Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Ноябрь 2020, 15:55

Рида ФӘХРИСЛАМОВА: “Мин – бәхетле актриса!”

“Башҡорт халҡының вәкиле икәнлегемде бер ҡасан да онотмайым”

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәғәметдин ҡыҙы Фәхрисламова Асҡын районының Билгеш ауылында тыуып үҫкән. Бөгөн ул баш ҡалабыҙҙағы “Нур” татар дәүләт театрында эшләй. Асыҡ йөҙлө, ихлас, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән билдәле актрисаны тамашасылар күптән үҙ итеп өлгөргән, коллегалары араһында ла оло хөрмәт-ихтирам яулаған ул.


Бынан бер нисә йыл элек “Нур” театрының 25 йыллығына ҡарата мәҡәлә әҙерләү маҡсатында сәнғәт учреждениеһының етәкселегенә “Актерҙар араһынан кемдәр хаҡында айырым һүрәтләмәләр әҙерләргә тәҡдим итәһегеҙ?” тип мөрәжәғәт иткәс, “Башҡорт баҫмаһында мотлаҡ беҙҙең башҡорт ҡыҙы Рида тураһында мәҡәлә булырға тейеш”, – тигәйнеләр. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға “Нур” татар дәүләт театрының сәхнәһендә бихисап сағыу образдар тыуҙырған, тамашасыны ихласлығы, эскерһеҙлеге менән йәлеп иткән башҡорт ҡыҙы Рида ФӘХРИСЛАМОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Әйҙә әле, һүҙҙе тыуып үҫкән төйәгеңә, бала сағыңа сәйә­хәттән башлайыҡ...

– Сығышым менән Асҡын районынанмын. Бала сағымдан йырлап, бейеп үҫтем, ултырғысҡа баҫып, күрше-тирә апайҙар йәки ҡунаҡтар алдында “Күбәләгем”де йырлап тороуым әле лә хәтерҙә. “Э-ээй, әртис кенә булыр инде был ҡыҙың”, – ти торғайнылар инәйемә (беҙ әсәйҙе инәй тибеҙ).
Ғаиләлә биш бала тәрбиә­лән­дек. Инәйем Нәзилә Нурлыхан ҡы­ҙы, 42 генә йәшендә атайымды юғал­тып, беҙҙе яңғыҙы аяҡҡа баҫ­тыр­ҙы. Ҡәҙерлем матур тәрбиә бир­ҙе, кеше араһында кәм-хур итмәҫ өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне.
Тыуған ауылым Билгеш, артабан күрше Ҡашҡа ауылы мәктәп­тәрендә уҡығанымда ла сәхнәнән төшмәнем. Талантымды күреп үҫтергәне, дәртләндергәне өсөн уҡытыусыларыма, мәктәп дирек­торҙарына ифрат рәхмәтлемен. Зилә апа Ахунова, Әсҡәт ағай, Мулланур ағай Искәндәров, Илһам ағай Ғәләүетдинов, Ришат Әзғәт улы Ғәлиәкбәров, Наил Ғаян улы Хәйруллин, Нәибә Хәлим ҡыҙы Ваһапова, Ришат Фәрит улы Ғәниев кеүек уҡытыусыларыма ҡарата күңелемдә оло хөрмәт, рәхмәт хисе һаҡлайым.


– Сәнғәт донъяһына юл нисек башланды?

– Ҡашҡа урта мәктәбен тамам­лағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға индем. Үҙем профессиональ сәнғәт белгесе булыу, актер һөнәренә эйә булыу тура­һында хыялланам. Беренсе курсты тамамлаған мәлдә Өфө дәүләт сәнғәт институтында Стәрлетамаҡ театры өсөн махсус курс йыйылыуын ишетеп ҡалдым. Уҡытыу­сыларым да дәртләндерҙе. Шулай итеп, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн ҙур аҙым яһаным – сәнғәт институты студенты булып киттем. Бында ла бик көслө педагогтар ҡулында уҡыным. Гөлли Мөбәрә­кова, Илшат Йомағолов, Рәфил Нәбиуллин, Суфия Ҡорбанғәлиева, Хөрмәт Үтәшев кеүек ҙур шәхес­тәрҙән белем алыуым менән бәхет­лемен. 2000 йылда институтты тамамлап, ҡулыма диплом алдым.
Әлбиттә, Стәрлетамаҡ театры өсөн әҙерләнгән төркөм булараҡ, мин дә ошо театрға эшкә юлланырға тейеш инем. Әммә күңелем менән Өфөнән айырылғым килмәй бит! Шулай итеп, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эш башланым. Артабан М. Ғафури исе­мендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында өс йыл дауамында бик матур спектаклдәрҙә уй­нарға насип булды, әммә тор­моштоң үҙ ҡанундары, үҙ боролоштары... 2004 йылдың февра­лендә артабанғы яҙмышымды “Нур” татар дәүләт театры менән бәйләнем. Һис тә үкенмәйем: был театрҙың сәхнәһендә мин профессиональ йәһәттән үҫтем, танылдым, һәр береһе күңелемә үрелгән образдар ижад иттем, үҙемдең тамашасым барлыҡҡа килде.


– Рида, әйтеүеңсә, һин мәктәп­тә лә, институтта ла башҡорт телендә белем алғанһың. Татар телендә ролдәр уйнау ҡыйын булманымы?

– Эйе, мәктәптә лә, артабан да әҙәби башҡорт телендә уҡыным. Ә ауылыбыҙҙа үҙебеҙсә – төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында һөйләшеп үҫтек. Мәҫәлән, башҡорт әҙәби телендә “мунса” тибеҙ, беҙҙең диалектта – “мынса”, ә татар телендә – “мунча”. Шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарының диалектына ғына хас “жәйенке” (сынаяҡ аҫты), “ҡартый”, “ҡарттәй” тигән һүҙҙәр бар.
“Нур” театрына эшкә килгәс, әлбиттә, татарса һөйләшә башлау еңел булманы. Элек, мәктәптә уҡығанымда, ҡалын-ҡалын баш­ҡорт романдарын йотлоғоп уҡыһам, хәҙер татар классиктарының әҫәрҙәренә тотондом. Коллегаларым да аңлап ҡараны, ярҙам итте. Ике йыл тигәндә, татар телен бар нескәлегендә өйрәнеүгә өлгәштем. Һуңға табан режиссерҙар дикция, дөрөҫ әйтелеш йәһәтенән ҡайһы берҙә мине өлгө итеп тә ҡуя башланы.
Бына 17 йылға яҡын инде “Нур” театрына хеҙмәт итәм, эшемде яра­тып, бөтә күңелемде биреп баш­ҡарам, әммә башҡорт хал­ҡы­ның вәкиле икәнлегемде бер ҡасан да онотмайым. Сәхнәлә татарса уйнайым, тыуған яғыма ҡайтһам, рәхәтләнеп үҙ диалектымда һөйләшәм, кәрәкһә, әҙәби башҡорт теленә лә күсә алам. Ә инде сәнғәткә килгәндә, уның өсөн сиктәр юҡ, тип һанайым.


– Ниндәй ролдәрең күңелеңә айырыуса яҡын?

– “Ҡатын түгел, аждаһа” спектак­лен­дә (Д. Салихов) – Әзифә, “Тыҡ­рыҡта булды был хәл”дә (З. Хәким) – Раҡиға, “Ҡойоп ҡуйған фә­рештә”лә (Э. Йәһүҙин) – Лилиә, “Һинд ҡыҙы”нда (Г. Ҡәйүмов) – Мәмдүҙә, “Американ” комедия­һында (К. Тинчурин) – Дилбәр, “Ғәлиәбаныу”ҙа (М. Фәйзи) Бәҙиғә һәм башҡа бик күп образдарымдың барыһы ла яҡын һәм ҡәҙерле. Һәр ролем минең өсөн бала кеүек, уны сәхнәгә сығарғансы күңелеңдә әллә күпме бәпләп йөрөтәһең, ҡуйы­ласаҡ спектаклгә шул тиклем инеп китәһең, шундағы тормошта йәшәй башлайһың. Мине төрлө пландағы актриса булараҡ асҡан режис­серҙарым Илдар Ғиләжевкә, Илдар Вәлиевкә, Байрам Ибра­һимовҡа, Әбелхәйер Сафиуллинға, Айрат Абушахмановҡа, Рөстәм Хәкимов­ҡа, Азат Йыһаншинға рәхмәтлемен.
Әлеге ваҡытта Мансур Ғиләжев­тең “Көлмәгеҙ, мин үләм!” тигән пьесаһы буйынса спектакль әҙерләйбеҙ. Уны театрыбыҙҙың баш режиссеры Азат Йыһаншин ҡуя. Премьера 13-14 һәм 20 ноябрҙә сәхнәгә сығасаҡ. Мин унда төп ролде – Баныуҙы башҡарам.


– Эшеңә, йәғни театрға бәйле ниндәй ҙә булһа хыялың, “их, шуны уйнарға ине!” тигән ролдәрең бармы?

– Бар ундай хыялым! Ике кешелекме, әллә бер үҙем генә булырҙаймы моноспектаклдә уйнағым килә. Зал тулы тамашасы һәм һин... Уйнайһың, көләһең, йырлайһың, бейейһең, илайһың... Бер һүҙ менән әйткәндә, сәхнә менән бер бөтөнгә әйләнәһең. Был хаҡта уйлаһам, хыялланһам, әле үк тәнем зымбырлап китә (көлә – автор).


– Рида, һине яҡташтарыңдың – Асҡын халҡының ныҡ хөрмәт итеүе хаҡында ишетеп беләбеҙ...

– Аллаға шөкөр, тормош юлымда гел яҡшы күңелле кешеләр осрап тора, эргәмдәге яҡында­рым­дан, шул иҫәптән яҡташтарымдан да ныҡ уңдым. Форсаттан файҙа­ланып, Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихинға оло рәхмәтемде еткергем килә. Ул үҙе лә, яҡташтарым да премьераларға йыш килә, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр бүләк итеп, мине бер башҡа үҫтереп ҡайтып китәләр. Тыуған районынан, тотош автобус яллап, спектакль ҡарарға кил­гәндәре өсөн ғорурлана алған артистар бармаҡ менән һанар­лыҡтыр. Асҡынға ҡайтһам да, ҡолас йәйеп ҡаршы алалар, ихтирам, хөрмәт күрһәтәләр.
Былтыр, донъялар тыныс саҡта, ижадташ дуҫтарым – Альберт Ураҙмәтов, Зилә һәм Хәсән Усмановтар менән тыуған төйәккә ҡай­тып, үҙем уҡыған белем усаҡ­тарында булып, яҡташтарым алдында сығыш яһап килдек. Мәк­тәптә, мәҙәниәт йортонда шундай матур, йылы осрашыуҙар үтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, яҡташтарыма рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Уларға иң изге теләктәремде юллайым, эштәре һәр ваҡыт уң булһын, районыбыҙ гөрләп сәскә атһын!
– Белеүебеҙсә, быйыл театр сәнғәтенә бағышланған хеҙмәтең юғары баһаланды...

– Эйе, “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдым. Бәхетлемен һәм ижадымды шулай юғары баһалағандары өсөн туған коллективыма, яҡташтарыма, республика етәкселегенә рәхмәтлемен.
Пандемияға ҡарамай, октябрҙә театрыбыҙ яңы ижад миҙгелен ас­ты. Мөҙәрис Багаевтың пьесаһы буйынса “Бер мәл ҡалала” тигән спектаклдең премьераһы күрһә­телде. Тамаша башланыр алдынан илдәге һәм донъялағы хәл-торош арҡаһында кисектерелеп килгән ҡотлау-бүләкләү тантанаһы ла уҙҙы. Ошо сарала мине лә “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән исемгә лайыҡ булыуым менән тәбрикләнеләр. Башҡа коллегаларыма ла юғары наградалар, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Артистар – хисле халыҡ бит ул, ошолай хеҙмәтеңде баһалауҙарын күреү күңелде ҡанатландыра, ижадҡа дәртләндерә...


– Күптәр һинең ихлас­лығың­ды, тормош һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәүеңде, һәр ҡаршылыҡты йылмайып еңә белеүеңде билдәләй... Был сифаттар ҡайҙан килә?

– Әле әйткәнемсә, холҡомдағы барлыҡ матур сифаттар – инә­йемдән, ул биргән матур тәрбиәнән. Ул һуңғы телем икмәген дә мохтаж кеше менән бүлешер. Беҙҙе лә шулай тәрбиәләне. Дөрөҫөн генә әйт­һәм, “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән юғары исемде алыуым менән дә үҙемдән бигерәк ҡәҙерле инәйемде шатландырғым килде. Уның беҙгә терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйем.


– Һеҙ бәхетлеме?

– Аллаға шөкөр, бәхетлемен! Ғаиләм, йәшәүемдең мәғәнәһе булып үҫеп килгән ҡыҙым Камиләм, һөйөклө инәйем, беҙҙең өсөн йән атып торған туғандарым бар. Ашҡынып барыр эшем, мине актриса булараҡ танытҡан театрым бар.
Яҡташтарымдың, тамашасы­ларымдың оло хөрмәтен, һөйөүен тойоу менән дә бәхетлемен. Шат­ланһам, ихлас күңелдән ҡыуанам, берәйһенә ярҙам кәрәклеген күр­һәм, һис һүҙһеҙ ярҙамға ташланам, кешенән көнләшмәйем, насар­лыҡты күңелемә алмайым, шунда уҡ оноторға тырышам. Кемдәр­гәлер мин, бәлки, үтә ябай булып та күренәмдер, әммә шулаймын инде: эсемдәге – тышымда. Шуның менән дә бәхетлемен, әлбиттә!


– Уңыштар һиңә, Рида! Тормош юлыңда һәр ваҡыт үҙең ке­үек ихлас, киң күңелле кеше­ләр осрап торһон, хыялда­рыңды ысынбарлыҡ итеп, гел шулай бөгөнгө бәхетеңдең ҡәҙерен белеп йәшәргә яҙһын!

Читайте нас