Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Ноябрь 2020, 17:18

Шағир, прозаик, тәржемәсе һәм журналист

Һәр образды, һәр фекерҙе үҙ йөрәге аша үткәрә.

Исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡын һәм яҡшы таныш булған Рауил Сәхиулла улы Шаммасов 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан танылған шағир, прозаик, тәржемәсе һәм журналисты ихлас тәбрикләп, уның тормош һәм ижад юлына күҙ һалырға, хәтер һандығын яңыртып алырға булдыҡ.


Әҙәбиәт һөйөүселәр шағир­ҙы, әлбиттә, Рауил Шаммас исе­ме менән белә. Ул 1930 йылдың 9 ноябрендә Стәрле­баш районының Хәлекәй ауылында ябай колхозсы ғаилә­һен­дә донъяға килгән. СССР Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ф. Кәрим исемен­дәге әҙәби премия лауреаты, республиканың дәүләт награ­даһы – Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Ҡасан яралған Рауил Сә­хиулла улының күңелендә шиғриәткә, ғөмүмән, китапҡа һөйөү? Был турала әҙип үҙенең бер әңгәмәһендә ошолай тип әйткәйне: “Бик бәләкәйҙән китап тоттом. Ҡартатайым дини кеше булды. Шул уҡ ваҡытта урыҫса ла, ғәрәпсә лә уҡый белде. Уның шүрлегендә ҡалын-ҡалын китаптар ятыр ине. Мин, биш йәшлек малай, гел уның янында. Ҡарта­тайым миңә Ғәли батыр тураһында төндәр буйы әкиәттәр уҡый. Ошо ғәрәпсә хәрефтәр менән яҙылған ҡалын-ҡалын китаптарҙы уҡый, ә мин тыңлап ултырам. Бик ҡыҙыҡ ине миңә китап һүҙе”, – тип һөйләгәйне.
Бала саҡтан китапҡа, китап һүҙенә ғашиҡ булған егет мәк­тәпте көмөш миҙалға тамамлай. Йылайырҙың Һабыр ауылын­дағы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, директор вазифаһында ла эшләй. 1956 йылдан тыуған районында, Йәшергән ауылында, балалар уҡыта. 1958 йылда Рауил Шаммасов яҙмышын журналистика менән бәйләй. Башта район гәзитендә тәржемәсе, аҙаҡ бү­лек мөдире булып эшләй. Эше­нән айырылмай, Стәрле­та­маҡ педагогия институтын тамамлай. Йәнә дүрт йылдан “Кызыл таң” республика гәзитенә эшкә килә: яуаплы секретарь урын­баҫары, идеология бүле­гендә әҙәби хеҙмәткәр була, партия тормошо бүлегенә етәкселек итә. Коллегалары уны редак­цияның партбюро ойошмаһы секретары итеп тә һайлай.
1972 – 1981 йылдарҙа Р. Шам­мас Баш­ҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мө­хәррир булып эшләй. Һуңынан СССР Тыныслыҡты яҡлау комите­ты­ның Башҡорт­остан бүлексә­һендә яуаплы хеҙмәткәр була. Бынан аҙаҡ Башҡортостан Яҙыусы­лар союзында, “Һәнәк” журналында эшләй.
Йәш шағирҙың ижад емеш­тәре 1950 йылдарҙа уҡ матбуғат биттәрендә баҫыла башлай. Ә 60-сы йылдарҙа “Таң йылмайыуы” тигән тәүге шиғырҙар йы­йынтығы донъя күрә. “Уттар”, “Донъя йөгө”, “Ҡояшлы тәҙрә­ләр”, “Шишмәле тау”, “Ҡар һыу­ҙары китә” тигән йыйынтыҡтары авторҙың исемен әҙәбиәт һөйөүселәргә киң таныта. Бынан һуң инде шағир­ҙың бер-бер артлы тиҫтәләгән китабы донъя күрә. Мәскәүҙең “Современник” нәшриәтендә рус телендә баҫылған “Березовый сок” исемле китабын да уҡыусылар йылы ҡабул итә.
Рауил Шаммас үҙенең әҫәр­ҙәрендә заманының көн­үҙәк мәсьәләләрен күтәрә, фәлсә­фәүи уйҙарға бирелә. Шағирҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Шуғалыр ҙа ижадында илһө­йәрлеккә, тыл хеҙмәтсәндәре фиҙакәрлегенә, әсәләр батыр­лығына киң урын бирелә. Уның “Уттар”, “Йән йәшәртер йәм­дәрем”, “Яра­ларҙы һөйөү дауалар” һәм башҡа китаптары шул турала.
Тыуған яҡҡа һөйөү, хеҙмәт кешеһенә дан йырлау темалары ла уның ижадында үҙәк урындарҙы алып тора. Лирик шиғырҙарында иһә мөхәббәт темаһы асып бирелә, әҙәм балаһының бай эске донъяһы, тәрән кисерештәре сағыла. Ке­ше күңеленең иң нескә ҡылда­рына тейгән лирикаһына Салауат Низаметдинов, Рим Хә­сәнов, Тәлғәт Шәриповтар көй­ҙәр яҙып, матур йырҙар ижад итә.
Әҙип проза жанрында ла әүҙем эшләй. “Күперһеҙ йылға”, “Муйыллы туғай” тигән повесть йыйынтыҡтары замандаштар – уҡытыусылар, журналистар тормошо менән таныштыра.
Талантлы яҙыусы тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул Самуил Маршактың балалар өсөн әҫәрҙәрен, К. Цеткиндың Ленин хаҡындағы иҫтәлектәрен, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, мари, украин һәм сыуаш шағирҙары әҫәр­ҙәрен башҡортсаға ауҙара.
Бынан биш йыл элек “Китап” нәш­риә­тендә әҙиптең “Һай­лан­ма әҫәрҙәр”енең I томы донъя күрҙе. Баҫманың беренсе бүле­гендә – уның 2010 – 2014 йыл­дарҙа ижад ителгән яңы ши­ғыр­ҙары һәм поэмалары, икен­сеһендә бынан алдағы төрлө йылдарҙа баҫылған әҫәр­ҙәре тупланған. Өсөнсө бүлектә шағирҙың “Уттар”, “Йөрәк ал­маһы”, “Ҡайын һуты”, “Ҡыҙыл тоҙ”, “Ылау” һәм башҡа поэмалары урынлаш­тырылған. Меңләгән китап уҡыусылар Рауил Шаммасты “изгелекле, яҡты күңелле шағир” булараҡ белә, сөнки “уның лирик герой­ҙары һәр ваҡыт яҡшы­лыҡҡа ышана, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә ынтыла. Шағир төрлө тема­лар­ға мөрәжәғәт итә, ижады төрлө тарихи дәүерҙәрҙе үҙ эсенә ала. Иң мөһиме — әҫәр­ҙәрендәге һәр образды, һәр фекерҙе үҙ йөрәге аша үткәр­гән” тип билдәләйҙәр нәшриәт­тә.
Ә инде былтыр күренекле яҙыусының «Һайланма әҫәр­ҙәр»енең II томы донъя күр­ҙе. Унда тормош һәм ижад юлы хаҡын­дағы ҡыҙыҡлы иҫтәлек­тәре, ҡәләмдәш­тә­ре­нең ижади портреттары, мауыҡтырғыс хи­кәйәләр һәм юморескалары ингән. Әҫәр­ҙәрҙә республи­ка­быҙҙың бер быуатлыҡ тарихы ярылып ята, тиергә мөмкин. Һуғыш йылдарында совет халҡының героизмы, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, изгелек һәм яуыз­лыҡ көрәше темалары күтәрелә, уҡытыусылар һәм журналистар тормошо сағылдырыла. Баш­ҡорт һәм татар яҙыусылары, ижадташ дуҫтары хаҡындағы иҫтәлектәре лә урын алған.
Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт универ­ситетының Бөрө филиалы профессоры Әнғәм Хәбиров, ша­ғир­ҙың ижадына байҡау яһап, Рауил Шаммас ябай ғына пред­меттарға йәки күренештәргә ҡарата шиғыр яҙыу һәләтенә эйә, тип билдәләгәйне. Ябай ғына нәмәлә лә ниндәйҙер оло мәғәнә тойоп, кешеләр күңеленә изгелек орлоҡтары, яҡтылыҡҡа ынтылыш һалып ижад итеүен дауам итә әҙәбиәтебеҙҙең күренекле әһеле.
Читайте нас