Ошо ғәләмәт дәү кәүҙәле, ғәйрәттәре ташып торған, йөҙҙәре төрлөсә булһа ла, ҡиәфәттәре, ҡылыҡ-холоҡтары менән игеҙәктәрҙәй оҡшаш аттарҙың зат-зәүере әлегә мин белмәгән-күрмәгән Ҡытай иле тарафтарынан булыуын, уларҙың ете тау аръяғында ятҡан Башҡорт иленә килеп юлығыуына ауылдаштарымдың туранан-тура ҡағылышы барлығын һуңынан ғына, бик күп йылдар үткәс кенә беләсәкмен. Ә әлегә данлы тоҡом арғымаҡтарын юрттырып ҡына Фәриҙә апайымдың туйына китеп барабыҙ. Кәйеф шәп – алда бит оло байрам көтә.
Башта был, көслө булһалар ҙа, ауыр ҡуҙғалған аттар менән ҡайһылай итеп һебәне алмаҡ кәрәк, тип хафалана биреп ҡуйғайным, бара-тора төшөндөм. Ат кәртәһенә еткәс, Муллайән апа, ҡарт бүре, үҙ ылауының тәртәһенә исеме есеменә тап килеп торған Осҡон ҡушаматлы саптарҙы бәйләп алды. Тимәк, һебә өсөн ул сабасаҡ. Ошоно аңлап алыуҙан өҫтөмдән ауыр йөк төшкәндәй булды. Осҡон барында ҡурҡмаҫҡа була. Үткән йәйге һабантуйҙағы арғымаҡтар бәйгеһендә нәҡ ул беренсе килде, шуға күрә хәҙер минең күңелем тыныс.
Ялан яҡтарында инде ҡар епшекләнеп, бутҡа ише иҙелә башлаған. Ошондай мәлдә тимер табанлы саналар һәләк еңел шыуа, аттарға ауырлыҡ төшмәй, лерт-лерт юртып ҡына баралар. Ә һомғол-һылыу Осҡон юртмай, ул йөҙөп кенә килә төҫлө. Уның хәрәкәттәре шундай еңел һәм килешле. Әйтерһең дә, әкиәттәрҙәге тылсымлы зат. Тик улар кеүек һөйләшә генә белмәй. Уға хатта кәртәлә торор урын да, тәрбиә лә айырым. Мисәүләп бәйләнгән Осҡон йөк тартмай, үҙ алдына ғына бара. Бәйге аты йөк тартырға тейеш түгел. Муллайән апа дөрөҫ эшләгән, уны төп атҡа йәнәшә бәйләп. Урын-еренә еткәс, күрһәтер әле Осҡон кемдең кемлеген. Мин уға күпме генә ҡарап барһам да, һоҡланып туя алмайым.
Даръя булып йәйрәгән йылға ярына килеп төртөлдөк. Күгелйемләнеп ятҡан боҙ өҫтөнән шабырлап һыу аға.
– Күрәһең, Ҡыҙыл ҡуша туңған, ана, шәреһе аша киткән, – тип ҡуйҙы атайым хәстәрле рәүештә.
Мин ошоғаса ишетә генә белгән Ҡыҙыл йылғаһы менән шулай таныштым. Шаулап ятҡан шәрене йөҙөп тигәндәй аша сыҡтыҡ. Ярай әле аттарыбыҙ дағалы, ул-был хәлгә тарыманыҡ. Саналарға бер аҙ һыу инде-инеүен, әммә был ғына ваҡ-төйәк күтәренке кәйефтәрҙе боҙа алманы. Киреһенсә, тәрән һыу эсенән санала йөҙөп барыу мәҙәк күренде. Кемгә эләгә әле бындайы?
Ҡаршы ярға сығыу менән туҡталып, аттарға тын алырға ирек бирҙек. Ни тиһәң дә, илле саҡрым аҙ ара түгел: батырға ла ял кәрәк. Ат йәнле Муллайән апа уларға берәр ус һоло ялматты, берәр йотом һыу эсерҙе. Баҙлап килгән хайуандарға, шәт, артығы ярамай.
Минең һиҙемләү раҫ сыҡты: ҡыҫҡа ялдан һуң Осҡондо беҙҙең еңел санаға ектеләр. Теге ике атты – арттағы ылауға. Тәртә-дуғаларға ал таҫмалар бәйләнек.
– Миңә ҡарап торма, Мөҙәрис ҡустым, һебә башланыу менән ебәр Осҡондо, – тип өйрәтте Муллайән апа атайымды. Үҙе арғымаҡтың осаһынан иркәләп һөйөп ҡуйҙы. – Әйҙә, тағы бер күрһәт үҙеңде, намыҫсан хайуанҡай, һынатма.
Ҡуҙғалып, бәләкәй генә ҡалҡыуға күтәрелеүебеҙ булды, беҙҙе дүрт күҙ менән көтөп торған ҡаршы алыусылар күренде. Өшөгәндәрҙер инде, ихлас ҡыуанышып киттеләр. Йоланы башҡарып, алып килгән һыйҙарынан аҙ ғына ауыҙ иткәс тә:
– Әйҙәгеҙ, ҡоҙалар, эйәрегеҙ беҙҙең арттан, – тине егеттәрҙең береһе.
– Эйәрә алһағыҙ... – Икенсеһе ауыҙ йырҙы.
Белһә икән алда нимә көткәнен...
Шулай ҙа һиҙеп торам, Осҡондо күргәс тә, күҙҙәре янып китте тегеләрҙең. Янырлыҡ та шул беҙҙең Осҡон!
Башта алдағы ылау артынан шөйлә тыныс ҡына барған Осҡон, юл айырсаһына етеү менән, ауыҙлыҡты тешләп, алға йомолдо. Ул артта йөрөп өйрәнмәгән. Мин тубыҡланған килеш ҡарап бара инем, көтөлмәгәнлектән хатта салҡан ауып киттем. Әсәйем шунда уҡ ҡосағына алды. Шунан китте уҙыш! Саңҡ-соңҡ иткән дағалы тояҡ тауышы, сана табандарының ташҡа ышҡылып шағыр-шоғор килгәне генә ишетелә. Иҙелеп ятҡан юлдан бысраҡ сәсрәй. Атайым нисек юлға ҡарап баралыр? Ҡоҙалар ҙа күренмәй. Беҙҙең артта ла, алда ла юҡ улар, ғәжәп. Бара биргәс кенә шәйләп алдым тегеләрҙе. Үҙе бейек, үҙе текә яр аҫтынан сабалар икән. Унда әле ҡар мул, ҡышҡы юл шул килеш тиерлек. Беҙгә әйтмәгәндәр ҙә бит әле.
Хәрәмләшкәндәр. Хәрәмдең төртөрөн белмәйҙәрме икән? Ҡары бөтөп барған шау ташлы юлдан быларҙың аттары саба алмаҫ, тип өмөтләнгән булғандарҙыр, күрәһең, әммә улар ныҡ яңылышты: Осҡон ише сәмле бәйге толпарына ҡарһыҙ юлың ни ҙә шаулап ятҡан ташың ни. Йәтеш сананы шырпы ҡабындай йәлпелдәтеп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй оса ғына!
Мин ян-яғыма ҡарап алдым. Артта, оҙон ялдарын ҡаршы елгә елберләтеп, ауыр кәүҙәле пар ат саба. Муллайән апа, дилбегә осон болғай-болғай һыҙғырып, уларҙы дәртләндерә. Һай сәмле ир! Аҫта, Ҡыҙыл үҙәне буйлап ҡоҙалар елә. Аттарын күпме генә ҡайыҙлап ҡыумаһындар, ҡалыша барыуҙары күренеп тора. Ә атайым, киреһенсә, Осҡондо тыйыңҡырап килә. Әсәйем, ҡурҡышынанмы, терәккә сат йәбешкән дә сана мөйөшөнә боҫҡан. Мин, киреһенсә, бәйге ҡомарына бирелеүҙән ҡалҡына биреп һөрән һалдым:
– Осҡо-он! Бирешмә! – Үҙем дә абайламай ҡалдым.
– Ултыр! Хәҙер тәгәрәп ҡалаһың бит! – тине атайым, асыулана биреп.
Ел ҡапҡаһы алдан асып ҡуйылған тар ихатаға беренсе булып килеп индек! Ныҡ ярһыуҙан тыныслана алмайынса бейеп торған Осҡондоң еүеш һыртына шунда уҡ сәскәле тауар – һебә ябыуы – килтереп яптылар. Урамда тамаша ҡылып, ҡаршы алыусылар һоҡланыуҙарын йәшермәне:
– Арғымаҡ тигәс тә, арғымаҡ икән!
– Ат түгел был – осҡон! – тип беҙҙең толпарҙы маҡтап бөтә алманылар.
Муллайән апа, маһая биреп:
– Уның ҡушаматы ла – Осҡон, ҡоҙалар, – тип ҡуйҙы.
Маһайһа һуң! Хаҡы бар. Кем ҡарай аттарҙы – ул ҡарай.
Мәсхәрәгә ҡалған баяғы йәш ҡоҙалар, ихатаға инеп тә тормаҫтан, аҡ күбеккә төшкән аттарының башын ҡоймаға терәп, ниҙер һөйләшеп торҙолар ҙа китеп барҙылар. Уларҙы, хәрәмләшкәндәре өсөндөр, тим, өйгә саҡырыусы кеше лә булманы. Эйе, һебә бәйгеһендә еңелгән оятҡа ҡала. Беҙҙә шулай. Бында ла шулай икән. Һебә – ҡайҙа ла һебә инде.
Ҡоҙа төшкән йорттоң тупһаһын ашатлап инеүгә, йөҙө ҡояш кеүек балҡыған атайыма һимеҙ тәкә итенән һебәлек һоғондорҙолар. Хатта үҙемә лә өлөш сыҡты. Ә ниңә сыҡмаҫҡа? Һебә сапҡанда санала булдыммы? Булдым. Бәйгелә еңеүселәрҙе хөрмәт итә беләләр шул үҙебеҙҙә.
Был юлы туй ғәмәлендә минең ҡатнашлыҡ булманы тиерлек. Ят ауылдың урамын күрергә тип тәүге сыҡҡанымда ҡоҙағыйҙарҙың өйө алдынан ғына ағып үткән Ҡыҙыл әсир итте. Йылғаның әле шәре ҡаплап өлгөрмәгән урынында, гүйә, быяла ише ялтырап, үҙенә тартып ятҡан өлөшөндә минән олораҡ та, кесерәк тә малайҙар менән ҡыҙҙар гөж килә. Кемдер сәмләнеп китеп сәкән һуҡһа, кемеһелер тимер табанлы ағас конькиһында былай ғына шыуа. Ярға яҡыныраҡ урындан мәке уйып, ҡармаҡҡа балыҡ тотоусылар ҙа күренә. Быныһы инде мине бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы. Боҙ өҫтөндә ҡармаҡ һалып ултырған кешене ошоғаса күргәнем юҡ ине әле. Бар нәмә туңып боҙға әйләнгән мәлдә селәүҙе ҡайҙан алалар тиһең?..
Тиҙ арала тиҫтерҙәрем менән таныша һалдым да аралашып киттем. Бында ла шул уҡ, беҙҙәге кеүек үк, малайҙар икән дә. Аҙна буйына улар мине “ҡоҙа” тип кенә алып йөрөнөләр, һәр кеме үҙенсә хөрмәт күрһәтергә тырышып торҙо. Ни тиһәң дә, төп ҡоҙағыйҙың яратҡан ейәне бит. Өҫтәүенә һебә бәйгеһендә еңеүсе.
Туй инде аҙағына яҡынлашҡанда апайыма һыу юлы күрһәттеләр. Мин шунда башлап барыусы һәләк матур ҡоҙасама ғашиҡ булдым. Һылыулығы менән хайран итер ҡыҙ минән күпкә өлкән, әммә мөхәббәт йәш айырамы?.. Ул ҡоҙасам һуңынан оҙаҡ ваҡыт төштәремә кереп һөйөндөрәсәк әле.
Беҙ ҡайтабыҙ тигән көндөң иртәһендә ҡапыл һыуытып ебәрҙе лә мул ғына итеп ҡар яуып һалып ҡуйҙы. Әҙәм көлдөрөп, ҡара ерҙән сана һөйрәп ҡайтабыҙ икән, тип бошонған атайым ҡыуанып бөтә алманы.
Хушлашҡанда, һый-хөрмәт кеүек, шаян һүҙе лә, уйын-көлкөһө лә, баш әйләндергес күмәк бейеүе лә етерлек булды. Ҡоҙа-ҡоҙасаларға ҡарап, былар нисек арымай икән, тип аптырап ҡуйҙым хатта. Әллә беҙҙең ҡайтып китеүгә ҡыуаныуҙары шулмы? Олатайым һымаҡ ире һуғыштан ҡайта алмаған төп ҡоҙағый, әҙәп һаҡлап, өләсәйем менән бер мөйөштә сөкөрләшеп кенә ултырҙы. Уларҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәй ине, ахыры. Килештеләр, тип һөйөндөм мин, апайым менән еҙнәм дә шулай йәшәп китһәләр...
Мине оҙатырға тип яңы дуҫтарымдың барыһы ла йыйылды. Уларҙы тәмлекәстәр менән һыйланым. Ихлас күңелдән. Толопҡа төрөнөп, арҡаны баш ҡарамаға терәгән көйө шау-шыулы ихатанан сығып киткәс тә, йырлашып-бейешеп ҡул болғай-болғай тороп ҡалыусыларға оҙаҡ ҡарап барҙым. Көмөш тәңкәләре сыңлап торған елпелдәкле күлдәк кейеп, сәскәле яулығын ҡайырып ябынған Фәриҙә апайым улар араһында ине. Уның янында... матур ҡоҙасам.
Мине һағыш солғап алды, күҙҙәремә йәш эркелде. Әллә ниндәй ебегәнмен инде: саҡ ҡына тулҡынландырғыс бер нәмә булдымы, хистәргә бирелә һалып, илап барам. Әле хушлашырға ла өлгөрмәгәнбеҙ, ә мин апайым менән ҡоҙасамды һағынып, юҡһына ла башланым. Күңелем, гүйә, ҡыҙҙар күңеле, бигерәк нескә.
Күҙ йәшемде атайыма күрһәтмәҫ өсөн, толопто башым аша ябына һалдым. Төрлө уйҙарға бирелә-бирелә, тимер табандарҙың йәш ҡарға ышҡылып күңелле лә, һағышлы ла йыр һуҙғанын, аттарҙың бышҡырышҡанын, атайымдың, уларҙы дәртләндереп, һирәк-һаяҡ һыҙғырып ҡуйыуын тыңлап бара торғас, үҙем дә һиҙмәҫтән ойоп кителгән. Күрәһең, арыу етеп, йонсотҡан. Уйын эшме – ҡоҙа үткәреүе.
Ошо ғүмер-ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ матур көндәрҙән һуң күп ваҡыт та үтмәҫ, һуғыш эҙемтәһе – ауыр сирҙән Муллайән апа, бер аҙ ҡалып, атайым да мәлһеҙ вафат булырҙар, ярты кәүҙәһен фалиж онтаған өләсәйемде ахыр көндәренәсә ҡәҙер итеп, һуңғы юлға оҙатҡандан һуң, Мәхмүт еҙнәм менән сәскәләй өс ҡыҙын етем ҡалдырып, ҡырҡ йәштән саҡ уҙған Фәриҙә апайым да ҡапыл ғына донъя ҡуйыр. Әммә әлегә беҙ быларҙың береһен дә белмәйбеҙ, туй шауҡымынан һаман айный алмайынса ҡайтып киләбеҙ. Беҙҙең артта, әле бер кем дә тейергә өлгөрмәгән саф аҡ ҡарҙа, борғоланып-борғоланып пар сана эҙе ярылып ҡала...
Яҙмыш шаярыуы булдымы, атайымды Ҡыҙыл түбәнендәге Мәхмүт ауылына уҡытырға күсергәс, мин биш саҡрым үрҙәге Ишҡолға йөрөп һабаҡ алдым. Ҡар яуғансы самокатта йөрөһәм, ҡышын Фәриҙә апайымдарҙа яттым. Ял көндәрендә саңғыла ҡайтып киткеләнем. Аҙаҡ, уҡыуҙы матур ғына тамамлағас та, Мәхмүт еҙнәм менән дуҫлығыбыҙ өҙөлмәне. Тимәк, ул ирҙәр дуҫлығы булған.
...Сыуаҡ көҙ көндәренең береһендә, әллә ҡайҙа ятып ҡалған тыуған ауылыбыҙға ҡарата һағыныу хистәре быуып алғанда, Ришат, Рәшит, Айрат ҡустыларымды эйәртеп, терәлеп ятҡан үҙе бейек, үҙе ғәләмәт текә Ҡарағастауға күтәрелдек. Шул ҡәҙәре ыҙа сигеп тау артылыуыбыҙҙың, әлбиттә, маҡсаты бар ине. Ул да булһа – тыуып үҫкән, кендегебеҙ киҫелгән Әхмәтте күреү. Уны беҙ ысынлап та күрҙек. Мөһабәт һырттар менән уратып алынған ауыл зәңгәрһыу томанға уралған да соҡор эсендә йоҡомһорап ята ине. Бирерәк көҙгө һоро ерлектә күҙ ҡамашырлыҡ ужым баҫыуҙары йәйелеп киткән.
– Ана беҙҙең Әхмәтебеҙ! – тинем ҡустыларыма.
– Әхмәт шул! Әхмәт!!! – Улар ҡыуаныстарынан осоп китә яҙҙы, ауылдың... Әхмәт түгел икәнлеген күреп торһалар ҙа.
Эйе, алдыбыҙҙа Әхмәт түгел ине, сөнки уның янында бөҙрә йәшеллеккә күмелеп ятҡан Һаҡмары юҡ, ҡабатланмаҫ Ҡарағайморон, сал тарихлы Тимәшәү тауҙары ла күренмәй, быуаһы ялтырап ятмай. Әхмәт, ана, тегендә, Ирәндек һыртында күккә ашҡан Тағанташ ашаһында булырға тейеш. Атайым бер әйткәйне. Ошоно белгән көйө үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдаштырып торған булдыҡ.
Ошо алдаштырыуҙан күңелемдә еңеллек тойҙом, юҡһыныуҙан ярһыған йөрәгем баҫыла биреп, хәсрәттәрем онотола төшкәндәй булды. Шулай ҙа, ҡайтыр яҡҡа ыңғайлап, ят ауыл тау аръяғына ышыҡланғас та, яманһыулап киттем, бар булмышымды күптән эйәрә йөрөгән, инде ҡанға һеңешеп биҙҙерә башлаған, түҙеп торғоһоҙ һағыш солғап алды. Мин шым ғына иланым.
Тау аҫтынан ишетелгән аңлайышһыҙ шау-шыу иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Аҫта, саңы борҡоп ятҡан йомро юлдан, бер-береһен тапарҙай булып, арбаға егелгән аттар сабыша ине. Тәртә-дуғаларына... Һебә! Һебә бәйгеһе килә!
Беҙ, яңы өйләнешкән кәләш менән кейәүгә, уларҙың атай-әсәйенә, башҡа туғандарына иҫәнлек-һаулыҡ теләп, ҡул болғаныҡ. Болоҡһоған күңелем асылып, йөрәк һыҙлауҙарым баҫыла төшкәндәй. Һебәләр саба, туйҙар булып тора, тимәк, тормош дауам итә.