Юлымда гел генә яҡшы кешеләрҙең осрауына яҙмышыма рәхмәтлемен, әгәр ҙә инде ундай изге күңеллеләрҙең араһында милләттәштәрем дә булһа, икеләтә шатлыҡ. Мәҫәлән, Бөрө районында башҡорт егете Илнур Әҙеһәмовты тап итермен тип һис кенә лә уйламағайным.
Илнур Флүс улы тыумышы менән хозур тәбиғәтле Яңы Яндыҙ ауылынан, ошонда урта мәктәпте тамамлаған. Артабан белем эстәү ниәтендә Бөрө дәүләт педагогия институтының биология факультетына уҡырға ингән.
– Ғәҙәттә, был тормошта кемгә бурыслы булыуың тураһында төпсөнәләр, – тип һөйләй отставкалағы полковник, Бөрө район советы секретары Илнур Әҙеһәмов. – Әлбиттә, башта атай-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар миңә ғүмер бүләк иткән, аяҡҡа баҫтырған, башлы-күҙле иткән. Яҡындарымдың белем алыуға йүнәлеш биреүе, халҡымдың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеүгә ынтылыш уятыуҙарын бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Бәләкәй саҡта ойошторолған бихисап күңелле байрамдар күңелемдә ныҡ уйылып ҡалған.
Әңгәмәсем башҡорт халҡына хас “ҡаҙ өмәһе”, “ҡарға бутҡаһы” кеүек байрамдарҙың гөрләп уҙыуын, өлкәндәрҙең бәләкәстәрҙе уларҙың һәр береһендә әүҙем ҡатнаштырыуын билдәләне. Барыһының да ойошҡан үтеүенә уҡытыусыларҙың күп көс һалыуын да айырым билдәләне. Әйткәндәй, ул мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла белем биргән уҡытыусыларының береһен дә айырып ҡарамау яғында, шуға күрә бөтәһен дә йылы һүҙҙәр менән генә һанап сыҡты.
Илнур Флүс улы билдәләүенсә, бигерәк тә һуңғы ваҡытта милләттәштәренең тарихи тамырҙарын барлауы, асылына ҡайтыуы һөйөнөслө. Был тәңгәлдә “Шәжәрә” байрамы ҙур роль уйнай.
Илнур Әҙеһәмов оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһында ғүмер кисергән. Тыуған яғынан ситтә йәшәһә лә, ул Бөрө районындағы, шулай уҡ Яңы Яндыҙ ауылындағы яңылыҡтар менән даими ҡыҙыҡһынып торған, йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙған. Быны ул башҡорттарҙың киң күңелле, ярҙамсыл сифаттары менән бәйләй. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигән мәҡәлдәгесә инде.
– Бөгөнгөләй хәтеремдә, беҙ күршеләребеҙ менән бик татыу йәшәнек, – тип тамамланы һүҙен Илнур Флүс улы. – Картуф сәсеү йәки ҡаҙыу, һуғым һуйыу, бүтән төрлө эштәрҙе һәр ваҡыт күмәкләшеп башҡара торғайныҡ. Ә өмәләр һуң! Ошо өмәселәрҙең дәртле һәм әүҙем булыуына һоҡлана инем. Яңы Яндыҙҙағы бөтә йорттар ҙа тиерлек өмә ысулы менән күтәрелде. Шунан сығып, “берҙәмлектә – көс!” тимәй ҡара! Шуны беләм, хәҙер ҙә ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар беҙҙең ауылда һаҡланған. Өлкән быуын кешеләренең уларҙы йәштәргә еткереүе һөйөндөрә.
Илнур Әҙеһәмов менән хушлашҡанда, ул тыуған яҡ менән бәйләнеште өҙмәҫкә, һәр саҡ маҡсатҡа ынтылып йәшәргә, алдынғы булырға өндәне.