Бөгөн билдәле йырсы, пародия оҫтаһы һәм алып барыусы Илсур Тайсин тыуған көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы ул күп һанлы дуҫтарынан, туғандарынан, коллегаларынан ҡотлауҙар ҡабул итә.
“Хөрмәтле дуҫтарым! Ҡотлауҙарығыҙ өсөн рәхмәт! Ҡото үҙегеҙгә йоҡһон!” – тип яҙҙы артист социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ихлас теләктәргә яуап итеп.
Илсурҙы күптәр бик күңелле, шәп алып барыусы булараҡ та белә. Шулай уҡ ул һуңғы йылдарҙа Яңы йыл байрамы осоронда ҡурайсы Ҡыш бабай булараҡ халыҡты ҡотлай. “Шуныһы ҡыуаныслы: саҡырыусылар йылдан-йыл арта. Кәрәк икән, башҡорт, татар, урыҫ һәм ҡытай телдәрендә ҡотлай алам”, – ти ул. Быйылғы пандемия шарттарында ни эшләрбеҙ – әлегә әйтеп булмай, ти үҙе.
Быйыл артистың тормошонда ҡыуаныслы, ҙур ваҡиға булды – һөйөклө кәләше Нурзидә Илсурға бишенсегә атай булыу бәхетен бүләк итте.
Ишле ғаилә башлығын, Ейәнсура еренең үҙенсәлекле талант эйәһен беҙ ҙә ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ һәм именлек, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Илсур Тайсиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.