Беҙ уның менән Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында бергә уҡыныҡ. Шул мәлдәрҙән үк бейеү тип яна, артабан тормошон бейеү менән бәйләргә хыяллана ине.
Йылдар үткәс, хыялы тормошҡа ашты – бөгөн ул Туймазы ҡалаһындағы Балалар ижады йортонда кескәйҙәргә бейеү серҙәрен төшөндөрә. Бөгөнгө әңгәмәсем – Фидәлиә ФӘРРӘХОВА.
– Балалар ижады йортондағы эшмәкәрлегең нимәнән башланды?
– Килгәс тә “Элегия” бейеү коллективын етәкләнем, ике йыл үткәс, “Конфетти” бейеүҙәр театрын астым. “Элегия”ла классик, тарихи-көнкүреш бейеүҙәренә иғтибар бүленә, был коллективта шөғөлләнгәндәр кәүҙәләрен төҙ тоторға, һығылмалылыҡҡа өйрәнә. “Элегия”ла 15-16 йәшкә тиклем балалар шөғөлләнә.
“Конфетти”ла халыҡ, заманса бейеүҙәргә нығыраҡ иғтибар итәбеҙ, был коллективта иң өлкән балаларға ун бер йәш.
– Коллективҡа нисә йәштән килергә мөмкин?
– Дүрт йәштән алып балаларҙы ҡабул итә башлайым.
– Уларҙы ҡабул иткәндә нимәләргә иғтибар итәһең? Бейеү менән шөғөлләнергә теләгән бала ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?
– Тәү сиратта уларҙың музыканы тойоу һәләттәренә иғтибар итәм. Һығылмалылыҡ та ҙур әһәмиәткә эйә, әлбиттә, әммә әле бейеү менән шөғөлләнгән балаларҙың бөтәһе лә киләсәктә балет йүнәлешенән китмәй бит, бейеү тәү сиратта һаулыҡ өсөн файҙалы. Ғәҙәттә, дүрт йәшлек балаларға талаптарым ҡаты түгел, ә өлкәнерәктәрен һайлап алырға тура килә. Алдан бейеү менән шөғөлләнмәгәндәр өсөн махсус күнекмәләр ойошторам. Ошо күнекмәләрҙә кемдең һәләте бар, кемдеке юҡ икәнлеге асыҡлана, уларҙы башланғыс, урта төркөмдәргә тәғәйенләйем. Һәр балала бейеү һәләтен асырға тырышам.
– Һәләт тигәндәй, бейергә өйрәнеү өсөн махсус талант кәрәкме, әллә барыһына ла яйлап оҫтарып буламы?
– Баланың бейеү теләге көслө икән – ул өйрәнә, оҫтара ала. Быға талант та ҡушыла икән, ул тағы ла юғары үрҙәргә үрләйәсәк. Мәҫәлән, Лиана Мостафина исемле уҡыусым миндә дүртенсе йыл шөғөлләнә. Уның менән район, ҡала, Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге бейеү конкурстарында ҡатнашабыҙ, Сочиҙа, Ҡазанда булдыҡ. Уның бейеү һәләте бар, 9-сы класты бөткәс, ошо юҫыҡҡа уҡырға инергә йыйына.
– Халыҡ-ара кимәлдәге бәйгегә ниндәй бейеү тәҡдим иттегеҙ?
– Былтыр Лиана Йәнғәле Вәхитов һалған “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен башҡарып, Ҡазан ҡалаһында халыҡ-ара бейеү конкурсында икенсе урынды яуланы. Үҙем дә бәйгеләрҙә тап ошо бейеү менән көсөмдө һынап ҡарайым.
– Ни өсөн тап “Бөрйән ҡыҙҙары”?
– Был бейеүҙе башҡарғанда ҡулдар һығылмалы булырға, бар тән хәрәкәт итергә тейеш. Бейеүгә айырым мәғәнә һалынған. Халыҡ-ара бәйгегә сыҡҡас, башҡаларҙы тап башҡорт бейеүенең матурлығы менән таныштырыу теләге яралды.
Башҡортостандың данын яҡлайһың икән, ундағы төп милләттең бейеүе менән сығыш яһарға кәрәк. Бейеү хәрәкәттәре аша халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, милли үҙенсәлеген башҡа халыҡтарға күрһәтергә тырышабыҙ.
– “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен ситтә нисек ҡабул итәләр? Сығыш һуңында тәьҫораттары менән бүлешәләрме?
– Баһалама ағзалары был бейеүҙең сюжет һыҙығы булыуын, ундағы һәр хәрәкәттә мәғәнә ярылып ятыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, юғары балл ҡуйҙылар. Икенсе бер бәйгелә был бейеү ваҡытында ҡулдарҙың һығылмалылығына иғтибар иттеләр.
– Тормошоңа бейеү сәнғәте ни рәүешле үтеп инде, ни өсөн тап бейеү менән яҙмышыңды бәйләү теләге тыуҙы?
– 3-сө класта уҡығанда мин белем алған Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатында музыка мәктәбе лә асылды, ул йыр һәм бейеү йүнәлешенә бүленә ине. Мин бейеүҙе һайланым, төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәренә өйрәнә башланым. Гимназияны тамамлағас, Ҡазан дәүләт федераль университетының хореография уҡытыусыһы йүнәлешенә уҡырға индем. Унда беҙгә бик төплө белем бирҙеләр, бейеү сәнғәтенең нигеҙен төшөндөрҙөләр. Был алымды әле балалар менән дә ҡулланам, уларға классик бейеү төрҙәрен өйрәтәм.
– Балаларҙың бейеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ҙурмы? Беренсе дәрестән һуң кире уйлағандар бармы?
– Ундайҙар һирәк, миндә, ғәҙәттә, йылдар дауамында шөғөлләнәләр. “Конфетти” бейеү театрында балалар дүрт йәштән алып шөғөлләнә, әлеге мәлдә уларға 7-8 йәш. Төркөм йыйылғанда балаларҙың һаны ике тиҫтә ине, өс-дүрт йыл эсендә икеһе генә китте, хәҙер йәмғеһе 18 йәш бейеүсе шөғөлләнә.
– Уларға аҙаҡ бейеү класын тамамлаған тигән танытма, дипломдар тапшырыламы?
– Быйылдан алып был эште бойомға ашырырға уйлайым, сөнки араларында артабан да тормошон бейеү менән бәйләргә теләгәндәр бар, уларға теге йәки был уҡыу йортона инергә ҙур ярҙам булыр ине.
– Нисек кескәйҙәрҙә бейеүгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә?
– Бәләкәй балалар менән бейеү серҙәренә уйын формаһында өйрәнәбеҙ. Уларға тота килеп бейеү сәнғәтенең айышын төшөндөрөп булмай бит. Яратҡан көйҙәренән башлайбыҙ: “Тучка”, “Маша и Медведь” йәнһүрәтенән йырҙар һәм башҡалар. Балаларға дәрестең оҡшауы мөһим, ә инде улар ылығып киткәс, бейеү теорияһын яйлап эшкә егәм.
– Һин үҙең дә сәхнәлә бейеү менән сығыш яһайһың. Ниндәй халыҡтарҙың бейеүҙәрен беләһең?
– Башҡорт, татар, рус, кавказ, сиған, ирланд, үзбәк, уйғыр, ҡытай, ҡаҙаҡ... Университетта халыҡ бейеүҙәре йүнәлешендә уҡығас, төрлө милләттәрҙең бейеүҙәрен өйрәндек.
– Ошо һанап киткәндәр араһында ниндәй халыҡтың бейеүе күңелеңә иң яҡыны?
– Әлбиттә, башҡорт һәм татар халҡыныҡы. Башҡорт һәм татар бейеүҙәрен бала саҡтан өйрәнәм. Уйғыр, үзбәк бейеүҙәре лә оҡшай. Был халыҡтар дәртле көйгә бейей, шуға хәрәкәттәре лә баҙыҡ, әммә уларҙа тыйнаҡлыҡ та сағыла. Башҡорт, татар бейеүҙәренә лә оҡшап китәләр.
– Бейеү аша теге йәки был халыҡтың менталитетын, холҡон сағылдырып буламы?
– Әлбиттә, был бейеүҙе башҡарыуҙың төп маҡсаттарының береһе булып торалыр ҙа әле. Берәй халыҡтың бейеүен бейер алдынан, ғәҙәттә, уларҙың тормошон, көнкүрешен өйрәнәбеҙ.
– Туймазы – сағыштырмаса бәләкәй ҡала. Бәләкәй генә ҡалала төпләнеп, Балалар ижады йортонда эшләү оҡшаймы, тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар, ҙурыраҡ ҡалалар үҙенә тартмаймы? Әллә әле һине уратҡан бар тормош – үҙ тәғәйенләнешеңде тапҡанһың тигән һүҙме?
– Миңә бында йәшәүе лә, эшләүе лә оҡшай. Балалар ижады йортонда хеҙмәткәрҙәр коллективы бик һәйбәт, балалар үҙҙәре лә тәрбиәле, тырыштар, көн дә яңы үрҙәр яуларға ынтылалар. Тиҙерәк бейеү отоп, ҡайҙалыр конкурсҡа барып, үҙ көстәрен һынап ҡарарға ашҡынып торалар.
Туймазы – бик тыныс ҡала, әлбиттә, ҡайһы саҡ шаулы, ҙур Ҡазанды һағындырып та китә. Шулай ҙа бында барыһы ла шундай таныш, шундай үҙемдеке. Ғаилә ҡорҙом, әсәйем, туғандарым да эргәлә, уларҙы аҙна һайын барып күрә алам – бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?
– Ә шулай ҙа һинең икенсе юғары белемең булыуын беләм, уның буйынса һин юрист, эйеме? Ошо һөнәрең буйынса икенсе ҡалаға эшкә саҡырып, шәп мөмкинлектәр тәҡдим итһәләр, ошо эшеңде, шөғөлөңдө, ҡалаңды ташлап, ситтә яңы тормош башлай алыр инеңме?
– Миңә әсәйем йыш ҡына, “Ҡасан декретҡа сығаһың, әсәй булырға ваҡыт!”, ти, ә мин уға, “Был балаларымды ташлап китә алмайым”, тип яуаплайым. Уларҙы бәләкәй саҡтан уҡытып үҫтерҙем, артабан да ҙурайғандарын, ҙур уңыштарға өлгәшкәндәрен күҙәткем, уларға ярҙам иткем, белем биргем килә.
– Һин яратҡан, үрнәк алған һөнәри бейеүсе, хореограф кем?
– Гай Таһиров һәм Фәйзи Ғәскәров.
– Тәғәйен генә береһен атауы ҡыйын. Халыҡ бейеүҙәре оҡшай, улар һәр милләттең асылын аңларға ярҙам итә.
– Аҙнаның ниндәй көнөн яратаһың?
– Әлбиттә, йома! Гел ошо көндө көтә торғайным, гимназияла уҡығанда дәрестәр бөткәс тә ауылға, нәнәйгә ашҡына инем шунан.
– Һуңғы ваҡытта уйланырға, хафаланырға мәжбүр иткән ваҡиға?
– Бар донъяға коронавирус инфекцияһы таралыуы, был ауырыу арҡаһында өйҙәргә бикләнеүебеҙ. Хәҙер, ниһайәт, ҡәҙимге эш тәртибенә күстек, шул хәтлем эшемде һағынғайным.
– Күңел төшөнкөлөгөнән нисек ҡотолаһың?
– Уның тураһында артыҡ уйланырға тырышмайым һәм шоколад ашайым.
– Бала саҡтан теләгән бейеклектәреңде яулай алдыңмы, нисек уйлайһың?
– Юҡ, бының өсөн эшләргә лә эшләргә әле, барыһын да бер юлы яулап булмай. Маҡсаттар күп.
– Алға һәм алға! Мин булдырасаҡмын!
– Камил ир-егет һәм камил ҡатын-ҡыҙ – ниндәй улар һинең өсөн?
– “Мөхәббәт өс йыл йәшәй” тигән әйтем менән килешәһеңме?
– Ирем Илшат менән ун йылдан артыҡ бергәбеҙ, шулай ҙа һаман бер-беребеҙгә элеккесә ғашиҡбыҙ. Мин уны һәр саҡ түҙемһеҙлек менән вахтанан көтөп алам, ҡайтһа, бала кеүек ҡыуанам. Уның да миңә ошондай мөнәсәбәтен һиҙәм – ул хәстәрлекле, иғтибарлы, минең менән берәй нәмә була ҡалһа, барыһын да ташлап яныма ашыға. Ысын мөхәббәт өс йыл түгел, ғүмер буйы йәшәй, бигерәк тә ул беренсе һөйөү икән.
– Нисек уйлайһың, һинән ниндәй әсәй сығасаҡ?
– Яҡшы әсәй булырмын тигән фекерҙәмен, сөнки шул хәтлем балалар яратам, эштәге һәр баланы үҙемдекеләй тоям.
– Нимә ул һинең өсөн Тыуған ил?
– Тыуған ил – ул һинең йәнеңдең бер өлөшө, унһыҙ йәшәү мөмкин түгелдер. Тыуған Башҡортостанымды бик яратам.