡты тарих төпкөлөнән генә эҙләү дөрөҫ булмаҫ ине. Халыҡ үҫә, яңыра, уның тормош төшөнсәләре үҙгәрә. Әҙәбиәт социаль-иҡтисади күренештәрҙе тоя алғанда ғына халыҡсан була ала. Халыҡсанлыҡ хаҡында ошондай уй йөрөтөү теләген тап бына ҡайһы бер шиғырҙарҙағы заман тойғоһоноң һүрәнлеге, ундай шиғырҙарҙың йышая төшөүе уятты ла. Бындай шиғырҙарҙа фекер аныҡлығы ла, позиция асыҡлығы ла юҡ. Тимәк, халыҡсан рухта яҙам тигән был шағирҙар тик халыҡ шиғырына ябай стилизация яһау менән генә мәшғүлдәр. Беҙ һуңғы йылдарҙа донъя күргән бер килке шиғырҙарҙы күҙ уңында тотабыҙ.
Беҙҙеңсә, был йәһәттән айырыуса йәш шағир Рафаэль Аҙнағоловҡа бер нисә кәңәш һүҙе әйтеп үтеү урынлы булыр. Бында уның “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылған “Семәрле эйәр”, “Ленинсы” гәзитендәге “Көмөш өҙәңге”, “Илт, арғымаҡ”, “Ағиҙел” журналында сыҡҡан “Минең ырыуым – Үҫәргән” исемле шиғырҙары иҫтә тотола”...
“Күрәһең, традицион образдар менән халыҡсанлыҡ араһында уларҙы тоташтырып торған ниндәйҙер күпер булырға тейештер. Беҙҙеңсә, ул – заман тойғоһо, заман билдәһе. Әҙип халыҡ ижадынан килгән ниндәй генә образ менән эш итмәһен, әгәр әҫәрҙә заман рухы, заман билдәһе булмаһа, ул халыҡсанлыҡ юғарылығына күтәрелә алмаҫтыр. Әле һүҙ барған шиғырҙар, һис шикһеҙ, шуны раҫлай. Хатта беҙ уны ҡайһы бер йәштәр ижадына хас булған уртаҡ күренеш тип тә ҡарау яғындабыҙ...”
Был тәнҡит мәҡәләһенең бер-ике ҡәләмдәшебеҙ адресына ғына түгел, ә бөтәбеҙгә лә ҡағылғаны (“уртаҡ күренеш”) асыҡ һиҙелеп тора ине. Рафаэль һабаҡта­шым менән бер осрашҡанда был хәлде иҫкә төшөргәс, ул үҙенең яратҡан бер генә һүҙен әйтте: “Бөлдөрҙө!..”
Оҙаҡ көттөрмәй тәнҡит ҡамсыһының осо миңә лә эләкте. Ул ҡамсы Р. Камалов романындағы персонаж – “обкомдың идеология секретары Алламоратовтың” ысынбар­лыҡтағы ише (прототибы тип уҡырға ла мөмкин) Т. И. Ахунйәновтың ҡулында ине.
Тәбиғәт ҡанундары


1982 йылда минең “Аҡ тирмә” исемле өсөнсө китабым баҫылып сыҡты. Ә 1983 йылдың октябрендә Башҡортостан яҙыу­сыларының IX съезы үтте. Бына шул ҙур йыйында бөтә ҡәләмдәштәрем алдында Т. И. Ахунйәнов сығышында минең ошо китабымды ла телгә алды: “Беҙҙең обком инструкторы Ҡәҙим Аралбаев та, үткән дәүерҙәрҙе һағынып, феодализм осоро ҡалдығы булған аҡ тирмәне йырлай. Тирмә – иҫкелек ҡалдығы, архаика икәнен генә автор белергә тейеш. Иҫкелекте данларға түгел, ә күптән унан ҡотолорға ваҡыт...” (цитата хәтеремә уйылып ҡалғанынса ғына тергеҙелде).
Был хәтирә һүҙ ыңғайында ғына булды. Ваҡытты күп алғаным өсөн һәм, үҙем хаҡында яҙып, бәлки, тыйнаҡһыҙлыҡ күрһәткән булһам, уҡыусыларымдан ғәфү үтенәм. Бары шуны ғына әйтәм: башҡа тимер таяҡ кеүек төшкән хаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргән замандар бер үк ҡабат әйләнеп ҡайтмаһын.
Романда күтәрелгән ҡайһы бер мәсьәләлә Ринат Камалов менән килешергә лә мөмкин, бәхәсләшергә лә була. Унда, бәлки, был ижтимағи проблемаға киңерәк ҡарау етмәйҙер. Алламоратов ҡына обком түгел бит әле. Ул ҙур түрә (идеология башлығы) булғанда ла, уның бойороҡтарын тормошҡа ашырыусылар ҙа бар. Ул ҡушҡанса “үтәргә” мөмкин, уның әйткәнен “ижади үҫтереп” башҡарырға ла бер кем тыймаған. Иң мөһиме – мәсьәлә хәл ителһен, һөҙөмтәһе булһын.
Обком – ул партия көсө, хакимиәт, власть. Ә хакимлыҡ боронғо замандарҙан килә. Хөкүмәтһеҙ ил булмаҫ. Илгә идара итергә кәрәк, шунһыҙ йәмғиәт тарҡала. Был – тәбиғәт ҡануны. Хатта һәр өйөрҙөң дә үҙ башлығы (лидеры) була.
Көс кемдеке – әмер шуныҡы, тиһәләр ҙә, обком ил кимәлендәге власть түгел. Әммә ул – партия хакимлығының романдағы дөйөмләштерелгән образы. Ошо йәһәттән ҡараһаҡ, авторҙа ла хаҡлыҡ бар һымаҡ.
“Обком – башҡорт иленең ҡамсыһы, – тип ҡабатлай Р. Камалов. – Тау текә, атҡа ҡамсы кәрәк. Ҡамсыһыҙ эш һанһыҙ”.

Ай, замандар! Эй, кешеләр! Үҙегеҙ тыуҙырғанһығыҙ бит башлығын да, бат­шаһын да, ҡоллоғон да, обкомын да... Ҡоллоҡ та хәтәр хәл, әммә рухты иҙеү тағы ла хәтәрерәк, ҡурҡынысыраҡ.
Ғалим ағайыбыҙ әҙәби ижадҡа 1970 йылдарҙа партия күҙлегенән ҡуйған критерийҙар, әлбиттә, иҫкерҙе. Ул үҙе яҙғанса: “заманалар үҙгәреү менән халыҡ та үҙгәрә, үҫә, ҡарашы яңыра”. Бөгөн әҙәбиәткә 70-се йылдар талаптары, билдәле, бер нисек тә бармай, һәм уны бер кем дә талап итмәй. Ә бына тел, художество алымдары, халыҡсанлыҡ юғарылығы һәм заман кимәле хаҡында һүҙ йөрөтөү һәр ваҡытта ла урынлы.
Әлбиттә, һәр кемдең үҙ яҙыу манераһы. Ринат Камалдың да үҙ стиле. Теҙгенде бушатып ебәргән осраҡтары ла бар. Был әҫәрендә, уның ҡайҙа ысын тормошто һүрәтләү, ҡайҙа уйҙырма (хыялмы, төшмө...) икәнлеге, геройҙың төшөмө был, өнөмө, һаташыуымы, әллә сиреме – аңғарып та булмаған урындар күҙәтелә.
Шул кәмселектәренә ҡарамаҫтан, заманса роман яҙған ҡәләмдәшебеҙ Ринат Камал. Әгәр үҙгәртеп ҡороу, билдәлелек, асыҡлыҡ осорон үтмәһәк, автор күп нәмәне был тиклем дә үткер, асыҡтан-асыҡ һәм тура яҙа алмаҫ ине. “Обком юҡ хәҙер, шуға күрә уны яҙһаң да була”, – тине кемдер. Был инде, ысынлап та, халыҡ теле менән әйткәндә, йығылғанды түпәләү кеүек.


Үҙ заманының ихтыяжынан сығып...


Халыҡсан әҫәр шунда ғына тыуалыр: кеше яратып уҡырлыҡ, әҙәм ышанырлыҡ булһа һәм бөгөнгө халыҡ күҙлегенән сығып, килер быуындарға төбәп яҙылһа, ижад емешең заман талаптарына яуап бирә, тимәк.
“Икс” ғалим ағайыбыҙ ҙа бит 70-се йылдарҙа яҙған мәҡәләһен XXI быуаттың 20-се йылдарында нисек ҡабул итерҙәрен күҙ алдына килтергәнме ни?! Ул үҙ заманының талабы, ихтыяжы менән яҙған, киләсәк быуындар, әйтәйек, илле-йөҙ йылдан һуң ҡабул итерҙәрме-юҡмы тип уйлап тормаған. Заман башҡа заң башҡа шул.
Ә инде медицина институты профес­сорҙарына һәм уҡытыусыларына килгәндә, Ринат Камал романында улар үҙәктә һүрәтләнә. Ҡайһы берҙәре яңылышып та киткеләй, әммә күпселек хаҡлыҡ, ғәҙеллек өсөн берҙәм көрәшә. Кешенең тәнен генә түгел, йәнен дә дауалайҙар, замандаш­тарыбыҙҙың рухи һаулығы һағында тора улар. “Мединститут “эше” уларға хөкөм сығарыу өсөн түгел, ә ҡатмарлы, һыны­лышлы һәм һынау осоронда кешелек сифаттарын юғалтмаған өсөн асылғандай.
Читайте нас