Үткән ялдарҙа Мәскәү башҡорттарында шатлыҡлы ваҡиға булды: “Аҡ тирмә" башҡорт фольклор төркөмөнөң әүҙем ағзаһы Ринат Хәбиров өйләнде. Булдыҡлы, һәләтле егет – Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. Ул- йыр белгесе, Мәскәү педагогия университетының музыка факультетын тамамлаған.
Яҡташыбыҙ 2015 йылдан ҡаланың “Аҡ тирмә” фольклор төркөмө ағзаһы. "Вокал буйынса дәрестәр алып бара, солист, бейеүсе, ҡурайсы ла. Бер сара ла унан тыш үтмәй, бар еңеүҙәребеҙ ҙә уның ҡатнашлығында яуланған", - тип һөйләй төркөм ағзалары.
Кәләше Лилиә Ғәлимова ла – Мәсетле районынан. Аҙнағол ауылы ҡыҙы Мәскәүҙә йәшәй, ситтән тороп Бөрө ҡалаһындағы БДУ филиалында уҡый, башланғыс кластар уҡытыусыһы буласаҡ. Ул ярты йыл элек "Аҡ тирмә" составына ҡушыла. Ул да йырлай, бейей, ансамблдең әүҙем йәш ағзаларының береһе икән.
Әлегә Ринат менән Лилиә никах туйын Мәскәүҙә ойошторған, яҡташтарын, рухташтарын йыйып байрам яһаған. Йәйгә иһә йәштәр барлыҡ ансамбль ағзаларын, дуҫтарын саҡырып, Салауат районында ҙур туй тантанаһы үткәрергә планлаштыра.
Афарин, йәштәр! Бәхетле булығыҙ!
Фото Гөлсинә Батыршинаның шәхси архивынан.