Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ноябрь 2020, 06:30

Бәләбәйҙәр сәхнәлә лә һынатманы

Фестиваль-конкурста Бәләбәй коллективтары ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Бәләбәй ҡалаһындағы Үҙәк мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары Октябрьский ҡалаһында онлайн тәртибендә уҙғарылған III “Дуҫлыҡ” төбәк-ара фестиваль-конкурсында ҡатнашты.
Сара Башҡортостанды ғына түгел, күрше төбәктәрҙе лә йәлеп итте. Фестиваль-конкурста Бәләбәй коллективтары ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Төрлө йәш төркөмдәрендә “Задоринки” вокаль ансамбле, “Реченька” рус йыры халыҡ ансамбле, “Русские звоны” халыҡ хор коллективы “Халыҡ вокалы” номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. “Хореография” номинацияһында “Хәрәкәт” хореография ансамбле төрлө йәш төркөмдәрендә беренсе һәм икенсе дәрәжә дипломдарын яуланы, ә “Аҡбуҙат” халыҡ бейеүҙәре ансамбле беренсе дәрәжә дипломанты булды. “Халыҡ йолаһынан өҙөк” номинацияһында “Паяц” эстрада миниатюралары театры икенсе дәрәжә дипломанты тип танылды.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас