Бөгөн билдәле замандашыбыҙ, журналист һәм яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Сәлих улы Мырҙаҡаев күркәм байрамын – 70 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Факил Сәлих улы “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн үтә яҡын, үҙ кеше, сөнки уның фиҙакәр хеҙмәт юлы тап беҙҙең баҫма менән айырылғыһыҙ бәйле. Гәзитебеҙҙең 100 йыллыҡ оло юбилейын билдәләгәндә, ул үҙе лә был хаҡта әйтеп үткәйне.
“Мин үҙемдең тормошомдо “Башҡортостан”һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хәреф танығандан бирле уны ҡулымдан төшөргәнем юҡ. Урта мәктәпте тамамламаҫ борон гәзит менән хеҙмәттәшлек итә башланым. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа хәбәрҙәрем донъя күргәндә, йылдар үткәс, унда эшләрмен тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Башта ауыл хужалығы бүлеге хәбәрсеһе, унан баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләнем. “Башҡортостан” донъяны танып белергә, кешеләр менән аралашырға, аҡты ҡаранан айырырға, өлгөрлөккә өйрәтте. Редакция йөкләмәләре менән командировкаларға йөрөү, мәҡәләләр, репортаждар, һүрәтләмәләр, очерктар яҙыу менән бер рәттән, буласаҡ әҫәрҙәремә темалар бирҙе. 1986 йылда КПСС Өлкә комитетының бойороғо буйынса Саҡмағошта бер ай командировкала булдым. Район гәзитендә эшләү бушҡа китмәне. Унан “Оҙайлы сәфәр” тигән повесть алып ҡайттым. “Йәш хәбәрсе”, “Ҡамғаҡ”, “Аҙашҡан болан балаһы”, “Тынғыһыҙ малай”, “Яҙмыш фалы – йәшлектә”, “Яратам, тигәйнең” тигән китаптарым да “Башҡортостан”да эшләгән йылдарҙа яҙылды”, – тип яҙҙы Факил Сәлих улы "Башҡортостан"да эшләгән йылдары тураһында.
Факил Сәлих улы гәзиттә оҙаҡ йылдар дауамында “Фәһемле фекерҙәр” рубрикаһын алып барҙы, хеҙмәтенең тос емеше булып артабан уның “Ынйы бөртөктәре” тигән башҡорт афоризмдары китабы ла донъя күрҙе.
Ғөмүмән, уның менән “Башҡортостан” гәзитендә бергә эшләгән кешеләр белә: иҫ киткес ипле, итәғәтле, тыныс холоҡло һәм эшһөйәр, уңған кеше ул беҙҙең Факил ағайыбыҙ. Баш мөхәррир урынбаҫарының эше үтә тынғыһыҙ һәм яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, ул ижади эшкә лә ваҡыт таба белде, йәш журналистарға баһалап бөткөһөҙ һабаҡ та бирҙе, һәр саҡ башҡаларға өлгө, урынлы кәңәш-йүнәлеш бирә алған һөнәр оҫтаһы булды.
Тынғыһыҙ булмышлы Факил Сәлих улын байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап, уға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ! Именлек, һаулыҡ насип итһен, ижад ҡанаттарығыҙ талмаһын, ҡотло ҡәләмегеҙҙән артабан да әҙәбиәтебеҙҙең ынйы бөртөктәре тамып торһон!
Фото Ф. Мырҙаҡаевтың шәхси архивынан.