Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Ноябрь 2020, 20:30

Сәхнәлә – “Аҡ мөғжизә”

Тоғро, эскерһеҙ, шул уҡ ваҡытта ғорур йән эйәһе булған ат образы аша тотош дәүер асып бирелә, замандың шанлы ла, аяныслы ла биттәре күрһәтелә.

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә күптән көтөлгән премьера – мәшһүр әҙибебеҙ Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” китабына ингән “Аҡ мөғжизә” һәм “Ашҡаҙар” хикәйәләре буйынса сәхнәләштерелгән “Аҡ мөғжизә” спектакле күрһәтелде.
Әҫәрҙең инсценировкаһын Мәскәү драматургы яҙған, уны башҡортсаға Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева тәржемәләп яраҡлаштырған. Премьераның сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры – Рәсәйҙең, Ҡалмыҡ Республикаһының һәм Азербайжандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев, ҡуйыусы-рәссамы – Сыктывкар ҡалаһынан Анна Репина, композиторы – Ҡалмыҡ Республикаһы Геройы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Аркадий Манджиев, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ”Арлекин” Рәсәй Милли театр премияһы лауреаты Рәмизә Мөхәмәтшина.
Мостай Кәримдең был әҫәре уларҙың ғаиләһенең яратҡан йән эйәһенә - аҡбуҙ төҫтәге атҡа арналған. Спектакль мөхәббәт һәм тоғролоҡ, намыҫ һәм бурыс, тормошто яратыу һәм миһырбанлыҡ, сыҙамлыҡ һәм ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек һәм ышаныс, шатлыҡ һәм хәсрәт, эскерһеҙлек һәм яуаплылыҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында. Тоғро, эскерһеҙ, шул уҡ ваҡытта ғорур йән эйәһе булған ат образы аша тотош дәүерҙең яҙмышы асып бирелә, замандың шанлы ла, аяныслы ла биттәре күрһәтелә.
Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” федераль проектына ярашлы сәхнәләштерелгән.
Фото театрҙың сйтынан.
Читайте нас